+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Май 2019, 17:59

Данлы башҡорт дивизияһы юлынан

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һуңғы алыштары үткән һәм ғүмере өҙөлгән ерҙәрҙә булды.

Төбәк етәксеһе Герой рухына тейешле хөрмәт күрһәтеү, мемориал ҡуйыу мөһимлеген белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Донбасс биләмәһендә урынлашҡан республикалар власы Башҡортостандың бында планлаштырған эҙләнеү экспедициялары эшендә һәм генерал Шайморатов хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер. Радий Хәбиров менән Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилиндың осрашыуында асылда ошо хаҡта һүҙ барҙы.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Петровский ҡалаһындағы Герой исемен йөрөткән 22-се мәктәптә булып, ундағы башҡорт кавалеристары ҡаһарманлығына бағышланған музей экспозицияларын ҡараны. Шулай уҡ Шайморатов исемендәге майҙанда туғандаштар ҡәберлегенә һәм Штеровка ҡасабаһында дивизия командиры һәләк булған урындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды. Бында дин әһеле Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең рухына доға уҡыны.


Урындағы халыҡ Радий Хәбировҡа ҡайһы бер яралы башҡорт кавалеристарының һауыҡҡандан һәм һуғыш бөткәндән һуң Штеровкала ҡалғаны хаҡында һөйләне. Республика етәксеһенә уларҙың береһенең мемуарҙарын тапшырҙылар.


“Донбасс менән Башҡортостанды меңдәрсә саҡрымдар айыра. Бер-беребеҙҙән алыҫта йәшәһәк тә, беҙҙең өсөн уртаҡ төшөнсәләр бик күп. Иң мөһиме – тарихыбыҙ, Бөйөк Еңеү тарихы уртаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан халҡы өсөн ошо ерҙәрҙә легендар Башҡорт кавалерия дивизияһының яуҙар алып барғаны, фашистарҙы ҡыйратҡаны мөһим. Бында беҙҙең Герой – генерал Шайморатов һәләк булған. Бөгөн миңә уның 200-ҙән ашыу көрәштәше менән бергә ерләнгән ҡәберлеген күрергә насип итте. Урындағы халыҡтың Геройҙың иҫтәлегенә шул ҡәҙәр оло һөйөү, иғтибар менән ҡарауы һоҡландырҙы. Ошо хәстәрлегегеҙ, ата-бабаларыбыҙ рухына ихтирамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!”


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һуңғы алыштары үткән һәм ғүмере өҙөлгән ерҙәрҙә булыуы хаҡында үҙенең социаль селтәрендә былай тип яҙҙы
Читайте нас: