+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Февраль 2019, 13:46

Башҡортостан республикаһы китап һәм матбуғат баҫмаларын һаҡлаған архив

Ә һеҙ беләһегеҙме? Республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы һаҡлаусы махсус архив бар. Уның исеме Китап палатаһы, йәки матбуғат архивы тип атала. 2018 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт китап палатаһына 90 йыл тулды.

Республикабыҙҙа йылына меңәрләгән гәзит, журналдар, китаптар баҫылып сыға. Улар халыҡҡа тарала. Кемдәрҙер гәзит, журналдар яҙҙырып уҡый, икенселәре китаптар һатып ала. Шулай уҡ китаптар мәктәп китапханаларына тарала. Әммә китапханалар гәзит, журналдарҙың, китаптарҙың бөтәһен дә йыйып бармай, ваҡыт үтеү менән уларҙың, иҫкергән гәзит-журналдар, китаптарҙы иҫәптән сығара.
Ә һеҙ беләһегеҙме? Республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы һаҡлаусы махсус архив бар. Уның исеме Китап палатаһы, йәки матбуғат архивы тип атала. 2018 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт китап палатаһына 90 йыл тулды. Ул 1928 йылда Башҡортостан Мәғариф комиссариаты (хәҙергесә министрлығы) ҡарары менән булдырыла. Төп маҡсаты Башҡортостанда донъя күргән матбуғат баҫмаларын мәңгелек һаҡлау һәм уларҙы теркәп барыу. 2018 йылдың ғинуарынан Китап палатаһы республиканың Милли архивы составында эшләй.
Күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Матбуғат архивында 90 йыл эсендә 2 миллиондан ашыу гәзит-журнал йыйылған. Архив фондында 85 меңдән ашыу китап һаҡлана. Архивта һаҡланған иң боронғо китап 18-се быуатҡа ҡарай, шулай уҡ бында 19-сы быуатта сыҡҡан гәзиттәр бар.
Матубғат архивы Рәсәй Федеарцияһының һәм Башҡортостан Республикаһының “Мотлаҡ экземпляр тураһындағы” законына ярашлы эшләй. Был закон буйынса гәзит-журналдар, китаптар баҫҡан һәр бер нәшриәт мотлаҡ 3 экземплярҙы Китап палатаһына (Милли архивҡа) ебәрергә тейеш. 2017 йылдан алып, нәшриәттәр, редакциялар китап, гәзит-журналдарҙың электрон варианттарын да архивҡа ебәрәләр. Йәғни, матубғат баҫмаларының ҡағыҙ вариант менән бергә электрон варианты ла һаҡлауға алына.
Матбуғат архивында “Аманат” журналының төрлө йылдарҙа сыҡҡан бөтә һандары һаҡлана. Билдәле булуынса, 20-се йылдарҙа Башҡортостанда сыҡҡан үҫмерҙәр һәм балалар өсөн журналдың исеме “Керпе”, йәғни терпе тип аталған. Бөгөнгө көндә архивта был журналдың 29 йылғы һандары һаҡлана. Журналдың тышы төҫлө һәм сағыу биҙәлеүе менән иғтибарҙы йәлеп итеп тора (һүрәтте ҡарағыҙ). 90 йыл элек ошондай матур биҙәлгән балалар журналы сығарылыуы үҙе бер ҙур ҡаҙаныш. 30-сы йылдан “Керпе” журналы “Пионер” тип үҙгәртелә. Китап палатаһында “Пионер”ҙың да беренсен һандары һаҡлана (һүрәтте ҡарағыҙ).
Бынан тыш, Китап палатаһында үткән быуаттың 20-се йылдарында ғәрәп графикаһында сыҡҡан ҡыҙыҡлы бик күп башҡорт гәзит, журналдары, китаптар тупланған. Мәҫәлән, 20-се йылдар аҙағында баҫылған “Сәсән” журналы үҙенең биҙәлеше хайран итерлек баҫма булып тора. 20-се йылдарҙа башҡорт телендә тышы төҫлө, фотоларға бай журналдың сығарылыуы милли мәҙәниәт үҫешенең сағыу бер өлгөһө булып тора. Был журналды алдынғы ҡарашлы башҡорт зыялылары сығарған. Уның һәр бер номерында яҙыусылар, артистар тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫылған (һүрәттәрҙе ҡарағыҙ).
30-сы йылдарҙа башҡорт алфавиты латин графикаһы нигеҙендә булған. Архивта латин яҙмаһы нигегеҙдәге башҡортса ҡыҙыҡлы китаптар, даими матубғат баҫмалары ла һаҡлана. “Сәсән”, “Һабан”, “Трактор”, “Пионер” журналдары, бихисаптар китаптар, гәзиттәр.
Шулай итеп, 2018 йылдың декабрендә үҙенең 90- йәшен тултырған Матбуғат архивында Башҡортостанда төрлө йылдарҙа сыҡҡан бик күп китаптар, журнал-гәзиттәр тупланған.
Читайте нас: