-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Март 2019, 14:46

Башҡортостандың йәш химиктары – иң һәләтлеләре

Химия – ул үҙе тотош донъя, уны аңлау өсөн аҡыл, зиһен кәрәк. Ә аҡыл ҡеүәһен арттырыу өсөн тырышып уҡыу, уңайы сыҡҡан һайын белемде киңәйтеү зарур. Башҡортостанда ана шундай аҡыллы, белемле уҡыусылар байтаҡ. Беҙ бының турала ҡайҙан беләбеҙ, тиһегеҙме?..

Беҙҙе уратып алған донъя ваҡ ҡына өлөшсәләрҙән тороуы һәр уҡыусыға мәғлүмдер. Нимәне генә алма – бөтөн әйбер, кейгән кейем, ашаған аҙыҡ, хатта кеше үҙе химик элементтарҙан тора. Тимәк, химия – ул үҙе тотош донъя, уны аңлау өсөн аҡыл, зиһен кәрәк. Ә аҡыл ҡеүәһен арттырыу өсөн тырышып уҡыу, уңайы сыҡҡан һайын белемде киңәйтеү зарур.
Башҡортостанда ана шундай аҡыллы, белемле уҡыусылар байтаҡ. Беҙ бының турала ҡайҙан беләбеҙ, тиһегеҙме?
Үткән аҙнала баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында химия фәне буйынса 55-се Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Унда Рәсәйҙең 55 төбәгенән 230-ҙан ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты һәм уларҙың етәкселәре булды.
Бәйге ике теоретик һәм бер практик турҙан торҙо. Жюри ағзаларының әйтеүенсә, олимпиада мәсьәләләре йылдан-йыл ҡатмарлаша бара. Әммә был уҡыусылар өсөн һис тә кәртә түгел, улар барыбер дөрөҫ яуаптарҙы табалар, эҙләнәләр.
Эйе, ундай кимәлдәге бәйгелә иң-иңдәр генә көс һынаша. Башҡортостандан һәммәһе алты уҡыусы республика намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм уларҙың алтыһы ла (!!!) Бөтөн Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры булды! Был баш әйләндергес һөҙөмтәләр республикабыҙҙың олимпиада тарихында һуңғы егерме йыл эсендәге абсолют рекорд тип һанала!
Олимпиаданың 23 мартта, йәғни Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ оло юбилейын туйлаған көндә тамамланыуы, егеттәребеҙҙең һәр ҡайһыһының бәйгелә еңеү тотоуы – юбилейға ҙур бүләк, оло шатлыҡ булды.
Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары Кәрим Ҡоланшин, Искәндәр Шәмиғолов һәм Тимур Дәүләтбаев, Салауат ҡалаһының 2-се гимназияһынан Азат Вәлиев, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатынан Артур Ҡолошев, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһынан Азамат Сафикановты оло еңеүе менән тәбрик итергә тип, сараға Башҡортостан республикаһының башлығы Радий Хәбиров үҙе килде.
“Мин һеҙҙе ҡотлай алыуым менән бәхетлемен. Сөнки һеҙ – бөйөк илдең киләсәге. Беҙ киләсәкте нисек күҙ алдына килтерәбеҙ, һеҙ уны шундай итеп эшләйәсәкһегеҙ ҙә: ул юғары технологиялы, үҫешкән, донъялағы иң көслө держава буласаҡ. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙың киләсәге яҡты, яҡшы булырына һис шигем юҡ”, – тине ул.

Бер лицейҙан – өс уҡыусы
Алты еңеүсенең өсәүһе Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары. 9-сы синыф уҡыусыһы Кәрим Ҡоланшин олимпиаданан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты: “Олимпиада, ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды. Башҡа төбәктәрҙән килгән уҡыусылар менән таныштыҡ, матур итеп аралаштыҡ. Бәйге шул хәтлем ҡатмарлы һәм тулҡынландырғыс булды: мин һуңғы минуттарға тиклем еңеүсе димломына дәғүә итәмме, юҡмы икәнлегемде белмәнем. Республика инженер лицейының олипиада хәрәкәтен етәкләүселәргә, йәғни мине олимпиадаға әүерләүселәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм”.
Ә бына республика инженер лицейының химия буйынса йыйылма командаһының капитаны, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, 2018, 2019 йылдарҙың химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры Искәндәр Шәмиғоловҡа олимпиаданың ябылыу тантанаһында Радий Хәбиров менән йәнәш ултырып тамаша ҡылыу бәхете тейгән! “Олимпиада мәсьәләләре былтырғы йылдыҡына ҡарағанда ныҡ айырыла. Быйылғыһы күпкә ҡатмарлыраҡ та. Был бәйгегә мин йыл дауамында өҙлөкһөҙ әҙерләндем. Химия – күп ҡырлы ҡатмарлы фән. Әгәр химик булам тиһәң, һәр ваҡыт эҙләнергә, үҫергә, туҡтауһыҙ белем алырға кәрәк.”
Мәртәбәле сара тураһында алдағы йылдарҙағы химия буйынса олимпиада еңеүсеһе, бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, БР-ҙың химия буйынса йыйылма командаһы тренеры Тимур Маннанов та үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты:
“Беҙ, коллегаларым менән берлектә, халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның эшен дауам итәбеҙ. Олимпиадала ҡатнашыу, еңеү өсөн уҡыусыларға теоретик белемле булыу ғына етмәй. Уларға логик фекерләү, үҙ-үҙеңде туплай, еңеүгә йүнәлтә белеү ҙә хас булырға тейеш. Олимпиадалағы еңеүҙе уларҙың тормошонда башланғыс нөктә, старт тиергә лә мөмкин. Эйе, был еңеү ярҙамында уҡыусыларға имтиханһыҙ юғары уҡыу йортона инергә һәм яҡшы стипендия алырға була. Ләкин, унан тыш, еңеү ярҙамында улар амбициоз, уңышлы шәхестәргә лә әүреләләр – ә быныһы тағы ла мөһимерәк! Әгәр алдағы йылдар менән сағыштырғанда, быйыл республикабыҙ командаһы беренсегә Новосибирск ҡалаһы, Татарстан һәм Мордовия республикаларының көслө командалары менән тиң сығыш яһаны. Был еңеүҙе нығытып ҡуйыу ғына әҙ буласаҡ. Әгәр киләсәктә лә оло еңеүҙәр булыуын теләһәк, республикабыҙҙың олимпиада хәрәкәтенә мөмкин тиклем ярҙам итергә, уларға юл асырға кәрәк. Радий Фәрит улы Хәбиров та үҙенең сығышында был турала әйтеп киткәйне.”

Остаздар командаһы
Остаз, остазлыҡ. Кем ул остаз? Ул шул уҡ уҡытыусы була түгелме? Улайһа, беҙ ни өсөн ул һүҙҙәрҙе айырым ҡулланабыҙ? Баҡтиһәң, бер үк төшөнсәләр түгел икән. Уҡытыусы – ул белем бирә, уҡыта, дәрес материалын аңлата. Ә остаз – ул да уҡытыусы, ләкин киңерәк мәғәнәле төшөнсә.
Остаз – белемен, профессионаллеген, тормош тәжрибәһен уҡыусылары менән бүлешергә ашыҡҡан үҙ эшенең ҙур оҫтаһы, практик. Ошонан сығып, еңеүсе егеттәрҙе уҡытҡан, олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы остаз тип атамайынса булмай. Эйе, улар – ысын мәғәнәһендә остаз!
Республика инженер лицей-интернатында оҙаҡ йылдар дауамында балаларға белем биргән уҡытыусылар эшләй. Шуныһы ҡыҙыҡлы – РИЛИ-ҙа уҡып сыҡҡандар юғары уҡыу йортон тамамлағас, кире лицейға ҡайта. Ошонан килә инде быуындар алышыныуы.
Быуындар алышыныуы тураһында һүҙ йөрөткәс, иң тәүҙә Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина тураһында ла яҙып үтәйек.
Лиза Ҡыям ҡыҙының эше, тәжрибәһе – Башҡортостан Республикаһындағы остазлыҡтың иң сағыу миҫалылыр. Уның йөҙҙән ашыу уҡыусыһына бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларында еңеү насип була. 20 йылдан ашыу Лиза Ҡыям ҡыҙы Республика инженер лицей-интернатында уҡыусыларға химия нескәлектәрен аңлата. Бөгөн ике химия уҡытыусыһы, бер өҫтәлмә белем биреү буйынса педагог һәм алты студент-тренерҙар Лиза Ҡыям ҡыҙының эшен ең һыҙғанып дауам итә.
Шуларҙың икәүһе - Айнур Мансур улы Ғүмәров менән Әсғәт Солтан улы Йәһүҙин – химия фәне буйынса 55-се Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеп сыҡҡан Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыларын әҙерләүселәр.
Айнур Мансур улы Ғүмәров – оло тәжрибәле, тынғыһыҙ, сағыу остаздарҙың береһе. Ул һәләтле балаларҙы күреүгә, улар менән тығыҙ эшләүгә һәм һәләттәрен асыуға ҙур көс һала. Айнур Мансур улы уҡыусыларының күңелендә химия фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тыуҙыра алғас, улар, үҙ сиратында, үҙ аллы белем алыу, эҙләнеү өҫтөндә эшләй. Ул 2010 йылдан алып региональ этап буйынса 8 еңеүсе һәм 26 призер; бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы буйынса 1 еңеүсе һәм 8 призер әҙерләне. Ә 2016 йылда Айнур Мансур улының етәкселегендә бер уҡыусыһы АҠШ-та үткән халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙалға өлгәште. (Genius Olympiad 2016, State University of NewYork, Oswego, USA).
Айнур Мансур улы үткәргән йәйге профиль мәктәптәрҙә, электив курстарҙа химия буйынса бик бай материал бирелә. Шуға күрә лә улар уҡыусыларҙы олимпиадаға әҙерләүҙә, юғары уҡыу йортона инеүҙә ҙур роль уйнай.
Ошо уҡ лицейҙың 2016 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Әсғәт Солтан улы Йәһүҙин – Республика лицей-интернатының химия буйынса өҫтәлмә белем биреү буйынса педагогы. Әлеге ваҡытта ул Өфө дәүләт нефть техника университетында белем ала. Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендиаты, 2015 йылда Новосибирск һәм 2016 йылда Белгород ҡалаһында ул Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры булған. Студентмын тип тормай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша – ул хәҙер йәш инженерҙарҙың ПрофТЕЛЕПОРТ SPE USPTU клубы вице-президенты.
Бына шундай остаздар булғанда, еңмәйенсә лә булмай! Еңеүсе егеттәрҙең уларға ҡарап өлгө алыуы, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, алға барыуы – ана шул ағайҙарынан күрмәксе тырышыу һөҙөмтәһе лә инде. Бөгөн парта артында ултырған, киләсәгебеҙҙең нигеҙ ташын һаласаҡ, уны төҙөйәсәк уҡыусыларға яңы үҫештәр, мөмкинлектәр, бейеклектәр насип булһын!
Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килгән юбилей көнө, химия фәненең 55-се юбилей олимпиадаһы, төбәгебеҙҙе яҡлап сығыш яһаған алты уҡыусының да призер булыуы – һәммәһе лә шундай тулҡынландырғыс, шатлыҡлы һәм данлыҡлы оло ваҡиғалар булды. Әлбиттә, был еңеү – аҙаҡҡыһы түгел, киләсәктә, Радий Фәрит улы әйтмешләй, “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!”

Читайте нас: