Бәләбәй Башҡорт гимназия-интернаты 1996 йылда асылған. Мәктәп-гимназия статусын йөрөткән белем усағына уҡырға килергә теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара һәм ҡала хакимиәте ярҙамы менән уны Башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртәләр. Бөгөн бында Бәләбәйҙең үҙенән дә, яҡын-тирәләге 12 райондан, хатта Дағстан, Татарстан республикаларынан уҡыусылар белем ала. Белем усағын Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова етәкләй.
Кафедралар юғары уҡыу йорттарында ғына буламы?
“Аманат”тарҙы таң ҡалдырған күренеш ул - гимназияла кафедралар булыуы. Мәктәп менән юғары уҡыу йорттарында була торған кафедра араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар икән? Бәләбәйҙәр уҡытыу эшмәкәрлеген ойоштороуҙы туғыҙ кафедраға һәм ике методик берләшмәгә бүлгән. Уҡытыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башланғыс синыфтар, педагогика һәм психология, гуманитар фәндәр, математика, физика һәм информатика, тәбиғәт фәндәре циклы, эстетика циклы кафедралары бар. Синыф етәкселәренең, йәш белгестәрҙең методик берләшмәләре эшләй. Уҡыу йылы барышында кафедра аҙналыҡтары үткәрелә һәм унда уҡыусылар бик теләп ҡатнаша.
Методик советты директор урынбаҫары Зөлфиә Нурулла ҡыҙы Ғилманова етәкләй. Коллективтың уңышлы эшләп килеүендә директор урынбаҫарҙарының өлөшө тос - уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, юғары квалификациялы физика уҡытыусыһы Гөлнара Ғәзим ҡыҙы Хоҙайназарова, уҡытыу-методик эштәр буйынса урынбаҫар, юғары категориялы уҡытыусы Зөлфиә Нурулла ҡыҙы Ғилманова, тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Лиза Дамир ҡыҙы Талибуллина, хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫар Мурас Мөсифулла улы Гәрәев гимназия тормошон һәр саҡ күҙ уңында тота.
Әлбиттә, гимназияға уҡыусыларҙың атлығып тороуының төп сәбәптәренең береһе - уҡытыусылар коллективының көслө булыуында. Бөгөн бында юғары һәм беренсе квалификациялы 53 уҡытыусы белем бирә. Шуларҙың 11-е Башҡортостандың мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ. Гимназияның һәр еңеүе, һәр уңышы - уҡытыусыларҙың ал-ял белмәй тырышып эшләүе һөҙөмтәһе ул.
Дәрестәрҙе, өҫтәмә факультатив курстарҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙан тыш, улар, район, республика, Рәсәй кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашып, урындар яулай. “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында “Педагогик эҙләнеүҙәр мәктәбе”номинацияһы номинанты, туған телдәр уҡытыу буйынса инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары слетында һәм “Белем биреү ойошмаларының иң яҡшы сайты” Бөтә Рәсәй конкурсында “Школяр” номинацияһында еңеүсе, “Заман мәктәбе менән етәкселек итеү” Бөтә Рәсәй конкурсында, белем биреү учреждениелары етәкселәренең Бөтә Рәсәй форумында алдынғылыҡты, инновацион белем биреү программаларын дөйөм белем биреү учреждениелары араһында “Мәғариф” милли приоритетлы проект” конкурсында бер миллион грантына эйә булыусы, республиканың Юрий Гагарин исемендәге олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса ҡала һәм райондың иң яҡшы мәктәбе исемен яулай гимназия.
Шулай уҡ ул “Рәсәйҙең алдынғы белем учреждениеһы” милли һәм “Рәсәйҙең почет таҡтаһы” Федераль электрон реестрҙарына һәм Башҡортостан Республикаһында дөйөм белем биреү ойошмалары араһында 2018 йылдың рейтинг күрһәткестәре буйынса “ТОП-30” исемлегенә индерелде.
Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан быйыл донъя күргән “Эшлекле һәм сәскә атыусы Башҡортостан” китабында гимназия тураһында ла телгә алынып үтелә.
Быйыл “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Рәсәйҙең иң яҡшы гимназия- интернаты” номинацияһында лауреат исеменә лайыҡ булды Бәләбәй башҡорт гимназияһы. Афарин, тиергә генә ҡала!
Уҡыусылар гимназияла бер сменала уҡый. Улар район, республика кимәлендәге олимпиада, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәре төплө өйрәнелә. Юғары синыфтарҙа уҡыусыларҙы уҡыу йорттарына әҙерләү өсөн синыфтар химия-биология, химия-физика, социаль-гуманитар, физика-математика профилдәренә бүленә.
Гимназияны тамамлаусылар Башҡортостандың, Рәсәйҙең иң абруйлы уҡыу йорттарына уҡырға инә. Улар араһында табип, уҡытыусы, инженер, нефтсе, юрист, экономист, таможня хеҙмәткәрҙәре бар.
22 йыл эшләү дәүерендә гимназиянан 556 уҡыусы сығарылған, шуларҙың 65-е миҙалға тамамланған. Мәҫәлән, быйыл гимназияны өс уҡыусы - Айгизә Биғәлиева, Карина Захарова, Алһыу Ваһапова миҙалға тамамлаған.
Дәрестән һуң балалар, кинәнеп, тыуған яҡты өйрәнеү, “Оҫта ҡулдар”, “Йәш янғын һүндереүселәр”, “Йәш юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары”, шахмат, театр түңәрәктәрендә, “Дарман” ҡурайсылар, “Умырзая”, “Һылыуҡай” вокал ансамблдәрендә шөғөлләнә. “Аманат” фолькор төркөмө республика һәм халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән “Башҡорт халыҡ уйыңдары-2017” һәм “Башҡортостан ынйылары-2018” конкурстарыңда 2-се дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләнгән.
Ә спорт һөйөүселәр өсөн бында көрәш, грек- рим көрәше, бокс, армрестлинг, каратэ, бодибил- динг, волейбол, баскетбол, теннис, дөйөм физик әҙерләү секциялары әүҙем эшләй. Гимназия уҡыусылары йыл һайын ҡала, район, республика, Рәсәй һәм һәм халыҡ-ара кимәлендә уҙғарылған спорт ярыштарында ҡатнашып, урындар яулай.
“Аманат”тың тоғро дуҫтары бында ла бар. Исламова Зүлиә Хәмзә ҡыҙы етәкселегендәге “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәге ағзалары гимназияның “Ынйылар” гәзитен сығара. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәр Динара Вәлиәхмәтова, Альбина Шәрифуллина, Сулпан Иҙиәтуллина, Юлиә Миһранова, Динә Ғәлиева, Алһыу Нәсретдинованың ижад емештәре матбуғатта баҫылып тора, “Аманат”та ла донъя күрә. Гимназия гәзитендә һәр уҡыусының тиерлек үҙенең рубрикаһы бар. Мәҫәлән: “Гимназиям тормошонан”, “Һылыуҡай рубрикаһы”, “Көләмәстәр”, “Уйлап ҡара” һ.б. “Йәш хәбәрсе” төркөмөндә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр БСТ каналын- дағы программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта улар “Тамыр” студияһында йәш хәбәрселәр әҙерләү курстарына - тренингтарға йөрөй.
Каникул осоронда йыл һайын телдәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған йәйге лагерҙар ойошторола, ә уҡыу йылы барышында ата-әсәләр, олатай- өләсәйҙәр ҡатнашлығында “Шәжәрә байрамы”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Нардуған”, “Аулаҡ өй” кеүек йолаларҙы сәхнәләштереп, милли байрамдар үткәрәләр. Күп милләтле ҡалала башҡорт балаларына тамырҙарҙы онотмаһын өсөн бындай саралар һулар һауа кеүек кәрәк!
Тәрбиәсе - икенсе әсәй бит ул
Бәләбәй Башҡорт-гимназияһында һәр уҡыусыға айырым иғтибар бүленә. Яҡшы уҡыймы? Кәйефе нисек? Сирләмәйме? Бында физиотерапия бүлмәһе массаж эшләү, тын юлдарын өрҙөрөп дауалау, электр импульстары менән дауалау өсөн махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Теш табибы бүлмәһе лә бар.
Интернатта балалар ике йәки өс урынлыҡ матур бүлмәләрҙә йәшәй. Уҡыуҙан буш ваҡыттарында тәрбиәсе апайҙары менән уҡыусылар музей, күргәҙмә, китапханаларға йөрөй. Уҡыусыларға, айырыуса яңы килгән балаларға социаль- психологик ярҙам күрһәтелә. Гимназияла 12 тәрбиәсе эшләй. Улар үҙҙәре лә йыл һайын “Кеше тәрбиәләү” педагогика хеҙмәткәрҙәренең мунициаль конкурсында ҡатнаша. Быйыл был бәйгелә гимназиянан Зоя Васильевна Бородина 3-сө урын яуланы.
Гимназия менән танышып, уҡыусылар менән күңелле әңгәмә ҡорғандан һуң, белем усағына “Аманат”тың фирма сәғәтен иҫтәлек бүләк итеп, кире Өфөгә юлландыҡ. Әйҙә, уҡыусыларға гимназияла уҙғарған һәр секундтың бәхетле миҙгел булыуы тураһында иҫкәртеп торһон...