+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2019, 16:38

Гөлнәзирә

Гөлнәзирәнең полигондағы мажаралары йәки “Хәрби әҙерлек-2019” Электән, ҙурыраҡ класс егеттәренең хәрби хеҙмәткә әҙерлек үтеүҙәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Махсус кейемдәге, һындарын төҙ тотоп, тура атлаған буласаҡ һалдаттар кемде һоҡландырмаҫ! Эх, егет булһам, мин дә шулай маршировкала йөрөр инем, тип хыялланып та алғаным булды (сөнки, улар араһында ҡыҙҙарҙы күргәнем юҡ ине).

Гөлнәзирәнең полигондағы мажаралары

йәки “Хәрби әҙерлек-2019”


Электән, ҙурыраҡ класс егеттәренең хәрби хеҙмәткә әҙерлек үтеүҙәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Махсус кейемдәге, һындарын төҙ тотоп, тура атлаған буласаҡ һалдаттар кемде һоҡландырмаҫ! Эх, егет булһам, мин дә шулай маршировкала йөрөр инем, тип хыялланып та алғаным булды (сөнки, улар араһында ҡыҙҙарҙы күргәнем юҡ ине).

Ниһайәт, класташтарыма ла хәрби әҙерлек үтеү мәле етте һәм шунда үҙемдең дә улар менән полигонға барғым килеүен аңланым. Минеңсә, полигонға барыу хәрби күнекмәләрҙең иң ҡыҙыҡ, серле өлөшө. Егеттәргә форма таратҡандарын күреп ҡалғас, оҙаҡ уйлап тормай, сиратҡа барҙым да баҫтым. Иң аҙаҡтан инеп, зинһар, мине лә алығыҙ, ысын атыш яланын күрергә теләгем ҙур, тинем. Әлбиттә, берәү ҙә әйҙә, әйҙә, тимәне, ҡәтғи генә юҡ тигән яуап ишетелде. Етенсе тапҡыр үтенгәндә лә ризалыҡ ала алмағас, аптырап, улайһа корреспондент булып барайым да, фото төшөрөп, аҙаҡ хәрби әҙерлектең нисек уҙыуы хаҡында мәктәп сайтына яҙып сығырмын, уҡыусыларға ҡыҙыҡ булыр, тинем. Был тәҡдимде ОБЖ уҡытыусыһы арыу тип тапты ахырыһы, әллә минең менән күп һүҙ көрәштереп ваҡыт әрәм иткеһе килмәгәндәнме икән, ярай ,яҙырһың, тип ҡул һелтәне.

Тәғәйенләнгән көндә, таңғы биштә, алдан әҙерләгән хәрби төҫтәге, стилдәге кейемдәремде кейеп, Совет районы мәктәптәренән полигонға барыусылар йыйылған урынға юлландым. Уҡытыусыма шылтыраттым, онотор ҙа, бармаҫ тип уйланымы икән, әҙерәк аптырап китте лә, әллә йөрөмәйһеңме тип ҡараны. Минең килә ятҡанымды белгәс, рөхсәт итте. Буласаҡ һалдаттар махсус автобустарҙы көткән урынға яҡынлаған һайын, күңелдә ниндәйҙер ҡыуаныслы тулҡынланыу арта барҙы. Класташтарым минең килеүемде төрлөсә ҡабул итте. Берәүҙәре беҙҙе оҙатырға килдеңме тип шаяртты, икенселәре иртәнге йүгереүгә сыҡҡаным да, осраҡлы ғына улар янына килеп юлыҡҡанмын тип уйланы. Сәғәт ярым көткәс, йыйылғандарҙы ҙур-ҙур автобустарға тейәнеләр ҙә, полиция хеҙмәткәрҙәре һағы аҫтында Алкино ҡасабаһы эргәһендәге хәрби полигонға юлландыҡ. Егеттәр өсөн был алдан көтөлгән, ябай сәфәр булғанғамы, артыҡ иҫтәре китмәгән һымаҡ тойолдо, хатта күптәре юлда күҙҙәрен йомоп, серем итеп барҙы. Ә мин урынымда ултырып сыҙай алмай, тиҙерәк хәрби часты күргем килде.

Барғас, башҡа мәктәптәр араһында сират алып, яланға ял итергә туҡтаныҡ, ҡапҡылап алдыҡ. Алыҫ түгел атыу тауыштары ла ишеткәс, бөтөнләй йөрәкһетте. Унда егеттәр геү килә. Үҙҙәрен буласаҡ ил һаҡсылары итеп тойоп, кәүҙәләрен төҙ тотоп йөрөйҙәр, етмәһә. Байтаҡ ваҡыт үтте, беҙҙең сират һаман етмәй. Шул ваҡыт формалағы бер оло ғына ағай кеше эргәбеҙгә килде, хәбәрен һөйләне лә, миңә оҙаҡ итеп текәлеп ҡарап торҙо. Нишләп бында ҡыҙ кешене алып килдегеҙ тип уҡытыусымды шелтәләмәһә ярар ине тип, ҡотом осто. Бәхетемә күрә ул ағай: “Абау, ҡыҙ кеше лә килгән икән, бындай осраҡтар бик һирәк була беҙҙә. Атырға тип килдеңме, әллә егеттәрҙе дәртләндереп торорғамы”, – тине. Шул һүҙҙәрҙән һуң мин ҡыйыуланып киттем. Егеттәр дүрт колоннаға теҙелгәс, йәһәт кенә араларына баҫтым да, полигонға инеп киттек. Инде теләгем тормошҡа аша шикелле тип ҡыуанып, башҡалар менән бергә инструктаж тыңлап торғанда, уҡытыусым Булат Салауат улы саҡырып алды ла, был инструктаж һиңә ҡағылмай, һин унда нимә ҡарап тораһың ул, тине. Кәйеф әҙерәк төшһә лә, һыр бирмәнем, сөнки мин бында, ысынлап та, хәбәрсе булараҡ килергә генә рөхсәт алғайным бит. Шулай итеп, мине, атышты яҡындан күҙәтеп кенә торорға тип, хәрби һаҡсылар янына ебәрҙеләр. Егеттәрҙең инструктаж үткәс, патрондар алып, каска һәм бронежилет кейеп, атыу урынына берәм-берәм йүгергәндәрен фотоға төшөрҙөм. Журналист кеше һәр нәмәгә иғтибарлы булырға тейеш тип, уларҙы күҙәттем. Шул арала, эргәлә ҡарауылда торған һалдат ағайҙар нисек дөрөҫ атырға, сәпкә тейергә икәнен һөйләп, аңлатып өлгөрҙө. Бөтә уҡыусы егеттәр ҙә атып бөткәс, етәкселәргә патрондар бирҙеләр. Шунан уҡытыусы миңә ҡараш ташлап, килеүен килгәс, атып ҡарарға ла кәрәктер инде, тине. Йәһәтләп, әйе тип баш ҡаҡтым. Тик ул, ҡурҡһаң – атма, икеләнһәң дә – атма, тип киҫәтте. Булат Салауат улы, берҙе әйткәс уйымдан кире ҡатмайым инде, тинем дә, бронежилет кейергә йүгерҙем. Ата торған урында ла оло ғына бабай тора ине. Калашников винтовкаһынан беренсе тапҡыр атырға йыйыныуымды белгәс, тыныс ҡына итеп барыһын да аңлатты. Алға ҡарап курокка баҫтым, әллә ике, әллә өс пуля атылып сыҡты ла, йә Хоҙай, сәпкә барып тейҙе. Хәрби ағай “Афарин!” тигәс, күңел күтәрелде. Ҡалғандарын ҡәҙерләберәк аттым. Егеттәр атҡанда ҡолаҡ тона тип ҡурҡытһа ла, ҡолаҡ та тонманы. Касҡа менән жилет размерҙары миңә бик ҙурҙан тура килгән, ул жилет эсенә миндәй тағы ике ҡыҙ һыйыр ине, моғайын.

Строй менән атлап, кире автобусҡа барып ултырҙыҡ. Полигондан сыҡҡас ҡына оҙон сәсемде ҡаплаған кепка менән йәшел курткамды систем, башҡа мәктәп уҡыусылары шунда ғына минең ҡыҙ кеше икәнлегемде аңғарып, аптыраштылар. Кире юл буйына шатлығымдан ауыҙым ҡолаҡҡа етеп йылмайып ултырҙым. Эстән генә уйымды тормошҡа ашырыуға ҡаршы төшмәгән Булат Салауат улына рәхмәт уҡыным. Уҡытыусым аҙаҡ полигонда 35 йыл эсендә хәрби әҙерлек курсына килгән беренсе ҡыҙ булды тип әйттеләр тигәс, бөтөнләй түбәм күккә тейҙе. Шулай итеп, полигонға мәктәп сайтына класташ егеттәремдең нисек хәрби әҙерлек үтеүе хаҡында мәҡәлә яҙам тип барһам да, был яҙмам күберәк үҙемдең хис-тойғоларым тураһында килде лә сыҡты. Егеттәр хаҡында нимә әйтәһең инде, беҙҙең мәктәп уҡыусылары йыл да һынатмай, хәрби әҙерлекте юғары кимәлдә үтә, быны барыһы ла белә. Быйыл барған егеттәр ҙә шул йолаға тоғро ҡалды, йәғни маладис булдылар. Улар минең кеүек бер көн полигонға барыу менән генә сикләнмәне, әлбиттә, тулы курс үтеп, физик яҡтан да, зиһен яғынан да ил һаҡларға әҙер икәнлектәрен иҫбатланы. Ғорурланам класташтарым менән! Ә минең был мажара ҙур иҫтәлек кенә булып ҡалһын инде, сөнки хәрбиҙәр тормошо ни тиклем генә ҡыҙыҡ һәм ылыҡтырғыс булып күренмәһен, барыбер ҙә ул ҡыҙҙар эше түгел!

Кискеһен, түҙмәй, был хәл тураһында ауылға Гөлсәсәк өләсәйемә шылтыратып һөйләгәйнем, уның ғына иҫе китмәне, мин дә малайҙар араһында бер үҙем винтовканан атырға йөрөй торғайным, миңә оҡшағанһың инде, яугирлыҡ башҡот ҡыҙҙарының ҡанында бар инде ул тине.

Гөлнәзирә БУРАНҠАЕВА, X класс уҡыусыһы
Читайте нас: