-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Сентябрь 2019, 20:28

Шағирә Гөлфиә Иҙелбаеваны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, тәржемәсе, драматург, журналист Гөлфиә Иҙелбаеваның тыуған көнө! Яратҡан әҙибәбеҙҙең ижад шишмәләре гелән урғылып, ҡайнап торһон, уға бәхет, һаулыҡ һәм күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ!

– Һөйөнсө! “Пионер” журналы килде! Хат ташыусының, гәзит-журналдар тултырылған ҙур сумкаһын күтәреп, мәктәп ҡапҡаһынан инеп килгәнен күреп, тәнәфескә сыҡҡан уҡыусылар уны ишек алдында уҡ уратып алды. “Башҡортостан пионеры” гәзите менән “Пионер” журналын алдырмаған уҡыусы булмай торғайны ул осорҙа мәктәптәрҙә.



Әлшәй районының Һарыш башланғыс мәктәбендәге балаларға ла ҡыуаныслы ваҡиға була торғайны һәр кемгә килә торған был баҫмалар. Тәүҙә уҡып сығабыҙ, шунан фекер алышабыҙ, шиғырҙарын ятлап һөйләйбеҙ. Пьесалар баҫылһа, байрамдарҙа спектакль итеп ҡуябыҙ. Күренекле яҙыусыларыбыҙ Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Фәүзиә Рәхимғолова, Шәриф Бикҡол, Фәрит Иҫәнғолов һәм башҡа бик күптәрҙең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен беҙиң тәүҙә әле әйтеп кителгән баҫмаларҙа уҡып таныштыҡ. “Уҡыусылар ижады” тип аталған биттәрендә башлап яҙыу сыларҙың да шиғыр һәм хикәйәләре мәҡәләләре донъя күрә.


“И-их! Ошо гәзит-журналда минең дә яҙмаларым донъя күрһен ине ул!” – тигән сәмле уй килдебер көн Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыған саҡта. Әҙәбиәт уҡытыусыларым Гөлйыһан һәм Тайфа апайҙарым, минең теләгемде ҡеүәтләп, шиғри шәлкемдәремде “Башҡортостан пионеры” менән “Пионер” журналына ебәрҙе. Тәүгеләре үк баҫылмаһа ла, редакцияла эшләгән журналист апай-ағайҙарҙың, тәүге яҙмаларымды уҡып, күңелде күтәреп яҙған хаттары тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Тәүҙә “Башҡортостан пионеры”нда “Таң” тигән бер шиғырым, күп тә үтмәй, “Пионер” журналының ике битен тултырып, шиғри шәлкемем донъя күрҙе. Күпме ҡыуаныс алып килде, яҡты хыялдарға ҡанат ҡуйҙы был гәзит-журнал, артабанғы ижадымдың шишмә башы булды.


Кем уйлаған әле ул саҡта киләсәктә ошо изгелекле баҫмаларҙың береһендә, мин, ҡәҙерләп, йылдыҡын – йылға йыйып барған “Пионер” журналының редакцияһында, үҙемә лә эшләргә тура килер тип?!


Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, өс йыл Сибай педагогия училищеһендә уҡыттым, ул осорҙа ла шиғыр шәлкемдәрем, әкиәттәрем һәм мәҡәләләрем республика гәзит-журналдарында сыға килде. Ә балалар өсөн яҙылған ике йыйынтығым “Миңә бары өс кенә” һәм “Зәңгәр тубым” студент йылдарында уҡ донъя күргәйне. Аҙаҡ ярты йыл “Совет Башҡортостаны”нда (хәҙерге “Башҡортостан”) эшләгәс, “Пионер” журналының ул саҡтағы баш мөхәррире, күренекле балалар яҙыусыһы, иң шәп лирик йырҙар авторы, фронтовик Шәриф ағай Бикҡол мине “Пионер” журналына эшкә саҡырҙы. “Беҙгә балалар өсөн яҙыусы журналист кәрәк, улар күп түгел, шуға күрә һин, беҙҙең журналда эшләргә тейешһең!” – тине.


Мин шатланып риза булдым. “Мәктәп тормошо” бүлегендә эшләү мине яңынан балаларға, уҡыусыларға яҡынайтты. Журналға материалдар әҙерләгәндә Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Муса Ғәли, Фәүзиә Рәхимғолова, Рәйес Низамов, Фәрит Иҫәнғолов, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев һымаҡ балалар өсөн матур-матур әҫәрҙәр ижад итеүсе әҙиптәр менән таныштым. Журналда уларҙың сығыштарын ойошторҙом, әңгәмәләшеп ултырырға тура килгеләне. Һәр береһе минең ижадым менән дә ҡыҙыҡһынып, үҙҙәренең кәңәштәрен бирҙе.


“Пионер” журналы ул саҡта 65-70 мең тираж менән сыға ине. Журналға мәҡәләләр ойоштороу өсөн райондарға командировкаларға ла сығырға тура килде. Шул замандың мәктәп тормошо, өлгөлө уҡыусылар, уларҙың уй-хыялдары, ынтылыштары, маҡтаулы эштәре, проблемалары хаҡында уйланып яҙыу үҙем өсөн дә эҙһеҙ үтмәне. Балалар өсөн яңы китаптарым донъя күрҙе. 25 кенә йәшемдә дүрт балалар китабы менән СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алдылар.


Аҙаҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналында 25 йыл журналист, мөхәррир булып эшләүемдә, әлбиттә, “Пионер” журналында алған ижади тәжрибәмдең роле, һис шикһеҙ, ҙур булды. Шуға күрә лә “Пионер” журналын алыштырған “Аманат” күңелемә бик яҡын һәм ҡәҙерле.


Оло юбилейың, йәш байрамың ҡотло булһын, изгелекле, илһамлы “Аманат” журналы! Күренекле журналист-мөхәррир Сәлмән Ярмуллин етәкселегендәге юғары профессиональ кимәлдә эшләүсе уңған коллективыңа, меңәрләгән уҡыусыларыңа ижади уңыштар, илһамлы асыштар һәм сәләмәтлек теләйем
Читайте нас: