Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында иң алдынғы уҡыусыларҙы тәбрикләү кисәһе үтте. Был уҡыу йортонда шағир рухы, һәр бала күңелендә уның йор һүҙе, тормош фәлсәфәһе урын алған. Ошондай матур мөхиттә тәрбиәләнгән һәм белем алған балалар төрлө өлкәләрҙә өлгәшкән еңеүҙәре өсөн юғары баһаға - Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына лайыҡ булды.
Иң тәү булып сәхнәгә бихисап олимпиада һәм спорт ярыштарында еңеүҙәр яулаған, "Хәүефһеҙлек мәктәбе" ирекмәне һәм хатта "Хәүефһеҙлек мәктәбе отличнигы" билдәһе менән дә бүләкләнгән Дәүләт Ғәйнуллин күтәрелде. Уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы һәм шул уҡ ваҡытта Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбендә яҡшы өлгәшкән Аделя Егорова, хәрби дан музейының алыштырғыһыҙ экскурсоводы булған Ислам Зөлҡәрнәев, ғилми-ғәмәли конференциялар еңеүсеһе Зарина Сәитғәлина, ҡала кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар яулаған Зәйнәп Ғәлимова, һәр яҡлап үҫешкән һәм уңыштары менән ҡыуандырған Наҙгөл Әхмәтшина, беренсе синыфтан тик "бишле"гә өлгәшкән Дамир Вәлиев, гимназияның президенты булып һайланған Ренат Ибраһимов, гимназияның барлыҡ сараларында әүҙем ҡатнашҡан Марина Ҡолбахтина һәм теүәл фәндәр буйынса олимпиадалар призеры Асман Ҡарағолов та лайыҡлы бүләктәрен алып ҡыуанды. Грант сертификаттарын уҡыусыларға шағирҙың ҡыҙы һәм М. Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова үҙе тапшырҙы.
Ул бер тиҫтә уҡыусыны ғына бүләкләп ҡалманы, гимназия музейына ла бик ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында шағирҙың ейәндәре өсөн тип үҙ ҡулдары менән эшләгән ян һәм уҡтар, бүләк аттарының йүгәндәре, ҡамсыһы һәм шағирҙың ташҡа уйылған портреты, яңы нәшер ителгән китаптары бар ине.
Үҙ халҡының тарихын һәм шәхестәрен белгән быуындың киләсәге өмөтлө, тибеҙ. М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында тап шундай үткәнен хәтерендә тотҡан, ә яҡты киләсәгенә юлды үҙ тырышлығы менән ярған балалар уҡый. Ысынлап та, ойоштороусылар үҙҙәре әйтмешләй, өй йәме - балаларҙа, гимназия йәме - уҡыусыларҙа, илдең йәме - Мостай Кәрим кеүек шәхестәре булған халыҡта.