+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ноябрь 2019, 15:20

Фатима Мостафина эҙҙәре буйлап

2020 йылда Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең юбилейын билдәләй!!!! Теүәл 50 йыл (1970) элек Өфөлә беренсе ҡала башҡорт мәктәбе асыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған Һамар өлкәһендә Башҡортостан мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре сараһында, гимназиябыҙҙың планына ярашлы, "Фатима Мостафина эҙҙәре буйлап" тип аталған проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында уҡыу йорто коллективы ла ҡатнаша.
14-16 ноябрҙә Диңгеҙбай (Фатима Мостафинаның тыуған ауылы) һәм Ырғыҙ ауылдарында балалар, уҡытыусылар, Фатима Мостафинаның замандаштары, башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән осрашыу ойоштороласаҡ.
Аҙна дауамында Һамар өлкәһенең башҡорт ауылдарында халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре, уҡытыусыларға мәғариф майҙансыҡтарҙа Башҡортостандан килгән тәжрибәле педагогтар менән асыҡ дәрестәр һәм фекер алышыуҙар планлаштырылған.
Гимназия юбилейын үткәреү сиктәрендә ойошторолған мәртәбәле сарала уҡыу йорто директоры - Ғәлийәнова Зөлфиә Басир ҡыҙы, директор урынбаҫары - Ғилманов Марат Әнис улы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - Хәсәнова Эльмира Салауат ҡыҙы, Әхмәтова Әлфирә Хәйрулла ҡыҙы ҡатнаша. (Әхмәтова Ә. Х. музей етәксеһе )
Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә был сара Республика Башлығы грантына ярашлы ойошторола.
#Осҡон #оскон #20гимназия #МаратГильманов #ИИЯЛ #УФИЦРАН #ФОЛЬКЛОРИСТИКА #ХАЛЫКИЖАДЫ #егерменсе #ВКБ #КУРУЛТАЙ
Читайте нас: