+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2019, 18:49

15 март Әхмәт Сөләймәновҡа 80 йәш тулған булыр ине...

Башҡорт халҡының шәхесе, төрки донъяһы фольклористикаһында күренекле урын алған филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр академияһы академигы Әхмәт Сөләймәновтың тыуған көнө.

Башҡорт халҡының шәхесе, төрки донъяһы фольклористикаһында күренекле урын алған филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр академияһы академигы Әхмәт Сөләймәновтың тыуған көнө.
Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 йыл — 21 ноябрь 2016 йыл).
Әхмәт Сөләймәнов 1991 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим 18 томдан торған «Башҡорт халыҡ ижады» серияһын әҙерләп нәшер итеүҙә турана-тура ҡатнаша. Ул шулай уҡ фундаменталь хеҙмәттең рус телендә сыҡҡан баҫмаһының өс томын әҙерләүсе. Был эше өсөн башҡа авторҙар менән бер рәттән Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды.
Ул 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан артыҡ монография, мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 40-тан артыҡ уҡыу әсбабы һәм уҡыу-методик ҡулланма авторы[3]
Читайте нас: