Моғайын, селфи тураһында белмәгән кеше бик һирәктер. Бәғзеләребеҙ телефон һатып алғанда иң беренсе уның фотокамераһының сифатына ҡарай – селфи эшләрлекме-юҡмы?
Ә һеҙ уның төрҙәре тураһында хәбәрҙармы? Түбәндә беҙ селфиҙың иң популяр 11 төрө менән таныштырабыҙ.
Мелфи – ул ир-егеттәр селфиһы. Әлбиттә, ҡыҙҙарға ҡарағанда, егеттәр был шөғөлдө һирәгерәк үҙ итә. АҠШ ғалимдары үҙ-үҙен йыш фотоға төшөрөүсе ир-егеттәрҙе психик яҡтан сирле тип таныған.
Әгәр ҙә үҙ-үҙен фотоға төшөрөүсе камераға берәй хайуанды ла эләктерһә, был төр селфи фелфи тип атала икән. Был йәһәттән, эт, йәки бесәй ҡосаҡлап төшөүселәрҙең фотолары интернет тулы.
Усси тип күмәкләп фотоға төшөү атала. Йәғни бер кеше ҡулын һуҙып фотоға төшөрә, а ҡалғандары уның артында тора.
Көҙгөлө лифтта фотоға төшөү ҙә айырым бер атамаға эйә икән. Лифтолук тип атала ул. 10-сы ҡаттан 1-сегә төшөп еткәнсе ҡыҙҙар 30–35 фото төшөрөп өлгөрә, ти, хатта.
Иң күп селфи ҡайҙа эшләнелә тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, спорт залында! Тап шуның өсөн уның исеме лә фитнесселфи.
Ә инде һөйгәнең менән парлашып фотоға төшөү – релфи тип атала. Тик бындай фотоны интернет селтәренә һалырға ашыҡмағыҙ, “дуҫтар” араһында көнсөлдәре лә осрауы бар. Мөнәсәбәттәргә күҙ теймәһен тиһәгеҙ, релфины сәхифәнән юйып ташлауығыҙ хәйерлерәк булыр.
ӘЙТКӘНДӘЙ, “Аманат” журналына бер ай эсендә генә әллә күпме фото килә. Шулар араһында ҡыҙыҡлы селфиҙар ҙа бар. Ҡыҙыҡ булһын әйҙә, тинек тә, уларҙы ла бер нисә төргә бүлеп сыҡтыҡ. Шуға, ауыҙ тултырып, хәҙер башҡорт селфиһы ла бар, тип әйтә алабыҙ!
ҠЫМЫҘФИ – хуш еҫле эсемлек тотоп төшөүҙе беҙ шулай тип атарға булдыҡ. Үҙенсәлекле яңғырай, шулай бит?!
Ауылда кем дә кем бер йәй булһа ла ял иткән, ул кеше бесәнгә йөрөүҙең нимә икәнлеген белә инде ул. Йәйге сәхрәлә фотоға
төшмәй ҡалыу мөмкинме һуң? БЕСӘНФИ бына ошонан килеп сыға ла инде.
Ә бына ҺЫУФИ – тимәк, һыу эсендә, йәки һыу фонында, яр башында тороп фотоға төшөү.
ГӨЛФИны Гөлфиә исеме менән бутап ҡуймағыҙ! Сәскә яратҡан ҡыҙҙарҙың иң яратҡан селфи төрө ул. Айырыуса, йәй көнө баҡсала төшкән гөлфиҙар матур була.
Ошоноң менән селфиҙар исемлеген ослап торайыҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә “Селфилы каникул” тигән фотоконкурс бара. Һеҙ унда үҙегеҙҙең ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ. Еңеүсене беҙ йәйҙең аҙаҡҡы көнөндә билдәләйбеҙ һәм уға иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.
Һүрәттә: "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе, Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы Заһиҙә Рәжәпованан ҡымыҙфи.