+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ғинуар 2020, 22:31

Демографияға ҡағылышлы эш бөгөндән башланды

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путиндың кисәге Мөрәжәғәтнамәһенә арнап видеоконференция үткәрҙе. Төп иғтибар демография мәсьәләһенә бүленде.

"Беҙҙең республикала статистика мәғлүмәттәре буйынса әле 4,051 миллион кеше йәшәй. Үҙебеҙҙең указға ярашлы, 2024 йылда 4,1 миллион кешегә етергә тейешбеҙ. Беҙгә был бурысты тормошҡа ашырыу өсөн комплекслы эш алып барырға кәрәк. Бына ошо көндәрҙә генә демография буйынса юл картаһы ҡабул иткәйнек. Ул да бик күп ҡарарҙы үҙ эсенә ала. Ә хәҙер, Мөрәжәғәтнамәгә ярашлы, был эштә ҙур ярҙам алдыҡ. Хәҙер пландарҙы күпкә арттырыу мөмкинлеге бар", – тине Радий Хәбиров.
Видеоконференцияла социаль сәйәсәткә ҙур урын бирелде. 2021 йыл аҙағына тиклем илдә яслиларҙа 255 мең яңы урын булырға тейеш. Радий Фәрит улы республикала бындай биналарҙы төҙөү мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты. Әлегә тиклем ҡуйылған пландар теүәл тормошҡа ашырылырға тейеш. Шулай уҡ төбәк етәксеһе төҙөүселәргә рәхмәт әйтте. Ауырлыҡ менән булһа ла, былтырғы төҙөлөш пандары үтәлде, тик быйыл мәсьәләгә ойошҡаныраҡ ҡарарға кәрәк тигән теләген белдерҙе.
Владимир Путиндың өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә пособие түләргә тигән тәҡдимен дә республика етәкселеге шатлыҡ менән ҡабул итте.
– Беҙҙең бурыс – был льготаны алыу тәртибен мөмкин булғанса һөҙөмтәле итеү. Тәүҙә Президенттың был йөкләмәһен рәсми формалаштырыуҙы көтәсәкбеҙ, аҙаҡ уның нигеҙендә үҙебеҙҙең документты әҙерләйәсәкбеҙ. Тик Күп функциялы үҙәктәр бөгөн үк әҙер булырға, мәсьәләне өйрәнә башларға, ниндәй документтар кәрәклеген белергә тейеш. Кеше бер үк белешмә артынан биш йөҙ тапҡыр йөрөмәһен, – тине Радий Хәбиров.
Тағы бер мөһим норма – 2021 йылда социаль контаркт механизмын индереү. Беҙҙә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был эш менән алдан уҡ шөғөлләнә башлаған. Хәҙер тағы ла әүҙемерәк ҡушылырға кәрәк.
– Беҙҙең бурыс ғаиләгә аҡса менән генә ярҙам итеү түгел. Уларға йүнәлеш һәм иҡтисади яҡтан үҙаллы үҫешеү мөмкинлеге биреү мөһим - ғаилә үҙе аҡса эшләргә өйрәнергә тейеш. Социаль контракт – уның яуаплылығын арттырыу. Ғаиләлә шуны аңлауҙары мөһим: социаль контракт талаптарын үтәү өсөн улар үҙҙәренең квалификацияһын күтәрергә, яуаплы эшләргә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: