Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар!
12 декабрь – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған көнө. Уға быйыл 81 йәш тулған булыр ине... Әммә тормош шулай ҡоролған, үкенестәрһеҙ, юғалтыуҙарһыҙ шыма ғына бармай шул. Бөйөк шәхестәребеҙ арабыҙҙан китеп бара...
Октябрь айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, күп йыллыҡ емешле йәмәғәт эшмәкәрлеген иҫәптә тотоп, уның исемен мәңгеләштереү буйынса Республика башлығы Радий Хәбиров махсус указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы Өфө ҡалаһының Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһына халыҡ шағиры исеме бирелеүе билдәле булды. Мәктәбебеҙ был яңылыҡты оло ҡыуаныс итеп ҡабул итте һәм дәррәү әҙерлек эштәренә тотондо.
Рауил Төхвәт улының тыуған көнөндә гимназиябыҙ хәтер кисәһе уҙғарҙы. Байрамға ҡәләмдәштәре, дуҫтары Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, шағир Зөфәр Вәлитов, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев һәм 58 йыл бергә иңгә-иң терәп, донъя көткән Рауил Төхвәт улының тол ҡатыны Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы саҡырылғайны.
Балаларың бында килгәндәр.
Бында килгән ил ҡәҙерен белгән,
Телем, моңом ғәзиз тигәндәр.
Сәхнә тултырып сығып баҫҡан, гимназиябыҙҙың һөлөк кеүек егеттәре бөйөк шағирыбыҙҙың телебеҙгә, халҡыбыҙға, илебеҙгә, еребеҙгә арналған тәрән мәғәнәле шиғырҙарын йөрәктәргә үтеп инерлек итеп һөйләүҙәренән башланып китте был күркәм сара. Тап егеттәр генә башҡарыуында был шиғырҙар айырыуса бер үҙенсәлек менән күңелдәргә үтеп инде. Рауил Төхвәт улының халҡына еткерергә теләгән уйҙарын уҡыусылар үҙҙәре аша үткәреп тамашасыға еткерә алыуы бик ҡыуаныслы хәл. Башҡортостан гимнының авторҙарының береһе булараҡ, Рауил ағай өсөн беҙ бик ғорурбыҙ, бөтә зал менән гимнды ҙур теләк менән башҡарҙы гимназистар.
Кисәбеҙгә йәм һәм мәртәбә өҫтәп килгән ҡунаҡтарыбыҙҙың береһе Зәки Арслан улы Әлибаев Рауил ағайҙың балалар өсөн балаларса ихлас шиғырҙар яҙыуын,уларҙың ниндәй тәрбиәүи көскә эйә икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Былтыр ғына үткән юбилейы мәлендә шағирҙың сәғәттәр буйы яттан шиғырҙарын һөйләй алыуын хәтерләп үтте. Һәр кемгә лә бирелмәй шул ундай һәләт.Һуңғы китабының презентацияһын үҙенең тыуған яғында үткәрергә теләге бик ҙур булыуын, әммә өлгөрә алмауы үкенесле булды тип һөйләп үтте.
Шағир Ҡәҙим Аралбаев үҙенең дуҫы, серҙәше,ҡәләмдәше Рауил ағай тураһында бик күп йылы,изге хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шағирҙың 1964 йылда сыҡҡан «Дала офоҡтары» исемле тәүге китабын ҡәҙерләп һаҡлай икән. Беҙҙең гимназиябыҙға Рауил ағайҙың исеме бирелеүе уңайынан бағышлап яҙылған, хатта ҡараһы ла кипмәгән «Бикбай мәктәбе» исемле шиғырын уҡыусылар шатланып тыңланы.
Шағир Зөфәр Вәлитов та үҙенең сығышында Рауил ағай тураһында әлегә уҡыусылар ишетмәгән белмәгән матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уға арнап яҙған «Талант» шиғырын зал йылы ҡабул итте.
Бөйөк шағирыбыҙҙың тол ҡатыны, 45 йыл ғүмерен балаларға инглиз телен уҡытыуға арнаған Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Фәриҙә Яҡуп ҡыҙының да был күркәм сараға килеүе, Рауил ағай тураһында матур тәьҫораттары менән уртаҡлашыуы, уҡыусылар өсөн бик фәһемле булды. Үҙе тәржемә иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Гимназиябыҙҙа асыласаҡ Рауил Бикбаев исемендәге кабинетта булдырыласаҡ музейға тормош иптәшенең шәхси әйберҙәрен, китаптарын,ҡулъяҙмаларының бер өлөшөн тапшырасағын белдерҙе һәм мөмкин тиклем йышыраҡ осрашыуҙарға килеп йөрөргә вәғәҙә бирҙе. Тимәк, шағирыбыҙҙың туғандары, ҡәләмдәштәре менән тығыҙ бәйләнеш буласаҡ. Гимназиябыҙҙың директоры Илһам Зинур улы Ғайсин билдәләп үтеүенсә, киләсәккә милли-ғәмәли конференциялар, осрашыуҙар, Бикбай уҡыуҙары кеүек саралар планлаштырылған һәм һис шикһеҙ улар бойомға ашырыласаҡ.
Оло байрамыбыҙҙың ҡунаҡтары Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим районының социаль эштәр буйынса хаҡимиәт башлығы урынбаҫары Гөлнара Хәтмулла ҡыҙы Әминева һәм Дим районы мәғариф бүлеге етәксеһе Ирек Рәшит улы Усманов та уҡыусыларҙы, гимназия коллективы, килгән ҡунаҡтарҙы, ата-әсәләрҙе ихлас күңелдән ҡотлап, йылы тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Кисәне Дим районының талантлы бейеүселәре башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүе, гимназиябыҙҙың йәш ҡурайсылар ансамбленең моңло ҡурай моңдары һәм йәш популяр йырсы Сәйет Билаловтың «Башҡорт балаһына» йыры музыкаль яҡтан биҙәне.
Рауил Бикбаев кеүек шәхестәргә халыҡтың алтын бағанаһы тиҙәр. Ғүмере буйына ул арымай-талмай халҡыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә хеҙмәт итте. Гимназиябыҙға бөйөк шәхестең исеме бирелеүе менән беҙ бик ғорурланабыҙ, уҡыусылар тырышып уҡыр, ижади эштәр менән шөғөлләнер, бәлки Бикбай эҙҙәренән китеүселәр булыр тигән өмөттәбеҙ.
Илзирә Ғарифуллина, 102-се Башҡорт гимназияһы китапхана мөдире.