+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабрь 2019, 16:25

Өфөлә Владимир Спиваков фонды программаһы ҡатнашыусыларын бүләкләнеләр

Өфөлә гала-концертта Владимир Спиваков фонды программаһы ҡатнашыусыларын бүләкләнеләр

чс
Өфөлә гала-концертта Владимир Спиваков фонды программаһы ҡатнашыусыларын бүләкләнеләр
"Башҡортостан" дәүләт концерт залында тантаналы гала-концерт менән Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваковтың хәйриә фонды “Балалар – балаларға: беҙҙең йөрәк моңо” социаль-мәҙәни проекты тамамланды. Проект сараларында музыкаль яҡтан һәләтле балалар ауыр тормош хәлендә ҡалған тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны, билдәле музыканттар һәм педагогтар оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.
Был социаль-мәҙәни проект Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваковтың хәйриә фонды 2016 йылда СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков башланғысы буйынса һәм Башҡортостан Башлығы ярҙамында ойошторолғайны. Уның маҡсаты — сәнғәттең төрлө төрҙәрендә һәләтле балаларға булышлыҡ итеү. 2016 йылдан алып фондтың проекттарында 1000-дән ашыу бала ҡатнаша.
Гала-концертта Республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара, конкурстары лауреаттары, Өфө балалар музыка мәктәптәре, Урта махсус музыкаль колледж һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары ҡатнашты, Иң йәш ҡатнашыусы – ете йәшлек Сәйҙә Бигаева. Ул блок-флейтала уйнаны, биш йәшенән алып профессор Лидия Фоменко класында шөғөлләнә.
“Йыл буйы бәләкәй һәм ҙур ҡалаларҙа булдыҡ. Иң иҫтә ҡалғаны Ҡаҙан ҡалаһы булды, - концерт та ҡуйҙыҡ, ҡаланы ла күрҙек, бик күңелле булды, - тип һөйләй флейтала уйнаусы Александр Зайцев. Концерттан һуң бәләкәй балалар янға килеп, музыка ҡоралында уйнап ҡарарға теләктәрен белдерә.”Реклама 14
Даян Динәхмәтов виолончельдә уйнай. Педагог Марк Афанасьев класында шөғөлләнә. Был проект менән төрлө ҡалаларҙа йөрөй. Иң оҡшағаны Стәрлетамаҡта сығыш яһау булған.
-“Концерттарҙа сығыш яһағанда иң мөһиме образды тойоу, шул саҡта тамашасы ла уны тоясаҡ,”- ти Даян.
Варвара Кутузова, Өфө сәнғәт училищеһының вокал буйынса педагог Наилә Йосопова класында белем алыу өсөн, махсус, Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән.
-“Был проект менән Октябрьский, Ҡаҙан ҡалаларына сыҡтым. Ҡаҙан ҡалаһындағы коррекцион интернат балалары, беҙҙең сығышыбыҙҙы, музыканы бик теремек ҡабул итте. Беҙҙе ебәргеләре килмәй илап, оҙатып ҡалдылар, - тине Варвара.”
Гала-концертта Варвара, быға тиклем бер нисә тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре менән Башҡортостанға килеүсе, Ҡалмыҡ республикаһының халыҡ артисы Игорь Лазарев менән бергә сығыш яһау бәхете тейҙе.
“Рәсәйҙә бындай проектты – ҡала һәм ауылдарҙың медицина учреждениеларында педагогтар менән бер рәттән сығыш яһаусы балаларҙы – беренсегә осратам. Табиптарҙың, бәлки, концерттарға йөрөргә ваҡыттары ла ҡалмайҙыр, ә дауаланыусы пациенттарға, сәнғәт аша, ауырыу менән көрәшергә яңы көс бирәбеҙ,” – ти Игорь Лазарев.
-“Проект бик кәрәкле. Ололар ҙа, балалар ҙа музыканы ауыҙ асып тыңлай. Юғары классик музыканы һағынғандар. Бик күп ҡалаларҙа сығыш яһаныҡ. Көнөнә ике-өс концерт ҡуйған саҡтар булды. Балалар бөтөн көс-ҡеүәттәрен биреп, ололарса эшләй,” – тип билдәләп үтте Урта махсус музыка колледжы педагогы, проекттың концертмейстеры Бэла Фатихова-Әйүпова.
Проектта ҡатнашыусы бөтөн балалар ҙа Мәҙәниәт министрлығының дипломдарына, ә педагогтары Маҡтау билдәләренә, Рәхмәт кәлимәләренә лайыҡ булды.
Читайте нас: