-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ғинуар 2019, 13:56

БЕҘ – МИЛЛЕНИАЛДАР

Алтынайҙың бөгөн кәйефе бөтөнләй төштө. Ял көнөн ул интернет селтәренән яратҡан киноһын ҡарап, дуҫтары менән яҙышып үткәргеһе килгәйне. Өләсәһе ейәнсәренең ҡырын ятып ҡына ваҡыт уҙғарыуын һис тә хупламаны. “Беҙҙең заманда ҡыҙҙар бәйләм бәйләп, сигеү сигеп ял итә торғайны, һис юғында әхирәттәреңде ҡунаҡҡа саҡыр” – тине ул. Заман башҡа – заң башҡа шул. Йә оло кешене тыңламай ҙа булмай…

Ололар һәм балалар “алышы”

Кемде генә алма, бөтәбеҙҙең дә был хәл менән йөҙмә-йөҙ осрашҡаны барҙыр. Ни өсөн ололар беҙҙе аңламай, гел әрләшә икән? Был һорауға яуапты АҠШ ғалимдары Нейл Хоув менән Уильям Штраус тапҡан. 1991 йылда улар төрлө йәштәге кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, тормошҡа ҡарашын, рухи хазиналарҙы төрлө күҙлектән ҡабул итеүҙәрен тикшерә һәм был ғилми эштәрен “Быуындар теорияһы” тип атай.
Был теория буйынса, 20-се һәм 21-се быуатта йәшәүсе кешеләрҙе бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарайҙар: “Бөйөктәр быуыны” (1900–1923 йылдарҙа тыуғандар), “Аҙ һүҙлеләр быуыны” (1923–1943), “Беби-бумерҙар быуыны” (1943–1963), “Х (икс) быуыны” (1963–1984), “Y (игрек) быуыны” (1984–2000), “Z (зэт) быуыны” (2000–2010) һәм “А (альфа) быуыны” (2010 йылдан алып тыуған балалар). Ғалимдар әйтеүенсә, кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәрҙең бер юлы ике төркөмгә лә ҡарауы бар. Мәҫәлән, 1998–2002 йылдарҙа тыуған балаларҙа “Y быуыны”на ла, “Z быуыны”на ла хас холоҡ һыҙаттарын күҙәтергә була.
Ниндәй кеше ул “Y быуыны” вәкиле?
Мәҡәләбеҙҙең башына ҙур хәрефтәр менән “Беҙ – миллениалдар” тип яҙып ҡуйғанды уҡып, аптырағанһығыҙҙыр әле. Бәғзе берәүҙәр, йәһәт кенә “Гугл”ды асып, “Миллениал” һүҙенең мәғәнәһен дә табып ҡуйғандыр. Быға бер ҙә аптырайһы түгел, сөнки “Миллениалдар” тип, компьютер технологияларының ныҡ үҫешкән мәлендә тыуған балаларҙы атайҙар. Латин теленән mille – мең тигәнде аңлата. Йәғни, 20- се быуат аҙағында, 21-се быуат башында тыуған балалар ул. Улар иҫәбенә 1984-2000 йылдарҙа донъяға килеүсе (“Y быуыны”) вәкилдәре лә инә.
“Y быуыны” вәкиле холҡо менән үҙенән оло кешеләрҙән ҡырҡа айырыла. Ул – бер аҙ эсенә йомолған шәхес. Интернет киңлектәрендә ул таныш булмаған кешеләр менән еңел аралаша, ә реаль тормошта тиҫтерҙәре менән уртаҡ телде бигүк таба алмай. Сөнки виртуаллектә улар идеал донъя төҙөй, унда үҙҙәре теләгәнсә ҡанундар һәм ҡағиҙәләр урынлаштыра. “Был минең донъям, һәм мин унда – батша” тигән фекер аңдарына ныҡлап һеңгән.
Төрлө компьютер уйындары, “Marvel”, “DC” комикстарына нигеҙләнгән фильмдар – “игректарҙың” яратҡан шөғөлө. Әйткәндәй, тап шуның өсөн дә был төркөм кешеләре донъяны уйын тип белә. Бер яҡтан, был насар күренеш түгел. “Игрек” һәр ҡылған эше өсөн мәрәй йыйған кеүек, уҡыуҙа ла, эштә лә һөҙөмтә өсөн бөтә көсөн һала. Шуға күрә лә ул бәләкәйҙән төрлө яҡтан үҫешергә ынтыла: төрлө түңәрәктәргә йөрөй, семинарҙарға, мастер-кластарға яҙыла, ҡайҙа ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар – эләктереп ҡалырға тырыша. Икенсе яҡтан – “игрек”тың самаһыҙ уйын уйнап, күңел асырға яратыуы насар ҙа. Шопинг, квестар, һуңғы моделле телефон-планшеттар – һанай китһәң, атай-әсәй кеҫәһен ярайһы уҡ таҡырайтҡан шөғөлдәр бик күп.
“Игрек”тар һәр ваҡыт үҙҙәрен “мин лайыҡлы” тип һанай. Әлбиттә, бында тәрбиәле булыу-булмау ҙур роль уйнай. Аңлы бала иртә үҙаллы булырға өйрәнә, ә артыҡ шашҡандан яҡшы кеше булыр, тимә.
Әммә кәйеф-сафа ҡороп, донъяһында уйнап йәшәгән “игрек”тар депрессияға тиҙ бирелә, уларҙы яңғыҙлыҡ тойғоһо биләп ала. “Мине бер кем дә аңламай, нисек бармын – шулай ҡабул итмәй” тигән фекер уларҙы борсой. Юҡҡа ғынамы ҡайҙа ҡарама – психология буйынса консультациялар, тренингтар.
“Y быуыны” вәкилдәре тормошҡа еңел аҡыл менән бағалар, уларға бер ҡатлылыҡ, мөғжизәгә ышаныу, донъяны сағыу төҫтәрҙә күреү кеүек сифаттар хас. Улар тураһында “мәңгелек сабыйҙар” тип әйтергә лә була. Хәйер, был насар түгел бит: мөғжизәгә ысын күңелдән ышанғанда ғына ул тормошҡа аша.

Читайте нас: