+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Август 2019, 23:34

Алға ҡуйһаң ҙур теләк, эшкә дәрт таба йөрәк

Башҡортостан иҡтисадының быйылғы тәүге ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһе нимә күрһәтте?

Республика Хөкүмәтенең Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән ултырышы һәм унда төбәгебеҙҙең быйылғы тәүге ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарының тикшерелеүе тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Унда төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ видеоконференция форматында ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.


Йылдың нисек булыры башынан билдәле


– Дөйөм алғанда, быйылғы йыл республика өсөн ыңғай бара, – тине үҙенең инеш сығышында Радий Фәрит улы. – Ҡайһы бер индикаторҙар буйынса алдан күҙалланған күрһәткестәрҙе уҙып та киттек. Сәнәғәт һәйбәт темпта үҫә, ауыл хужалығында һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр 100 процентҡа сыҡтыҡ. Төҙөлөш тармағы ла һиҙелерлек йәнләнде – торлаҡ төҙөп тапшырыу 13,4 процентҡа артты. Ғөмүмән, был тармаҡта беҙ барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла “плюс”та барабыҙ. Сауҙа өлкәһе эшмәкәрлеге 3,2 процентҡа үҫте, был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынға сыҡты һәм Рәсәй төбәктәре араһында тәүге тиҫтәгә инде. Ошо хәл реаль эш хаҡының да арта төшөүен һәм халыҡтың һатып алыу һәләтенең көсәйә барыуын аңлата.


Эшһеҙлектең кәмеүе һәм хеҙмәт баҙарының тотороҡланыуы ла бөгөн мөһим күрһәткестәр булып тора. Республика етәксеһе демография мәсьәләләренә айырым иғтибар бирергә ҡушты, бында тәүге сиратта тыуымдың кәмеүе һәм сирҙән, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүҙән үлеү сәбәптәре күҙ уңында тотолорға тейеш.


Иҡтисад үҫешкә ишаралай


Күпселек макроиҡтисади күрһәткестәр беҙҙә Рәсәй буйынса уртаса алғандағынан юғарыраҡ. Йылдың тәүге алты айында республикала етештереп һатып алыусыларға оҙатылған продукция күләме 9,4 процентҡа артҡан һәм 1,2 триллион һумға еткән. Ойошмаларҙың тауар әйләнеше, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, уртаса 8,5 процентҡа артҡан, сәнәғәт етештереүе индексы 104,4 процент тәшкил итә, ә Рәсәй буйынса ул – 102,6 процент.


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов әйтеүенсә, ауыл хужалығындағы алға китеш фермер хужалыҡтарына һәм ауыл хужалығы кооперацияһына дәүләт яғынан комплекслы ярҙам күрһәтелеүе менән аңлатыла. Һөҙөмтәлә, былтырғы осор менән сағыштырғанда, аграр тармаҡтың ошо өлкәһендә 3,5 процентҡа күберәк продукция етештерелгән. Шуныһы ҡыуаныслы: үҫеш малсылыҡҡа ла, үҫемлекселеккә лә ҡағыла.


Йыл һайын грант рәүешендә ярҙам күрһәтеү ауыл хужалығы кооперативтарының 265-кә етеүенә алып килде, шул иҫәптән быйыл ғына ла 55 предприятие ойошторолған. Бындай кооперацияға 2 885 ярҙамсы һәм фермер хужалығы йәлеп ителгән. Ауыл хужалығының тулайым продукцияһы артыуына былтыр предприятиеларҙа биш мең гектарҙа юғары технологиялы сәнәғәт теплицаларын сафҡа индереү сәбәпсе булды.


Ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу иҫәбенә тауар һөтө етештереүҙе арттырыу төҫмөрләнә. Шул уҡ ваҡытта ит етештереүҙең кәмеүе күҙәтелә. Сәбәбе – Мичурин исемендәге сусҡасылыҡ комплексында һәм “Русское зерно” йәмғиәтенең ҡошсолоҡ фабрикаларында ҡорамалдарҙы яңыртыу эше башланған.


Райондар буйынса ҡарағанда, ауыл хужалығының тулайым продукцияһы артыуы 48 муниципалитетта күҙәтелә. Айырыуса Бүздәк, Асҡын, Әбйәлил, Учалы, Шишмә райондарының аграрийҙары һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән.


Инвестиция – замандың төп күрһәткесе


Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына арналған ултырышта ошо осорҙағы инвестиция күләменең байтаҡҡа артыуы билдәләнде.

– Инвестиция эшмәкәрлеге буйынса ярты йыллыҡ йомғаҡтары августа ғына билдәле буласаҡ, ләкин тәүге өс айҙа ғына ла төбәк иҡтисадына 40,2 миллиард һум һалынған, был үткән йылғы күрһәткестән 4,3 процентҡа юғарыраҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы –Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. – Был йүнәлештә “Инвестсәғәт”тәр ҙә ныҡ ҡына ыңғай йоғонто яһай. Йыл башынан алып уларҙа дөйөм инвестиция күләме 132 миллиард һумдан ашҡан 71 инвестпроект ҡаралды, улар 13 мең өҫтәмә эш урыны булдырыуҙы ла күҙ уңында тота.


Был йүнәлештәге ыңғай динамикаға иң ҙур өлөштө нефть эшкәртеү һәм химия тармаҡтары индергән. Йыл аҙағына саҡлы республиканың иң ҙур предприятиелары капитал һалыуҙы 1,5 тапҡырға арттырыуҙы планлаштыра. Дәүләт яғынан инвестиция сығымдарын быйыл 1,8 тапҡырға арттырырға ниәтләйҙәр. Райондар буйынса алһаҡ, инвестиция күләме 43 биләмәлә артасаҡ: бында бигерәк тә Архангел, Ҡалтасы, Бишбүләк, Йылайыр һәм Көйөргәҙе райондары айырыуса иғтибар үҙәгенә эләгә.


– Республиканың инвестиция үҫешенең йәнләнеүенә идара итеү ҡарарҙарын ҡабул иткәндә, инвесторҙар менән эш итеү алымдарының үҙгәреүе сәбәпсе, – тине Илшат Азамат улы. Шул иҫәптән муниципаль берәмектәр ҙә инвесторҙар менән эш итеүҙе йәнләндерҙе. Улар һәр кесе йомала “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә бизнесмендар менән берлектә уларҙың тәҡдимдәрен ҡарай һәм артабан йылдам рәүештә ҡарарҙар ҡабул ителә. Райондарҙа ошо осорҙа 1 200-ҙән ашыу потенциаль инвестиция проекттары ҡаралған да инде. Инвесторҙар айырыуса Баймаҡ, Дәүләкән һәм Өфө райондарында әүҙемлек күрһәтә.


Республикала инвестиция ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса системалы эш дауам итә. Дәүләт ярҙамы сараларын алыу тәртибен уңайлаштырыу маҡсатында республиканың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау тәртибе ябайлаштырылған. Юғары технологиялы етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү һәм импортты алмаштырыу менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн Махсус инвестиция контракты төҙөү тәртибе булдырылған.


Ҡаҙна һәм һалымдар


Төбәктең дөйөм аҡса янсығын тултырыу эше лә ыңғай бара. 1 ғинуарҙан алып тупланған бюджетҡа һалымдарҙан һәм һалымға ҡарамаған түләүҙәрҙән 87 миллиард һум аҡса ингән. Бер тапҡыр ғына түләнергә тейешле суммаларҙы иҫәпкә алмағанда ла, бюджет кереме 7,6 миллиард һумға, йәғни былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 9,6 процентҡа артҡан. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урынға сыҡты.


Был тәңгәлдә шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: ҡаҙнаға ингән килем күләменең артыуы бюджетта ҡаралған планлы дефицитты кәметеү мөмкинлеге бирә. “Шул уҡ ваҡытта килем администраторҙарына ҡаҙнаны тултырыу, бурыстарҙы ҡайтартыу буйынса сараларҙың барыһын да файҙаланырға кәрәк”, – тине Илшат Азамат улы.


Ҡаҙнаның 81,7 миллиард һумы, йәғни 80 проценты тиерлек, социаль сығымдарға тотонолған. 2012 йылғы “май указдары”на ярашлы, эш хаҡы буйынса өлгәшелгән күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалыу бүленгән аҡсаны үҙ ваҡытында файҙаланыу буйынса яуаплылыҡты ла көсәйтә. Ултырышта шуныһы айырыуса иғтибарға алынды: ҡаҙнаның сығымдар өлөшөн башҡарыу темпы тупланған бюджет буйынса ла, республика кимәлендә лә былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда яҡшырған. Йылдың икенсе кварталында һәм июндә бюджет аҡсаһын тотоноу тиҙерәк барған.


Шул уҡ ваҡытта икенсе ярты йыллыҡта, айырыуса дүртенсе кварталда ҡаҙна сығымдарын үҙләштереүгә ауырлыҡ күберәк төшәсәк. Бюджет аҡсаһын иң күп тотоноусылар – Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, дәүләт комитеттары икенсе кварталда бюджетты эҙмә-эҙлекле рәүештә файҙалана барһын өсөн, был эште айырым контролдә тоторға кәрәк, тип билдәләнде.


“Киләсәк фабрикаһы” булдырыла


Быйылғы тәүге алты айҙа, йыл башы менән сағыштырғанда, республикала урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары һаны дүрт мең субъектҡа артты һәм хәҙер бындай бизнес ойошмалары 130 мең берәмек тәшкил итә. Киләһе йылға маҡсат – уларҙы 140 меңгә еткереү.


Тәүге ярты йыллыҡта эшҡыуарлыҡ инфраструктураһын булдырыу һәм уны үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылған. Ошо маҡсатҡа дүрт төбәк проекты буйынса 379 миллион һум ҡаралған. Алты айҙа уның 40 проценты файҙаланылған. Мәҫәлән, федераль ярҙам нигеҙендә республикала “Минең бизнесым” исемле эшҡыуарлыҡ үҙәге ишектәрен асҡан. “Киләсәк фабрикаһы” тип аталған махсус бизнес үҙәген асыу буйынса башланғыс та тиҙ арала хәл ителгән, унда бизнес-акселератор эшкә ҡушылған да инде, оҙаҡламай йәштәрҙең инновация ижады үҙәге асыласаҡ. Бынан тыш, быйыл төбәк үҫеше институттары сараларын уҙғарыу ҡарала. Мәҫәлән, Башҡортостандың микрокредит компанияһын финанслау күләме 500 миллион һумға саҡлы арттырылған.


Киләсәк һанлы технологияларға нигеҙләнә


Мәғлүмәт-коммунация технологиялары өлкәһен үҫтереү “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли программаһы нигеҙендә башҡарыла. Уны тормошҡа ашырыу буйынса тәүге ике йылда төп эште мәғлүмәт инфраструктураһының сифатын яҡшыртыуға йүнәлткәндәр. Бөгөн интернет селтәре менән республика халҡының 90 проценттан ашыуы файҙалана ала. Башҡортостандағы социаль әһәмиәтле объекттарҙы киң һыҙатлы интернет менән тәьмин итеү буйынса ла ҙур эш башҡарыла. Бындағы саралар тейешле милли программаға ярашлы фәҡәт федераль финанслау нигеҙендә тормошҡа аша. Ошо йүнәлештә Рәсәй Элемтә министрлығы исемлегенә республиканың социаль әһәмиәтле 2 770 объекты индерелгән.

Һанлы телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса саралар ҙа ваҡытында үтәлгән. Әлеге көнгә планлаштырылған 216 объекттың барыһы ла файҙаланыуға тапшырылған һәм трансляция алып бара. Республика халҡының 96 проценты һанлы телевизион сигналдың сифатын һәм өҫтөнлөктәрен баһалау форсатына эйә.


– Бынан тыш, “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли программаһында ҡаралғанса, персональ һанлы сертификаттарҙы тапшырыу моделдәрен һынау бара, был иһә республика халҡына һанлы иҡтисад мәсьәләләре буйынса түләүһеҙ уҡыу мөмкинлеге бирәсәк, – тине вице-премьер вазифаһын башҡарыусы.


Нимә булды һиңә, демография?


Тәбиғи, проблемалар ҙа юҡ түгел. Шуларҙың иң ҙур борсолоу тыуҙырғаны – тыуымдың кәмеүе һәм халыҡтың тәбиғи артымы һүлпәнәйеүе. Был темаға тәүге ярты йыл йомғаҡтарына арналған ултырышта Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова сығыш яһаны.


– Был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары “Демография” милли проектында ҡаралған, – тине Ленара Хәким ҡыҙы. – Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙамлашыу, мәктәпкәсә йәштәге белем биреүҙе һәр ғаиләгә тәьмин итеү, йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы ҡарау шарттары тыуҙырыу буйынса өҫтәмә механизмдар булдырыла. Был һәм башҡа саралар йәш әсәләрҙең мәшғүллеген арттырасаҡ, тыуымдың артыуына һәм ғаиләләрҙең килеме артыуына килтерәсәк.


Вице-премьерҙың сығышынан күре­неүенсә, республикала балалар баҡсаларына сират ҡырҡыу булыуын дауам итә. Уны хәл итеү өсөн республика профессиональ тәрбиәселәр әҙерләү буйынса пилот төбәктәре исемлегенә индерелгән. Уҡыу тамамланғас һәм сертификат алғас, һәр тәрбиәсе үҙ йортонда, социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә, предприятие һәм ойошмаларҙа кескәйҙәр өсөн төркөм ойоштороу, шулай уҡ ғаиләләргә барып бала ҡарау хоҡуғына эйә буласаҡ.


Бынан тыш, республикала һөт кухняларын тергеҙеү ҙә ҡарала, улар өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы таҙа һәм файҙалы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуясаҡ.


Башҡортостанда медицина учреждениелары төҙөүгә һәм уларҙың халыҡ өсөн файҙаланыуҙа уңайлы булырға тейешлегенә иғтибар арта, был да демография күрһәткестәрен яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Йыл аҙағына саҡлы ике ҙур поликлиниканы һәм 25 фельдшер-акушерлыҡ пунктын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Туймазыла һәм Дүртөйлөлә яңы поликлиникалар, ә Языковола дауалау корпусы төҙөлөштәре әүҙем бара. Быйыл Стәрлетамаҡта һөт фабрика-кухняһы эшләй башлауы тураһында гәзитебеҙ хәбәр иткәйне инде. Йыл аҙағына саҡлы ошондай уҡ объекттар Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Нефтекамала һәм Белоретта ла булдырыласаҡ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Читайте нас: