+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель 2020, 17:58

"Аманат"ҡа рәхмәтем сикһеҙ!

Баш ҡалаға саҡырып, "Аманат" журналы миңә шатлыҡ-ҡыуаныстар бүләк итте...

Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап, "Аманат" журналы Мостай Кәрим фонды менән бергә шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе еңеүселәрен Өфө ҡалаһына саҡырып тәбрикләне.
Беҙҙе Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханаһында ҡурайсы Юлай Ҡасимов ағай ҡурай моңо менән ҡаршы алды. Унда беҙ шундай алсаҡ, мөләйем йөҙҙәренән нурҙар бөркөлөп торған изге күңелле Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова, яҙыусы Салауат Әбүзәров, “Аманат”журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Зөбәржәт Якупова, Рәзил Бикбулатовтар менән яҡындан таныштыҡ. Әлфиә Мостафа ҡыҙы атаһы – мәшһүр яҙыусы тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Бында беҙ бик боронғо әйберҙәр һаҡланған музейҙы күрҙек. Беҙҙең эштәребеҙҙе баһалап һәм артабан да яҙышып тороуыбыҙҙы теләп, Маҡтау билдәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырып ҡотланылар. Бик тәмле табын әҙерләп, беҙҙе һыйланылар. Ә инде иҫтәлеккә бөйөк шәхестәребеҙ һынландырылған стенд эргәһендә күмәкләшеп фотоға төштөк. Был сараны ойоштороуығыҙ һәм беҙҙе ҙурлап баш ҡалабыҙға саҡырыуығыҙ өсөн бөтөн балалар исеменән һеҙгә бик ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һәм ошондай осрашыуҙар киләсәктә тағы ла булһын ине тип теләйем!
Зарема Таһирова, бәйге еңеүсеһе.
Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Читайте нас: