+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2020, 18:11

Сәс һәм вирус. Трихолог кәңәштәре

Ярай, ҡулға бирсәткә кейәбеҙ, антисептик һөртәбеҙ, ауыҙ, танауҙы битлек менән ҡаплайбыҙ. Әммә беҙ сәс тураһында бөтөнләй оноттоҡ, шикелле...

Коронавирустың тын алыу юлдары аша йоғоуы тураһында беләбеҙ. Уның әйберҙә бер нисә сәғәттән алып 17 тәүлеккә тиклем йәшәй алыуы тураһында ла ғалимдар асыҡланы. Ә бына сәс аша ул йоғамы икән? Юғиһә ҡатын-ҡыҙҙар, тышта йылы бит тип, сәстәрен туҙҙырып йөрөргә ярата.
Поляк табибы-трихологы Анна Мацкойч әйтеүенсә, тик һауа юлы менән генә вирус эләктереү ҡурҡынысы бик түбән. Әгәр ҙә коронавирус менән сирле кеше бик яҡын тороп сөскөрһә, йәки сәсәһә генә төкөрөк тамсылары менән вирустың күҙгә, танауға, ауыҙға килеп эләгеүе бар. Ғәҙәттә был вирус әйбер аша йоға. Тамсы һауаға ҡарағанда ауырыраҡ, шуға ул иң тәүҙә эргә-тирәләге предметтарға ултыра. Ғәҙәттә ул йышыраҡ кейемгә һәм сәскә эләгә. Шуға ла кеше күп йөрөгән ерҙә – магазинда, автобуста һәм башҡа йәмәғәт урындарында булғандан һуң мотлаҡ сәсте йыуырға кәрәклеге тураһында киҫәтә табип.
“Сәс – тән өлөшө, уны, урамдан ингәс, сисеп ташлап булмай. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡатын-ҡыҙ өҫ кейеме тышынан сәсен сығарып йөрөй, сирле кешеләр араһында булырға тура килә уға. Ҡайтҡас ул сәсен йыумаһа, вирус сәстән мендәргә, ә унан – биткә, күҙгә күсә. Әлбиттә, карантин ваҡытында бер ҡайҙа ла йөрөмәһәгеҙ, сәсегеҙҙе йыш йыуырға кәрәкмәҫ, сөнки баш тиреһе кибеп, ҡауаҡланыуы бар”, - ти Анна Мацкойч.
Интернетта Ҡытай табиптарының сәстәрен киҫеп ташлауы тураһында видеолар байтаҡ. Хелен исемле шәфҡәт туташы, “Синьхуа” мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәренә интервью биргән саҡта: “Табиптарҙың көн һайын сәс йыуырға ваҡыттары юҡ, сирлеләр ныҡ күп. Бактериялар, вирус сәстә үрсемәһен өсөн уны киҫеп ташларға тура килде. Сәс үҫә ул, әле кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк” – тигәйне.
Шуға күрә урамға сыҡҡанда битегеҙгә битлек кейеп, сәсегеҙҙе башлыҡ йәки яулыҡ аҫтына йәшереп йөрөргә кәңәш ителә. Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: