Ғәлим беренсе синыфҡа килгәндә уҡый-яҙа белә ине инде. Әйтмәмбәт башланғыс мәктәбе ҙур түгел: ике синыф бүлмәһендә икешәр: 1-се һәм 3-сө, 2-се һәм 4-се синыф балалары уҡый, директор кабинеты һәм йыйыштырыусы өсөн бүленгән бәләкәй генә
хужалыҡ бүлмәһенән ғибәрәт.
Синыфтар бөтөнөһө бергә ҡушып уҡытылғас, уҡытыусыларҙан ҙур сабырлыҡ, ә бала-сағанан тәртип талап ителә. Мәктәп директоры Басир ағай ошо ауылдан. Унан балалар ҡурҡа, ә йәш уҡытыусыларҙың әйткәненә бик иҫтәре китеп бармай.
Был ағастан һалынған бәләкәй генә мәктәптә балаларҙың кеме генә уҡымай. Беренсе синыфҡа килгән малайҙарҙың күбеһе 7 йәшен тултырып килгән, хатта араларында 8 йәшлектәре лә бар. Ситтән килеп уҡығандар ҙа байтаҡ.
Һәр кемдең хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланып ҡала торған мәрәкә хәлдәр Ғәлимдең мәктәп йылдарын да урап үтмәне.
Ғәлим икенсе синыфҡа уҡырға килгәндә, төҫкә сибәр һәм мөләйем йөҙлө йәш кенә ҡыҙ Гөлфинә апай Аҙау ауылынан уҡытыусы булып килде. Уның аҡыллы һүҙҙәре һәм яғымлы ҡарашы бөтөн малайҙарҙы әсир итә ине. Икенсе һәм дүртенсе синыф малайҙары көн һайын иртән көтөү булып, апайҙарын кемуҙарҙан ҡаршы барып алыр булып китте. Был ярышта төп приз булып Гөлфинә апайҙың дәфтәрҙәр менән лыҡа тулы сумкаһы тора. Уны мәктәпкәсә килтереп еткереп, уҡытыусыларының “минең уңғандарым” тип, бер йылмайып ҡарауы, балаларҙың танауҙарын күтәреп ебәрә. Ун йәше лә тулмаған малай-шалай, сыр-сыу килеп, Аҙау ауылына барып етә яҙа. Ун саҡырымдағы һуҡмаҡты тапағанда, ике ауыл зыяратын үтәһе бар. Малайҙар
ҡәбер бураларының эргәһенән генә, бер ҡурҡмаған булып, теҙелешеп атлай. Хатта ҡыйыуыраҡтары, ҡәбер таштарын һөрткөсләп, мәрхүмдәрҙең исем-шәрифтәрен, тыуған-үлгән йылдарын барлай.
Малайҙар араһында аталарының берҙән-бер иркә балаһы булған Латип та олатаһының ҡәбер бураһына менеп ултырыр булып китте. Уҡытыусы апаһын ҡаршы алып, балалар күмәкләп мәктәпкә килә. Әйтмәмбәт ауылы зыяратын үткәндә Латип тағы ла бураға менеп ҡунаҡлай. Әммә был юлы ултырыуы була, шул ыңғайы, үкереп илап, һикереп тә төшә. Ағарынып ҡатып ҡалған малайҙың ҡәбер бураһына таянып менгән ике усы ла, һис бер яраһыҙ шаулап ҡанай ине.
Малайҙар, аптырашып, шып туҡтаны. Тик Гөлфинә апай ғына тыныс тауыш менән:
– Был бит һинең олатайыңдың ҡәбер бураһы. Ә һин, бураға ултырып, олатайыңдың рухын йәберләйһең. Олатайың һиңә үпкәләне. Шуға күрә лә, усыңда ҡан барлыҡҡа килде, аңланыңмы? – тип, мәғәнәле итеп, һорай ҡуйҙы. – Аңлаһаң, мә, һөрт! – тине лә, ап-аҡ ҡулъяулығын сығарып бирҙе. – Атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр ҡәберен хөрмәт итергә, ҡәҙерләргә кәрәк, балалар. Ялан сәскәләре һалһаң, рухтары һөйөнөр!
Был көндән һуң Латип бер аҙна уҡытыусы апайҙы ҡаршы алырға йөрөмәне.
Икенсе аҙнала Гөлфинә апайҙарын ҡаршы алырға барғанда, Латип, яландан аҡ сәскәләр өҙөп, олатаһының ҡәбер бураһына теҙеп һалды. Быны күргән уҡытыусы апайҙары, һөйөнөп:
– Бына быныһын дөрөҫ эшләгән Латип, олатаһы сәскәләргә ҙур рәхмәтлелер инде! – тине лә, бер көтөү малайҙарҙы эйәртеп, мәктәпкә юлланды.
Ошо көндән һуң зыярат тирәһенән үткәндә тәмәке тартыу, сүп-сар ташлау, насар һүҙҙәр һөйләү бөтөнләй туҡтаны. Хатта балаларҙың ата-әсәләре зыяратҡа йышыраҡ йөрөр, туғандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерер булып китте.
Ғәлимдең тыуған ауылы Әйтмәмбәтте Бейе йылғаһы хәҙер икегә бүлә. Элекке ауыл урынын Иҫке ауыл тип кенә йөрөтәләр. “Инйәр” совхозы бар саҡта, Иҫке ауыл яланын һөрһәләр, малайҙар өсөн бер байрам була ине, сөнки бында граждандар һуғышы заманынан ҡалған буш патрондар ҙа, пуля, шрапнель, винтовка штыгы ла, хатта снаряд ярсыҡтары ла табыла.
Май айында, сәсеү бөткәс, Ғәлим һәм уның синыфташтары Ғәли менән Фәнүз, бик ҙур булмаған снаряд тапты. Уны Ғәлимдәрҙең лапаҫына индереп, ҡыйыҡ аҫтына йәшереп тә ҡуйҙылар. Өс көндән һуң, Бейенең ҡаршы ярында силос траншеяһы ситендәге тирәккә аҫып, аҫтына ут төртөп шартлатырға килештеләр.
Өс көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Малайҙар, өсәүләп, снарядты ҙур тоҡҡа аҫып, иҫке күперҙең кисеүен яланаяҡ кисеп сығып, силос траншеяһы янына килеп туҡтаны.
– Малайҙар, – тине Ғәлим, – анау ҙур тирәктең аҫҡы йыуан ботағы бик яйлы, шуға ҡорос сымды эләйек тә снарядты шуға тағайыҡ. Аҫтына ут яғып ебәрһәк… донъяны аҡтарасаҡ!
Өс малай, тимер сым менән сырмап, тиҙ арала ун килолай тартҡан снарядты, ағасҡа аҫып та ҡуйҙы. Биш минуттан ҡайын туҙы менән тоҡандырылған усаҡ гөрләп яна ине. Ә малайҙар, силос траншеяһының ярына, кинолағыса, окопта йәшеренгән кеүек, теҙелешеп ятты.
Усаҡ яна, снаряд эленеп тора. Тимер сым да ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙҙы, ә шартлау һаман да юҡ. Ниһайәт, усаҡ янып бөттө. Малайҙар, окоптан баштарын сығарып, һүнеп бөткән усаҡҡа ҡарап торҙо ла, берҙәм генә һикереп, траншея ситенә баҫты. Шул саҡ, ер ярып, снаряд шартланы. Малайҙарҙы, һыйыр ялаған кеүек, снарядтың һауа тулҡыны траншея төбөнә һеңдерҙе. Ә унда – үткән йылғы силостан ҡалған ҡыҙыл-көңгөрт кеҫәлгә оҡшаған лайлалы һаҫыҡ һыу. Көслө шартлауҙан бер ни ишетмәгән, ҡоттары осҡан малайҙар, өҫтәренә ауған ҡарт тирәктең ботаҡтары араһынан, шүрәле балаларына оҡшап, килеп сыҡты. Ғәлимдең яурынында шартлауҙан шаңҡыған ике телмәрйен ултыра, ә Ғәлиҙең итек ҡунысынан ҙур булмаған туҙбаш йыланы сыға алмай интегә. Фәнүз, ҡурҡыуҙан дерелдәп торған ҡулынан бер ус силосты ысҡындыра алмай интегә.
Күҙҙәре аларған өс малай, ҡайҙа һәм ни булғанын аңламай, шулай бик оҙаҡ торҙо ла, һаҫып бөткән күлдәк-ыштандарын сисә башланы, ә үҙҙәре, ҡурҡа-ҡурҡа, тәндәрен ҡапшай. Йәнәһе, ағзалары теүәлме? Ғәлимдең, ҡарағыһыҙ булған яһалма күн кепкаһы, Ғәлиҙең эт талағандай курткаһынан башҡа юғалтыуҙар булмағас, малайҙар, кейемдәрен ҡосаҡлап, кесерткәндән сағыла-сағыла, Бейе йылғаһына йүнәлде. Снаряд эленгән мөһабәт тирәк урынында ҙур, тәрән, һыулы соҡор барлыҡҡа килде. Эргә-тирәләге унлап ҡарт ҡара ерек сайралып бөткән. Ә малайҙарҙы ҡотҡарған силос траншеяһында, шартлауҙан шаңҡыған тәлмәрйендәр генә, әйгәҙәшеп, ятып ҡалды.
Был мәхшәрҙән айнып етә алмаған өс малай, Бейе йылғаһының йылы һыуында йыуынып алып, өйҙәренә сапты. Иртәгәһен ауған тирәк янында булмаған малай-шалай ҡалманы. Береһе снарядтың “1916 йылда Петроградта сыҡҡан” тигән келәймәле
ҙур ярсығын, бәке менән ике сәғәт буйы соҡоп ултырғандан һуң, ҙур ҡәнәғәтлек менән сумкаһының төбөнә һалып та ҡуйҙы. Ике көндән Аҙау урта мәктәбендә, Әйтмәмбәт ауылының унлап малайы, өс снарядты бергә бәйләп шартлатып, силос траншеяһында табан балығын шаңҡытып, тоҡлап өйҙәренә ташыған икән, тигән хәбәр таралды. “Хәрби һынау” үткән өс малай Иҫке ауыл яланынан башҡаса снаряд эҙләп йонсоманы. Уларға бер шартлау етте. Ер соҡоп, снаряд эҙләгән кешене күрһәләр, бармаҡ менән сикә тапҡырында борғолап ҡуялар ине.