Мең һанат, мең һалдат, һәр һалдатта мең ҡанат.
Ишектән керер, түргә уҙыр.
Һәр ер ҡарланған,
Һыуҙар боҙланған,
Уйнай ел-буран —
Был ҡай саҡ, туған?
Ҡылансыҡ ҡыҙ ҡырҙа йөрөй,
Ҡыр тауығын ҡыра йөрөй.
Йәйен - урманда батша,
Ҡышын - ҡарҙан да аҫта.
Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ.
Йәшел төҫлө кейемдәрен
Кейеп тора ағайҙар.
Йәйҙәр үтә, көҙҙәр үтә -
Һис бер уны һалмайҙар.
Бер нәмә лә тегә белмәй, энәләр тағып йөрөй.
Һоролор төҫө, үткерҙер теше?
Ҡош түгел — оса, өкөнән ҡурҡа, сәтләүекте ярата, һыҙғырһа, урманды яңғырата.
Һан рәте буйынса бөтөн бүлмәләргә лә инеп сығырға кәрәк. Тик бер ишектән бер тапҡыр ғына үтергә ярай.