+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабрь 2019, 19:04

Иҫке Күл мәктәбе - аң-белем үҙәге

“Аманат” журналын рес­публика мәктәптәре осрашыуҙарға йыш саҡыра. Нуриман районының Иҫке Күл мәктәбендә былтыр бик йылы сара үткәйне. “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, компьютер отҡан Ләйсән Шаһиеваға бүләк тапшырып, мәктәп менән дә яҡындан танышып ҡайтҡайныҡ.

Ләйсән бик даланлы ҡыҙ бу­лып сыҡты: 2019 йылдың 2-се яр­тыһына яҙылыусылар араһында тағы еңеүсе булып, “Аманат”тың фирма сәғәтен отто. Был юлы беҙҙең бүләкте уға мәктәп ди­ректоры Гөлфиә Ғәбделәхәт ҡыҙы Сакаева тапшырҙы.
Мәктәптең тыуған яҡты өй­рәнеү музейын башҡорт халҡының тарихын сағылдыр­ған бик күп экспонаттар туплау­ға өлгәшкән Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙы Бәҙертдинова етәкләй. Ғүмер буйына башланғыс синыфтарҙы уҡытып, хаҡлы ялға сыҡһа ла, мәктәбенә әле лә тоғро ветеран-уҡытыусы. Башҡортостаныбыҙҙа милли биҙәктәргә өҫтөнлөк артыуын күҙ уңында тотоп, Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙы “Милли биҙәктәр” түңәрәге лә асып ебәрә. Уҡыусы ҡыҙҙар бында һаҡал, түшелдерек һәм башҡа биҙәүестәр эшләргә өй­рәнә. Береһенән-береһе матур эштәрҙе күреп, ҡыҙҙарҙың тил­берлегенә, оҫталығына һоҡлан­дыҡ.
- Беҙҙең мәктәпкә Исай, Иш­морат ауылдарынан да килеп уҡый балалар. Уҡыу һәм төрлө конкурстар буйынса ғына түгел, спортта ла алдынғылар рәтендә уҡыусыларыбыҙ. Район кимәлен­дәге саралар ҙа беҙҙә йыш ойошторола,- ти директор Гөл­фиә Ғәбделәхәт ҡыҙы Сакаева.
Мәктәптә оҙаҡ йыл­дар “Сулпылар” бейеү түңәрәге лә эшләп килә. Ике төркөмдә 30-лап ҡыҙ шөғөл­ләнә. Бейеү серҙәренә уларҙы Айгөл Марс ҡыҙы Фәтҡуллина төшөндөрә. Репертуарҙарында “Бөрйән ҡыҙҙары, “Батмус”, “Бал ҡорттары” кеүек бейеүҙәр урын алған. Әйткәндәй, етәкселәре Айгөл Марс ҡыҙы үҙе лә респуб­лика кимәлендә үткән конкурста “Заһиҙә” бейеүен башҡарып, өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Бала күңелендә башҡорт теленә, әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү - уҡытыусыларҙың оло хеҙмәт емеше. Етенсе синыф уҡыу­сыһы Нияз Сәйфуллин менән унынсынан Венер Мырҙағоловҡа һөйләү оҫталығы буйынса берәү ҙә тиңләшә алмай. Район кимәлендә үткән З. Насибуллин исемендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсында Нияз - икенсе урын, ә Венер гран-при яулаған!
- Бөтөн фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Шиғыр уҡырға ла, ятларға ла бик яратам. Һөйләү оҫталығына уҡытыусым Әминә Наил ҡыҙы Борханова өйрәтә, - тине Венер.
Уҡытыусылар менән уҡыу­сылар араһындағы йылы, ихлас мөнәсәбәттәрҙе күреп, ифрат һөйөндөк. Гаджеттар, виртуаль донъяның көндән-көн бала күңелен яулауы тураһын­да саң ҡағылғанда был - ыңғай күренеш. Тимәк, Иҫке Күлдә ба­лаларға белем биреү менән бер рәттән рухи яҡтан үҫеүҙәре өсөн дә күп эшләйҙәр, ваҡыттарын ҡыҙғанмайҙай.
Нурия Әхтәмова.
Читайте нас: