-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Март 2020, 19:05

Һыуынған сәйҙең зыяны тураһында

Ҡытай халҡының "Дошманыңа үлем теләһәң, уға кисә ҡайнатҡан сәйҙе эсер" тигән әйтеме бар. Япондар ҙа "кисәге сәй"ҙең тәьҫирен йылан ағыуына тиңләй. Ысынлап та беҙ яратҡан хуш еҫле эсемлектең зыяны ҙур икәнме ни?

Күргәнегеҙ барҙыр, сәйҙе яһап, ултыртып ҡуйһаң, ярты сәғәттән һыуынған сәйҙең өҫтө төрлө төҫтәргә бай йоҡа ғына яры (пленка) менән ҡаплана. Был яры төрлө бактерияларға, бәшмәктәргә үрсергә бик уңайлы мөхит икән. Сәй ни тиклем оҙағыраҡ ултырһа, унда төрлө тереклек артҡандан-арта бара. Һыуынған сәй менән улар тамаҡтағы, ҡыҙыл үңәстәге, ашҡаҙандағы лайлалы ҡатламға яғылып, зыян килтерә. Бер тапҡыр ғына һыуынған сәй эсеү ҡурҡыныс түгел. Ә һәр ваҡыт ун эскән кеше гастрит, хатта язва менән ауырыуы мөмкин.
Бының турала ҡытайҙар борон-борондан уҡ белгән, шуға ла улар һыуынған сәйҙән уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡалар.
Һүрәттә: сәйнүктә онотолоп ҡалған сәй ике аҙна эсендә "бәшмәктәр баҡсаһы"на әйләнгән.