-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Май 2019, 15:35

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты: ҡунаҡ аҙ ултыра — күп һынай

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәш ҡороу, ярҙам ҡулы һуҙыу — бик ҡиммәтле сифаттар.

Ил Президенты Владимир Путин да: “Беҙ бөгөн алдыбыҙға бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысын ҡуябыҙ, әммә иң мөһимдәренең береһе — ул милләт сәләмәтлеге. Әгәр ҙә был булмаһа, башҡаһы ла булмаясаҡ: иҡтисад та, мәғариф та — бер ни ҙә булмаясаҡ, сөнки ул бик тә мөһим”, — тине бит.


Яңыраҡ республикабыҙға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының иҫкәртеү медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре профилле йүнәлештәр буйынса ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеүҙә тәжрибә уртаҡлашты.


Мәскәү ҡунаҡтары Вадим Егоров һәм Наталия Макарова республикабыҙҙың бер нисә медицина ойошмаһында булды. Республика кардиология диспансерында логистик үҙәктең эшмәкәрлеге менән таныштылар. Бында айырыуса ҙур иғтибар ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренә юлыҡҡан пациенттарҙың регистрын алып барыуға, беренсе һәм икенсе кимәлдәге медицина ойошмаларының үҙ-ара бәйләнешенә, юғары технологиялы медицина ярҙамын алған пациенттарҙы диспансер күҙәтеүенә йүнәлтелгән.


Баш ҡаланың 46-сы һәм 1-се поликлиникаларында һәм 13-сө ҡала дауаханаһында Сәләмәтлек үҙәктәре һәм медицина иҫкәртеүе бүлексәләренең эше менән дә ҡунаҡтар ихлас танышты. Айырыуса ял көндәрендә халыҡты диспансерлаштырыу эше ҡыҙыҡһыныу уятты. Был эш 2013 йылдан алып ҡаланың 1-се поликлиникаһында уңышлы ойошторолған. Өфөләр ҙә диспансерлаштырыу сифатынан бик ҡәнәғәт.


Мәскәү белгестәре Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында булып, консультатив поликлиника һәм санитар авиация эше менән танышты. Әлбиттә, кадрҙар тимерлеге булған Башҡортостан дәүләт медицина университеты ла ҡунаҡтар иғтибарынан ситтә ҡалманы. Аҙаҡ эшлекле сәфәр тәьҫораттары тураһында йәнле фекер алышыу үткәрелде, кәңәш-тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.


#национальныепроекты; #нацпроекты;#региональныепроекты; #регпроекты;#нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин


Фото: bash.rbsmi.ru


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА