+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Май 2019, 17:38

Беҙ Миллениалдар: “Альфа быуыны”

“А (альфа) быуынына” 2010 йылдан алып тыуған балалар инә. Йәғни, уларҙың ата-әсәләре – шул уҡ миллениалдар, “игрек” һәм “зет” быуындары вәкилдәре. Яҡынса иҫәпләп сығарғанда, “альфа”ларҙың иң өлкәндәре хәҙер башланғыс синыфтарҙа уҡый. Күбеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Улар әле бәләкәй.

Журналыбыҙҙың алдағы һандарында “игрек” һәм “зет” быуындары вәкилдәре тураһында яҙып үткәйнек. Бөгөн беҙҙең

арала иң йәш быуын һаналған “альфалар” тураһында һүҙ йөрөтмәксебеҙ.

“А (альфа) быуынына” 2010 йылдан алып тыуған балалар инә. Йәғни, уларҙың ата-әсәләре – шул уҡ миллениалдар, “игрек” һәм “зет” быуындары вәкилдәре. Яҡынса иҫәпләп сығарғанда, “альфа”ларҙың иң өлкәндәре хәҙер башланғыс синыфтарҙа уҡый. Күбеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Улар әле бәләкәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр уларҙың

ҡылыҡ-фиғел айырмалыҡтарын күҙәтеп, фәҡәт “альфа”ларға хас һыҙаттарҙы билдәләп тә ҡуйған.


Улар шыуыша башлағандан алып белем ала

“Игрек” һәм “зет”тарҙан айырмалы рәүештә, “Альфа быуыны” вәкиле һөйләшә башлағанға тиклем үк интернетты файҙалана белә. Тимәк, ул мәктәп йәшенә аяҡ баҫҡанда (6–7 йәшкә тиклем үк) күпселек ололар белмәгән мәғлүмәткә эйә була. Айырыуса, Ютубты бик тиҙ үҙләштерәләр. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Бының сере әллә ни ҡатмарлы ла түгел. Бала иламаһын өсөн ата-әсә уға йәнһүрәт ҡарарға планшет тоттороп ҡуя. Бер аҙҙан сабый үҙе үк ҡыҙыҡлы видеоларҙы табырға өйрәнә.

Һуңғы арала башҡорт ғаиләләрендә урыҫса һөйләшкән балалар күбәйә башланы. Эйе, улар башҡортса аңлайҙар, әммә яуапты урыҫ телендә ҡайтара. Ҡайҙан килә һуң был күренеш? Ә яуапты алыҫтан эҙләйһе түгел. “Альфа быуыны” вәкиле

экрандан ниндәй телдә видео ҡарай, шул телде ныҡлап аңына һеңдерә.

“Альфа”ларҙа һиҙемләү тойғоһо, ҡыҙыҡһыныу ныҡ үҫешкән. Улар теле асылғандан ҡыҙыҡһынған һорауҙы ата-әсәһенә бирмәй, яуапты интернеттан үҙаллы таба. Компьютер менән тауыш ярҙамында идара итеү бала өсөн уңайлы. Элегерәк ниндәйҙер мәғлүмәтте табыр өсөн яҙып эҙләргә кәрәк булһа, хәҙер “Алиса” йәки “Сири” программалары әүҙем ҡулланыла. Шуға күрә, был йәһәттән ата-әсә ярҙамы кәрәкмәй булып сыға. Ошонан сығып, “альфа”ларҙың ғәҙәттән тыш үҙаллы булыуҙары тураһында әйтергә була.

Саманан тыш компьютерлаштырылған донъяның “альфа”лар өсөн насар яғы ла бар. Австралия ғалимдары күҙаллауынса, бер нисә йылдан балалар араһында һимереү эпидемияһы кинәт кенә артасаҡ. Ысынлап та, бөтә эште бер төймәгә баҫып хәл итеү, хәрәкәт етмәү – әленән үк глобаль проблемаға әүерелеп бара.


“Альфа”ларҙы мөйөшкә ҡуйыу урынлымы?

“Альфа быуыны” балаларына бойороп, ниҙер эшләргә мәжбүр итеп булмай. Улар ҡурҡытыу, көс ҡулланыу, ҡысҡырыу, янау һәм яза биреүҙең нимә икәнлеген һәм ғөмүмән, бындай тәрбиә алымдарының ни өсөн кәрәклеген аңламай. Фәҡәт тыныс тонда нимә насар, ә нимә яҡшы икәнлеген аңлатыу, улар менән үҙ-ара килешеү төҙөү, маҡтау, уңыштары өсөн бүләкләү генә “альфа”ларҙың тыңлаусан, тәртипле булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итә. Ошонан сығып, шуны әйтергә була – “альфа”лар эске тәртип яҡлы. Уларға ни бары дөрөҫ йүнәлеш бирергә генә кәрәк.

Яңыраҡ “Аманат”тың сайтында беҙ киләсәктә мәктәптәр бөтөрөлөп, онлайн белем алыу ҡалдырыу ихтималлығы тураһында хәбәр иткәйнек. Уҡытыусылар урынына тьюторҙар, йәғни етәкселәр буласаҡ, ә балалар үҙ аллы белем аласаҡ. Хөкүмәттең был ҡарары тап шул “альфа”лар өсөн уйлап табылған да инде.


Ерҙең киләсәге – “альфа”лар ҡулында

Социологтар киләсәктә “альфа”лар донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыр, тип күҙаллай. Ысынлап та, яңы быуын вәкилдәре сабый саҡта үтә ныҡ әүҙем, тиктормаҫ булһалар ҙа, үҫә килә тыныс, донъяға айыҡ аҡыл менән бағыусан, йомшаҡ күңелле кеше булып үҫә. Улар кешегә ниндәйҙер ярлыҡ йәбештереүҙе яратмай. Ҡаршыһында торған кешенең кем

булыуы, уның дине, милләте ниндәй, хәллеме ул, әллә ярлымы – “альфа” өсөн барыбер. Моғайын, уның бөтөн донъя тураһында хәбәрҙар булыуында әлеге лә баяғы интернет тәрбиәһенең дә өлөшө барҙыр. Аңы сикле кеше генә агрессияға тиҙ бирелеүсән, уҫал була. Ә “альфа”лар уғата аҡыллы. Шуға ла ғалимдар уларҙы терроризмға, тәбиғәт ресурстарын тәләфләүгә сик ҡуя алырлыҡ аңлы быуын булырына шикләнмәй. Бәләкәйҙән тирә-йүнде күреп, аңлап, белем туплап үҫкәнгә күрә, уларҙа яуаплылыҡ тойғоһо көслө.
Читайте нас: