Шулай уҡ үҙенең сығышында Радий Фәрит улы мәктәптәрҙә бишкөнлөккә күсеүҙең үҙен аҡлауын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте: "Мин кешеләрҙең фекерҙәрен тыңланым. Уларҙың ризалығы менән ошо аҙымға барҙыҡ. Балаларҙың елкәһенә тау булып өйөлгән йөкләмәне еңеләйттек, шәмбе көнөн ғаилә менән аралашып, спорт, ижад менән шөғөлләнеп үткәреү өсөн бушаттыҡ", - тине ул.