“Аманат” журналы редакцияһы коллективы көнө-төнө журнал сығарыу, баҫмаға мәғәләләр туплау, интернет селтәрендәге төрлө төркөмдәрҙе алып барыу менән генә мәшғүл тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Бөтөн мәктәп менән яҙылыусы үҙебеҙҙең журнал уҡыусыларыбыҙға “Аманат”лы, йыр-бейеүле байрамдар ҙа ойоштороп торабыҙ. Белорет яҡтарынан ҙур концерт-дискотекалар үткәреп ҡайтыуға, йәнә, Ғафури районына юлландыҡ. Был юлы Х.Г. Вәлиев исемендәге Йөҙимән, Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына күңелле байрам кәйефтәре бүләк иттек. Иғтибарҙы уҡыуҙан бер аҙға ғына ситкә йүнәлтеп, балалар, “Аманат”тың яҡын дуҫы, йырсы, ҡурайсы Рифат Йәмлихин (уның тураһында “Аманат”журналының 12-се һанында уҡырһығыҙ) менән бергәләп күңел асты. Күңелле байрам сараларынан фотоотчетты ҡарау өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк.
https://vk.com/album-41010454_267228996 https://vk.com/album-41010454_267227991