+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Декабрь 2019, 16:00

Берҙәм, әүҙем уҡыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт!

"Бөтөн синыф менән "Аманат"ҡа!" акцияһына ҡушылыусыларҙы ҡотлап, уларҙың Маҡтау билдәләрен һәм Рәхмәт кәлимәләрен сайтҡа ҡуйҙыҡ.

Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылып, акцияға дәррәү генә итеп ҡушылыусыларҙы тәбрикләп үтәбеҙ. Бына улар: Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбенең 6-сы синыфы һәм уларҙың етәксеһе – Зинүйә Ғибаҙулла ҡыҙы Яҡшыбаева
Әбйәлил районы Дәүләт мәктәбенең 6-сы синыфы һәм уларҙың етәксеһе – Клара Ишмөхәмәт ҡыҙы Сабитова
Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се һанлы башҡорт гимназияһының 5-се "А" синыфы һәм уларҙың етәксеһе Рәғиҙә Хабрахман ҡыҙы Сәйфуллина
Күгәрсен районы Тәүәкән мәктәбенең 5-се синыфы уҡыусылары һәм уларҙың етәксеһе Гөлназ Салауат ҡыҙы Сәлихова
Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең 5-се синыфы һәм уларҙың етәксеһе Зөлфиә Марс ҡыҙы Ибәтуллина
Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең 7-се синыфы һәм уларҙың етәксеһе – Азамат Вәхит улы Мөхәммәтов бүләкләнә.
Афарин! Башҡалар ҙа беҙҙе һөйөндөрһә ине!
“Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: акцияла ҡатнашҡан мәктәптәргә бүләккә – “Аманат”тың стена сәғәте һәм директорға Маҡтау билдәһе, ә синыфтарға – махсус Маҡтау билдәһе, шулай уҡ синыф етәксеһенә, йәки яҙылыуҙы ойоштороусы бүтән кешегә Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, беҙҙең ошо наградалар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә ярҙам итә!
Читайте нас: