Аҡ дебеттән шәл ябынып,
Бер ҡунаҡ килгән беҙгә.
Шығыр-шығыр хәбәр һөйләй,
Эй, оҫта икән һүҙгә!
Аҡ дебеттән шәл ябынып,
Бер ҡунаҡ килгән беҙгә.
Шығыр-шығыр хәбәр һөйләй,
Эй, оҫта икән һүҙгә!
Шаян елкәй юлдаш булып,
Өйрөлә янында.
Йырлап кәйефте күтәрә,
Күңелле ул барында.
Ә тәбиғәт арыған да
Йоҡоға талған «мыш-мыш».
Күстәнәскә ҡарҙар алып,
Килеп еткән ап-аҡ ҡыш!
Фото авторы: Бөрйән районы Килдеғол мәктәбенең 5-се синыфы уҡыусыһы Тимур Яхин.