-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Сентябрь 2019, 12:10

Насвай - бик ҡурҡыныс нәмә ул!

Насвайҙы наркотик түгел тиеүселәр бик ныҡ яңылыша. Рәсәйҙә ул тыйылған матдәләр исемлегенә инә. Уға тауыҡ тиҙәген дә, дөйәнекен дә ҡушалар. Бынан тыш, махорка, һүндерелгән эзбиз, көл һәм тағы кеше тиҙерәк насвайға өйрәнһен дә, күберәк ҡулланһын өсөн төрлө-төрлө химик ҡушымталар өҫтәйҙәр. Һөҙөмтәлә организм никотинға ғына түгел, башҡа үлемесле матдәләргә лә өйрәнә һәм көн дә уларҙы талап итә башлай.

Унда никотин тәмәкегә ҡарағанда күберәк, ирен аҫтындағы лайлалы ҡатлам аша ҡанға тиҙ үтеп инә һәм аңды томалай. Организм хәлһеҙләнә, мускулдар тотмай башлай, күҙ алды томанлана, юҡ-барға көлкө килә. Әммә был тәьҫир 5–7 минут ҡына дауам итә. Кеше уны тағы ҡуллана, тағы һәм… Наркоманға әйләнгәнен бәйлелек барлыҡҡа килгәс кенә аңлай. Уны артабан бына ниҙәр көтә:

  • Ауыҙ ҡыуышлығының яман шеше (шул иҫәптән тел, ирен, тамаҡ яман шештәре);
  • Теш ҡаҙнаһы ауырыуҙары. Бөтөнләй тешһеҙ ҡалырға мөмкин;
  • Эсәктә һәм башҡа органдарҙа бабасыр, ҡыл йылан (глист) үрсеүе, вируслы гепатит кеүек ҡурҡыныс инфекцион ауырыуҙарға дусар булыу. Был паразиттар насвайҙағы тиҙәк аша күсә һәм бик тиҙ үрсей;
  • Никотинға бәйлелек. Ул тәмәке тартҡандағыға ҡарағанда күпкә көслөрәк;
  • Тауыҡ тиҙәге ауыҙ, ҡыҙыл үңәс һәм ашҡаҙан эсендәге лайлалы ҡатламды яндыра һәм тиҙ арала кеше сей яра менән ауырый башлай;
  • Насвай ҡулланған кеше тиҙ ярһыусан, тотанаҡһыҙ була башлай, апатияға бирелә, хәтере насарая;
  • 100% түлһеҙлек. Был проблема ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ир-егеттәргә лә янай.
Быйыл йәй Башҡортостанда банан ташыусы йөк машинаһында 225 килограмдан артыҡ насвай тапҡандар. Тимәк, афәт туҡтарға әле уйламай.


Насвай тураһында тиҫтерҙәрең фекере:

А.: “Һабантуй ваҡытында дуҫтарым менән бер яҡ ситтә һөйләшеп торабыҙ. Бер ваҡыт бер егет килде лә, “Насвай кәрәкмәйме?” – тип һораны. Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, нимә икәнлеген белергә булдыҡ. Һатып алдыҡ. Теге егет тиҙ генә нисек итеп ҡулланырға икәнлеген күрһәтте лә шунда уҡ китеп тә барҙы. Ул әйткәнсә эшләнек. Бер нәмә лә тоймаған һымаҡбыҙ, хәйер, тәме әллә нисек, һаҫыҡ үҙе. Пакет төбөндә ҡалды.

Мин, әйҙә ырғытайыҡ, тинем. Дуҫым: “Әйҙә, һатайыҡ. Алырҙармы икән”, – тип яуапланы. Йөҙ-башы көнсығыш яғынан булғанға оҡшаған бер иргә тәҡдим иттек. Ул пакетты алды ла күҙҙәре ҙур булып китте. “Һеҙ нимә, миңә тауыҡ тиҙәге биреп тораһығыҙ!” – тип һүгенеп ебәрҙе. Уның эргәһенән ҡасып киттек.

Еҫкәп ҡарайбыҙ – ысынлап та, тауыҡтыҡы. Һабантуй ҡайғыһы китте, уҡшыта башланы. Насвай менән танышыуым шулай тамамланды. Хәҙер исемен ишетһәм, теге насар еҫ иҫкә төшә лә ҡуя. Башҡа улай итеп теләһә нәмә “тәмләп” йөрөмәҫкә һабаҡ булды”.


Л.: “Егетем былтыр көҙ насвай ҡуллана башлаған. Тәүҙә, миңә әйтмәй, йәшереп йөрөнө. Һуңынан, дуҫтар менән кисен йөрөп килергә сыҡҡан арала кеҫәһенән пакет сығарғанын күреп ҡалдым. “Нимә ул?” – тип һорағайным, асыуланып, бөтөн дуҫтар алдында миңә енләнеп ҡысҡырҙы.

Илап ҡайттым да, интернетты асып, насвай тураһында уҡыным, аҙаҡ уның ҡот осҡос нәмә икәнлеген күргәс, егетемде был шөғөлөн ташларға өгөтләп тә йөрөнөм. Ә уға барыбер, ташлайым тиһә лә, ташламай. Насвайһыҙ йәшәй алмай, шикелле, ул хәҙер”.


Ҡыҙҙар, егеттәр! Иҫерткес, ал йытҡыс нәмәләрҙән йыраҡ тороғоҙ! Улар кешене үлемгә илтә! АЛЛАМ ҺАҠЛАҺЫН!
Читайте нас: