+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Май 2019, 22:10

Диктант яҙыуҙың башында кемдәр тора?

Иртәгә бөтә донъя менән башҡорт теленән диктант яҙабыҙ, тип хәбәр иткәйнек инде. Ысынлап та, 2015 йылда башланған матур сара быйыл тәүге тапҡыр халыҡ-ара статус алды, унда ҡатнашыусылар һаны ла йылдан-йыл арта бара.

Бөгөн иһә был акцияны уйлап тапҡан, уның тәүгеләренең башында торған ойоштороусы, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева менән бәләкәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Был диктантты яҙыу уйы Башҡортостан юлдаш телеканалында эшләгән сағымда башҡа килгәйне. Ул саҡта мин “Көндәлек” тип аталған тапшырыу әҙерләп алып бара инем. Уның сиктәрендә райондарға сығып, төрлө һөнәр кешеләренән диктант яҙҙыра инек. Аҙаҡ, ике йыл үткәс, еңеүселәрҙе Өфөгә саҡырып берҙәм дәүләт имтиханы кеүек итеп ойоштороп, еңеүселәрҙе билдәләнек. Шул саҡта уй тыуҙы ла инде: райондарҙы яҙҙырҙыҡ, ә ниңә бөтә республиканы яҙҙырып ҡарамаҫҡа? – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ул.


Ул саҡта теләген тормошҡа ашырыуҙа Рәшиҙә Мәһәҙиеваға Башҡорт дәүләт университеты ҙур ярҙам күрһәтә. Уҡыу йортоноң Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев менән башҡорт теле кафедраһы мөдире Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов уның идеяһын элеп ала. БДУ ректоры Николай Морозкин да ярҙам итергә әҙерлеген күрһәтә һәм эш дәртле генә башланып китә.


– Был сараға беҙ ҙур әҙерлек менән килдек. Белгестәр оптималь текст әҙерләне, дикторҙы ниндәй интонация менән уҡырға өйрәттеләр. Тәүге йылды Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылай инек, шуға күрә Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” тигән әҫәренән өҙөк яҙылды. Уны Хөрмәтулла Үтәшев уҡығайны. Диктант яҙыуҙа 3500 самаһы кеше ҡатнашҡайны, – ти Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы.


Бер ни тиклем техник ҡытыршылыҡтар ҙа ойоштороусының күңелендә уйылып ҡалған. Инде сара башланып ҡына торғанда, бик күп кешенең унда ҡатнашыу өсөн онлайн ҡушылыуы сәбәпле, техника түҙмәй, һүнә лә ҡуя. Шулай ҙа техниктар бик тиҙ арала етешһеҙлекте бөтөрөп, диктантты һәр теләгән кеше яҙыуға өлгәшә.


Башҡорт теленән региональ диктанттың символы итеп “Ә” хәрефе билдәләнә. Ойоштороусылар уны “әлифба”, “әсәй” тигән башҡорт теленең мөһим һәм матур һүҙҙәренә бәйләп ала.


Артабанғы йылдарҙа ҡатнашыусылар һаны тик арта ғына. Йыл һайын яңы авторҙар табыла, яңы дикторҙар йәлеп ителә. Өсөнсө йылында күрше төбәктәр ҙә ҡатнаша башлай. Быйыл иһә сараның халыҡ-ара статус менән үткәрелеүе тәүге ойоштороусыларҙы бик ҡыуандыра.


– Башҡортса диктант яҙыуҙың ошондай юғары кимәлгә сығыуы, унда кешеләрҙең күберәк ҡатнашыуы, әлбиттә, бик матур күренеш. Сараның төп маҡсаты – килеп, ҡатнашыу. Ҡатын-ҡыҙҙар милли биҙәүестәр тағып матур итеп килә, милләттәштәребеҙ үҙ-ара аралаша, ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнә бит ул был көн. Мин, мәҫәлән, иртәгә бишенсе тапҡыр диктант яҙырға барам, беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә мотлаҡ ҡатнашасаҡ. Барығыҙҙы ла унда ҡатнашырға саҡырам, – тине тәүге ойоштороусы.


Фото: Э. Солтанова.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: