-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2020, 20:11

Баланы ҡарабойҙай менән “тәрбиәләгән” ата-әсәгә хөкөм ҡарары ҡабул ителде

Омск ҡалаһындағы хәл ил халҡын шаҡ ҡаттырҙы - үгәй атай баланы ысын мәғәнәһендә язалаған, ә әсә кеше (уны әсә тип әйтергә тел дә әйләнмәй) был хәлде ситтән тыныс ҡына күҙәткән.

Һигеҙ йәшлек малайҙы үгәй атаһы төнө буйы ҡарабойҙай ярмаһы өҫтөндә тубыҡландырып ҡуйып язалауы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.
Омск ҡалаһындағы хәл ил халҡын шаҡ ҡаттырҙы - үгәй атай баланы ысын мәғәнәһендә язалаған, ә әсә кеше (уны әсә тип әйтергә тел дә әйләнмәй) был хәлде ситтән тыныс ҡына күҙәткән.
Ир малайҙы төрлө ғәйеп табып туҡмаған, башын стенаға ҡуша бәргән һәм 8-9 сәғәт буйы ҡарабойҙай ярмаһында тубыҡланып торорға мәжбүр иткән. Үҙе һәм әсәһе ятып йоҡлаған, ә бала, ҡымшанырға ла ҡурҡып, ярма өҫтөндә үҙәккә үтерлек ауыртыуҙы түҙеп торған. Баланы күҙәтеү өсөн өлкәндәр видеоны тоҡандырып ҡуйған.
Малай мәктәптә тик яҡшы яҡтан ғына телгә алына, ул яҡшы уҡый, төрөлө сарала әүҙем ҡатнаша. Берҙән-бер көндө ул күршеһенә ғаиләһендәге түҙеп торғоһоҙ "тәрбиә ысулдары" хаҡында һөйләй. Күрше баланың ни өсөн һәр саҡ лейкопластырь менән йөрөгәнен аңлай һәм полицияға хәбәр итә. Бәләкәсте иң беренсе тикшергән шәфҡәт туташы, 40 йыл эшләү дәүеремдә бындай яраларҙы тәүге тапҡыр күрәм, ти. Ярма тирегә тәрәнгә үтеп инеп, тотош язвалар барлыҡҡа килгән, хатта тәндә үҫә башлаған булған. Табиптарға тубыҡ тиреһен алмаштырырға тура килгән.
Судта ир менән ҡатын ғәйебен өлөшләтә таныған. Үгәй атайҙы - 4,5 йылға, әсәне 1,5 йылға ирегенән мәхрүм иткәндәр. Ирле-ҡатынлы еңел ҡотолған, тип иҫәпләй күптәр. Үҙҙәрен ҡарабойҙай менән язаларға кәрәк, нисек түҙерҙәр ине, тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: