+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Декабрь 2019, 18:00

Республика Шыршы байрамы күңелдәргә хуш килде!

Ҡар бөртөктәре, рыцарҙар, йыл хужаһы - сысҡандар, пираттар һәм принцессалар - күҙҙең яуын алырлыҡ матур костюмдарҙағы балалар быйыл йылдың иң көтөп алынған тамашаһына - Республика яңы йыл шыршыһы байрамына йыйылды.

Бөгөн баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Республика яңы йыл шыршыһы байрамы үтте.
Ҡар бөртөктәре, рыцарҙар, йыл хужаһы - сысҡандар, пираттар һәм принцессалар - күҙҙең яуын алырлыҡ матур костюмдарҙағы балалар йылдың иң көтөп алынған тамашаһына - Республика яңы йыл шыршыһы байрамына йыйылды. Дәүләт концерт залының фойеһы йыр-моң, балаларҙың шатлыҡлы ауаздарынан гөрләп торҙо. Байрамға йәм өҫтәп, аниматорҙар ҙа фойела төрлө уйындар ойошторҙо, балалар менән рәхәтләнеп шаярҙы. Уҡыусылар улар менән иҫтәлеккә селфи эшләп тә өлгөрҙө.
Алдан беҙ Республика яңы йыл шыршыһына бөтәһе 780 бала килә, тигәйнек. Баймаҡ лицей-интернатынан, мәҫәлән, быйыл 12 уҡыусы Шыршы байрамына килгән. "Байрамға ашҡынып килдек. Бөтәһе лә оҡшай. Беҙ "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында ҡундыҡ. Яңы таныштар барлыҡҡа килде. Республиканың иң төп Шыршы байрамына эләгеүемә сикһеҙ шатмын", - ти лицейҙың 6-сы синыф уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Гөлфиә Мөхәмәтшина.
Ә бына Амалия Хәбибуллина исемле ҡыҙ Шыршы байрамына атайы менән килгән. Ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Киекбаев исемендәге 3үсө гимназияһында 2-се синыфта белем ала. Был байрамға ул күп балалы хәрби хеҙмәткәр ғаиләһенән булғаны өсөн саҡырыу алған.
Фойела Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килеп еткәнен көтөп алғас, уҡыусылар тамаша залына йүнәлде. Унда уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров сәләмләне. "Бында иң-иң тырыш балалар йыйылған. Һеҙгә артабан да шулай аҡыллы, лайыҡлы булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәритовтан һеҙгә сәләмдәр, шулай уҡ Яңы йыл менән ҡотлауын күндерәм", - тине ул.
Уҡыусылар йыл хужаһы - сысҡандар ғаиләһе тураһында бик ҡыҙыҡлы әкиәт тамашаһы ҡараны. Ә унан һуң һәр бала яңы йыл күстәнәсе һалынған биштәрен алып ҡыуанды.
Байрамдан фоторепортажды беҙҙең "Бәйләнештә" төркөмөндәге махсус альбомда ҡарай алаһығыҙ
Читайте нас: