+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2019, 13:05

Минең әсәйем

Әсәй! Донъяла иң сибәр, иң наҙлы кеше ул әсәй. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да.

Минең әсәйем

Әсәй! Донъяла иң сибәр, иң наҙлы кеше ул әсәй. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше һиңә кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫың да. Бала тыуғас та беренсе һүҙе – әсәй. Әсә кешенең йомшаҡ ҡулдарын, яғымлы һүҙҙәрен, серле ҡарашын бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Әсә – ул донъяла иң яҡшы кеше.

Минең әсәйем – Айытбаева Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы. Ул 1983 йылдың 15 декабрендә Байназар ауылында донъяға килгән. Ғаиләһендә улар ике ҡыҙ һәм бер малай үҫә. Өләсәйем менән олатайым ике ҡыҙын да уҡытыусы һөнәренә уҡытҡан. Әсәйем туғыҙынсы синыфтан һуң Сибай педагогия колледжында уҡый. 2004 йылда уҡып бөткәс, тәүге хеҙмәт юлын Ҡурғашлы ауылы мәктәбендә башлай. 15 йыл әсәйем уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, арымай-талмай эшен дауам итә. Бөгөнгө көндә ул Байназар урта мәктәбендә инглиз теленән балаларға белем бирә. Шулай уҡ мәктәптә психолог һөнәрен дә алып бара. 9-сы ксиныф уҡыусыларының синыф етәксеһе лә.

Әсәйем бик ныҡ гөлдәр үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙөң һәр бер өҫтәлендә, кәштәһендә гөл үҫеп ултыра. Бер буш урын булһа, күп кенә ваҡыт та үтмәй, унда ла гөл килеп ултырыуы мөмкин. Сөнки әсәйем ныҡ гөлдәр ярата, өйөбөҙҙөң эсе йәмлерәк, матурыраҡ булһын, ти, ул.

Әсәйем шулай уҡ йыр-моң тыңларға һәм йырларға ярата. Уның яратҡан йырсылары ла бар. Фәиз Юмалин һәм Таһир Әсәҙуллиндарҙың йырҙарын айырыуса күп тыңлай. Мин дә уның кеүек йәш башҡорт йырсыларының йырҙарын тыңлайым.

Спорт та әсәйемдең яратҡан өлкәһе. Мәктәп йылдарынан алып ул волейбол, еңел атлетика менән яҡындан дуҫ тип әйтә алам. Бөгөн дә мәктәптә, районда үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Ҡустым менән икебеҙгә дәрес әҙерләү ҙә әсәйем бик ярҙам итә. Кис ултырып күмәкләшеп әҙәби китаптар уҡыйбыҙ, төрлө гәзит-журналдарҙа сыҡҡан кроссвордтарҙы сисергә лә ваҡыт табабыҙ. Мин үҙ башҡорт телем менән бер рәттән инглиз телен дә ныҡлы үҙләштерергә тырышам. Бында ла әсәйемдең өлөшө ныҡ ҙур тип уйлайым. Ул миңә ваҡыт табып сит телде үҙләштерергә ярҙам итә.
Илүзә Айытбаева,
Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: