+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2020, 15:01

Тешең һау булһа, үҙең дә сәләмәт булырһың

20 март – Бөтөн донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө. Республика медицина профилактик (иҫкәртеү) үҙәге хәбәр итеүенсә, кешенең тешен ваҡытында таҙартып тороуы ғына түгел, уның йәшәү рәүеше лә ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәренең барлыҡҡа килеүе-килмәүенә туранан-тура бәйле.

Тәмәке тартыу ауыҙ ҡыуышлығы яман шешенә килтерә. Көнөнә 1 ҡап тәмәке тартҡан кешенең был сир менән ауырыу мөмкинлеге 9,17 тапҡырға арта. Көнөнә 1-10 тәмәке тартҡан, 10 йылдан артыҡ был насар ғәҙәт менән мауыҡҡан кешеләрҙең, бөтөнләй тартмағандар менән сағыштырғанда, 5 тапҡырға йышыраҡ яман шешкә дусар булыуы билдәле.
Шулай уҡ ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше юғары градуслы иҫерткес эсемлек ҡулланыусылар араһында ла бик йыш осрай. Спиртлы эсемлек, ауыҙ эсендәге лайлалы тирене яндыра һәм был сей яра оҙаҡ бөтәшмәй йөрөп, йыш ҡына яман шешкә әйләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үрҙә атап үткән насар ғәҙәттәре булмаған кешеләрҙә лә был яман сир осрап ҡуя. Быға үтә ҡайнар һәм әсе (боросло) аҙыҡ менән туҡланыу, ашаған аҙыҡта А витаминының етешмәүе лә сәбәпсе булыуы мөмкин. А витамины ауыҙ ҡыуышлығындағы лайлалы ҡатламдың яңырыуына булышлыҡ итә, тимәк, ул яман шештән дә аралай.
Әлбиттә, тештәрҙе тәрбиәләп, ваҡытында таҙартып, табипҡа ярты йылға бер күренеп тороу ҙа яман шеште иҫкәртә. Әгәр берәй теш һынып төшһә, уның ҡалған өлөшөн йәки тулыһынса алдырырға, йәки гель ярҙамында “ҡоршап” алырға кәрәк. Юғиһә, һынған урыны уртты игәп, ҡанатыуы, унан да бигерәк, уның шешеп китеүе бар. Шулай уҡ теш ҡаҙнаһы ауырыуҙарын да ваҡытында дауалап торорға кәрәк.Тештәрҙең дөрөҫ урынлашмауы, ҡыйыш үҫеүе лә ауыҙ эсендәге лайлалы ҡатламды яралай. Шуға ла ваҡытында теште протезлау, брекет кейеү ҙә ауыҙ ҡыуышлығын яман сирҙән һаҡлап ҡала ала.
Ауыҙ ҡыуышлығы яман сире нисек барлыҡҡа килә:
  1. Уртта оҙаҡ бөтәшмәүсән яра булһа;
  2. Ауыҙ ҡыуышлығында үҙенән-үҙе үтмәй торған ауыртыу тойһағыҙ;
  3. Сикә тышҡы яҡтан шешмәкләнеп торһа;
  4. Теш ҡаҙнаһында, йотҡолоҡ биҙҙәрендә (миндалины), ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы ҡатламында аҡ йәки ҡыҙыл таптар күренһә;
  5. Йотҡан саҡта тамаҡта сит әйбер барлығын тойһағыҙ;
  6. Аҙыҡты сәйнәгәндә, йәки йотҡанда ауыртыу тойһағыҙ;
  7. Яңаҡ, йәки телдең хәрәкәткә килгәндә ауыртһа;
  8. Тел ойоһа, ауыртһа;
  9. Муйын тышҡы яҡтан шешмәкләнеп торһа.
  10. Быо осраҡта мотлаҡ рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк!
    Сәләмәт булығыҙ!
    Читайте нас: