+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2019, 13:20

Минең ҡәҙерлем!

Әсә көнө… Йыл һайын ноябрҙең һуңғы аҙнаһында Әсә көнө билдәләнә.

Берҙән-берем  - әсәйем.
Әсә көнө… Йыл һайын ноябрҙең һуңғы аҙнаһында Әсә көнө билдәләнә. Беҙ ҙә был байрамға һәр йыл алдан бик ныҡлы әҙерләнәбеҙ: шиғырҙар ятлайбыҙ, йыр-бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, әсәйҙәребеҙҙе һүрәткә төшөрәбеҙ, улар тураһында иншалар яҙабыҙ, ҡәҙерлеләребеҙгә йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ.
        Мин бөгөн үҙемдең әсәйем тураһында һөйләмәксемен. Минең әсәйем Әлиә Исмәғил ҡыҙы Барлыбаева. Ул иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Мин әсәйемде ныҡ яратам. Ул да беҙҙе: атайымды ла, ҡустымды ла, мине лә берҙәй ярата.  Мин уға оҡшарға тырышам. Әсәйемдең аш-һыуҙары телде йоторлоҡ, йәй көндәре гөрләп үҫкән сәскәләрен күреп күҙҙәр ҡамаша. Әсәйем мине үҙе белгән бөтә эштәргә лә өйрәтергә тырыша. Аш бүлмәһендә һәр саҡ әсәйем менән бергәләп тәмлекәстәр бешерәбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ  беҙҙе һәр ваҡытта иркәләп, бар йөрәк йылыһын биреп үҫтерә, үҙенең кәңәштәрен бирә, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәргә өйрәтә. Ҡайһы берҙә әсәй берәй ергә китһә, өйҙә күңелһеҙ, ҡараңғы була. Бер көнгә генә китһә лә, һағынып бөтәм. Ә ҡайтып керһә, өй яҡтырып ҡала, күңелле була. Әсәйем өйҙә күп эшләй, шуға күрә беҙ уға ярҙам итергә тырышабыҙ.
Әсәйемдең эше лә ауыр.Ул Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уны уҡыусы  балалар ҙа бик ярата. Ул беҙгә генә түгел, үҙенең уҡытҡан уҡыусыларына ла әсәй кеүек. Уҡыусыларын да һәр саҡ ҡурсалап ҡына тора.Эше ауыр булһа ла бер ҙә зарланмай. Өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙе башҡарғандан һуң, ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәрен тикшерергә ултыра. Ә мин шым ғына китап уҡыйым. Ул мине шулай өйрәтә. Буш ваҡыттарымда көсөмдән килгәнсә әсәйгә ярҙам итәм дә, үҙ эшем менән булышам.
Мин әсйемде ныҡ яратам. Уға алдағы тормошонда, эшендә тик уңыштар ғына теләйем.
Беҙ әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн, изгелеген  тик ошо Әсә көнөндә генә түгел, ә көн һайын хәтерҙә тоторға тейешбеҙ.  Йырҙа йырланғанса, әсәйҙәр бер генә, уларҙың ҡәҙерен беләйек, уларҙы яҡшы эштәребеҙ, матур уҡыуыбыҙ, тәртипле-тәүфиҡлы булыуыбыҙ менән ҡыуандырып йәшәйек! Ер йөҙөндәге бөтөн балалар ҙа әсәйле үҫһен!
Барлыбаева Алтынай,
Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбенең 5 синыф уҡыусыһы.
Читайте нас: