+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ноябрь 2019, 16:50

ӨЛКӘНДӘР ХАТАҺЫ ӨСӨН САБЫЙҘАР ЯУАПЛЫ ТҮГЕЛ

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус борты Ираҡтан Мәскәүгә ҡайтты.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус борты Ираҡтан Мәскәүгә ҡайтты. Был рейстың пассажирҙары – балалар, улар Рәсәй граждандары булһалар ҙа, үҙ илен тәүгә күрҙе. Кескәйҙәр ИГИЛ-да (Рәсәйҙә тыйылған террорлыҡ ойошмаһы) тыуған, күбеһенең ата-әсәләре Ираҡта төрмәлә, йә һуғышта үлеп ҡалған.
Был ваҡиға Салауат районының И. ауылында йәшәгән Алия Н. ла (исеме үҙгәртеп алынды) ҡағылып үтеп, уны йылдар буйына йоҡоһоҙ төндәргә, борсоулы көндәргә, әсе күҙ йәштәренә дусар итте. Уның берҙән-бер ҡыҙы Гөлиә (исеме үҙгәртелде), сит кеше һүҙҙәренә алданып, Сүриәгә сығып китте...
Гөлиә тәүҙә бер иргә кейәүгә сығып, бер ни тиклем республикалағы бер ҡалала йәшәй. Уларҙың ике балаһы була. Ир менән ҡатын бергә оҙаҡ йәшәмәй, ғаилә тарҡала. Һуңынан Гөлиә әсәһенә үҙенең Силәбе өлкәһенә күсенеп китәсәген әйтеп, ҡайһы бер әйберҙәрен уға ҡалдыра. Бер көн Алия апай, ҡыҙының әйберҙәрен тәртипкә килтереп йөрөгәндә, бер хатҡа тап була. Хат уға яҙылған булған. “Әсәй, мин Силәбе өлкәһенә түгел, ә йыраҡҡа сығып киттем. Балалар минең менән”, – тип яҙа ул. Әсә кеше ҡыҙын эҙләүгә лә биреп ҡарай, әммә уны таба алмайҙар.
Һуңынан ғына ҡыҙының Сүриәгә барып, унда кейәүгә сыҡҡаны билдәле була. Ҡатындың ни өсөн аяуһыҙ һуғыш барған илгә сығып китеүе билдәһеҙ. Әммә береһенә лә сер түгел, террорсылар Рәсәй граждандарына алтын тауҙар вәғәҙә итеп, үҙҙәренә йәлеп итә. Бәғзеләр быға ышана, һәм тап шунда ҡапҡанға эләгә лә инде.
Яҡшы тормошҡа өмөт иткән ҡатындың артабанғы яҙмышы бик аяныслыға әйләнә: ирен һуғышта үлтерәләр, ә уны балалары менән төрмәгә ябалар.
Балаларҙың күбеһен беҙ әсәләре менән ултырған төрмәнән алып ҡайттыҡ, – тип һөйләне Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова үҙәк киң мәғлүмәт сараларында. – Ираҡтағы төрмәлә башҡа закондар: бер ҙур бүлмәлә 90-дан ашыу кешене тотоуҙары мөмкин. Ираҡ республикаһы етәкселәре, беҙҙе тыңлап, табиптарға төрмәгә инергә ризалығын бирҙе. Улар балаларҙан анализдар алып, Рәсәйҙә көткән өләсәй, олатайҙары менән туғанлығын тикшерҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы берҙәре төрмәлә хатта ҡысынма ауырыуын да йоҡторҙо.
Яҡташыбыҙ Алия Н. ла, уның ҡыҙын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен тыуған яҡтарына ҡайтарыуҙарын һорап, мөрәжәғәт итә. Гөлиәнең Сүриәлә тағы ла ике балаһы тыуа, уның береһен ул төрмәлә таба. Үкенескә күрә, суд ҡарары буйынса ҡатындың ике балаһы ғына Рәсәйгә ҡайтарыла. Гөлиә үҙе төрмәлә ҡалһа, ике балаһының яҙмышы билдәһеҙ. Ә ҡалған ике баланы тәрбиәгә уның бер туған ағаһы ала.
Ираҡтан балаларҙы суд аша ҡайтарталар. Был процесс бик оҙаҡҡа һуҙылһа ла, балаларҙы бер көндә эвакуациялайҙар. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре суд залынан уҡ балаларҙы алып ҡайта. Әсәләр бөтөнләй сит кешеләргә балаларын биреп ебәрә.
–Судта барыһы ла ҡысҡырышып илайҙар. Балалар ҙа, әсәләр ҙә илауҙан туҡтай алмай, – тип һөйләй педиатр Ирина Вәлиева.
Ниһайәт, балалар туғандары менән осраша. Гөлиәнең балаларын ағаһы Артур барып ала һәм уларҙы үҙенә тәрбиәгә ала. Алия апай әлегә ейән-ейәнсәрҙәрен күрмәгән. Әммә, һис шикһеҙ, ул да оҙаҡламай кескәйҙәрҙе ҡосағына алыр. Балалар ата-әсәләрҙең хаталары өсөн яуап бирергә тейеш түгел.

Лиана Мугинова

Читайте нас: