+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Май 2020, 13:12

Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисе хаҡында – “Ошо кисте изге Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнең бер таҡ кисендә эҙләгеҙ,” – тигән.

26-сы рамаҙан көнө, 19 май (2020) — ҡояш байыу менән Аллаһ Тәғәлә бойорһа, Ҡәҙер кисе – Ләйләтүл-Ҡадр. Ләкин Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисе хаҡында – “Ошо кисте изге Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнең бер таҡ кисендә эҙләгеҙ,” – тигән.
«Рамаҙан — Ҡөръән индерелгән ай...» Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе. Бәйғәмбәребеҙ әйткән: «Минең өммәтемә Аллаһ уға тиклем йәшәгән бер халыҡҡа ла бирмәгән Ҡәҙер кисен индерҙе», — тигән.«Уны — Ҡөръәнде — Беҙ мөбәрәк бер кистә индерҙек, — тиелә аяттарҙа, — һәм хикмәтле нәмәләрҙең бөтөнөһө лә ошо кистә хәл ителә». Бәндәләрҙең алдағы бер йылға тәғәйенләнгән ғәмәлдәре һәм яҙмыштары билдәләнә. «Әд-Духан» («Төтөн») сүрәһе, 3—4-се аяттар«Әл-Ҡәдр» йәки «Тәҡдир» сүрәһен уҡыу элек-электән бик сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналған. «Был сүрәне уҡыған кеше, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Рамаҙан айы дауамында ураҙа тотҡан һәм Ҡәҙер кисен ғибәҙәттә үткәргән кеше тиклем үк сауап ала».
— Ә һуң доғаның был кистә ниндәйен уҡырға кәрәк? — тип Бәйғәмбәребеҙҙән һорай хәҙрәте Ғәйшә. Бәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм уға ошо доғаны өйрәтә.
Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни.
Мәғәнәһе: Эй, Аллаһым! һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итергә яратаһың, мине лә ғәфү ит.
Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Дөрөҫлөктә, Беҙ Ҡөръәнде Ҡәҙер кисендә индерҙек, ә Ҡәҙер кисе икәнлеге тураһында һиңә нимә белгертер? Ҡәҙер кисе мең айҙан хәйерлерәк. Был төндә фәрештәләр һәм Рух Раббыларының рөхсәте менән һәр төрлө әмер менән инәләр, һәм был төн — таң атҡанға ҡәҙәр именлек», ("Әл-Ҡәдр « сүрәһе, 5).
Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ әйтте: „Дөрөҫлөктә, Беҙ Уны мөбәрәк төндә индерҙек, Беҙ һәр ваҡыт киҫәтергә теләнек. Был төндә Беҙ ебәрә торған әмеребеҙ буйынса һәр төрле хикмәтле ғәмәл аңлатыла...“ („Духан“ сүрәһе, 3-5).
Әбү һөрәйрә разыяллаһү ғәнһүнән риүәйәт ителә: Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: „Кем Ҡәҙер кисен иман һәм Аллаһының әҗеренә өмөт менән намаҙҙа үткәрә, уның элекке гонаһтары ғәфү ителә“. (Бохари, Мөслим).
Ибн Ғүмәр разыяллаһү ғәнһүмә һүҙҙәреннән риүәйәт ителә: бер ваҡыт Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең сәхәбәләренең Ҡәҙер кисе рамазандың ете һуңғы төндәренең береһендә буласағы төштәрендә асылды (күренде), һәм шунда Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм әйтте: „Мин һеҙҙең төштәрегеҙ һуңғы ете төн менән тура килеүен күрәм, шуға кем Ҡәҙер кисен көтә, уның килеүен рамаҙан төндәренең һуңғы кисе дауамында көтһен“. (Бохари, Мөслим)
Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: Рамаҙандың һунғы ун көнөн Аллаһының Илсеһе ғәлләйһиссәләм мәсеттән сыҡмайынса үткәрә ине һәм ул: „... Ҡәҙер кисенең (килеүен) рамаҙандың һуңғы ун төнөндә көтөгеҙ“, — тип әйтә ине». (Бохари, Мөслим).
Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: «Рамаҙан айының һуңғы ун көнө еткәс, Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм төндәрҙе намаҙ үтәп үткәрә ине, ғәиләһенең әғзаларын уята ине, ғибәҙҙәттә айырыуса тырышлыҡ күрһәтә ине һәм изарын (күлмәген) нығыраҡ ҡыҫып бәйләй ине». (Бохари, Мөслим).
Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: Рамаҙан ваҡытында Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм ғибәҙәт ғәмәлдәрендә башҡа айҙарға ҡарағанда күберәк тырышлыҡ күрһәтә ине, ә Рамаҙандың һуңғы мишәрендә (уның башҡа көндәренә) ҡарағанда ла күберәк тырышлыҡ күрһәтә ине". (Мөслим).
Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: Бер ваҡыт мин һораным: "Әй Аллаһының Илсеһе, әйт, әгәр мин Ҡәҙер кисе килеүен белһәм, миңә нимә "әйтергә кәрәк?” "Әйт: «Әй Аллаһ, дөрөҫлөктә, Һин — Ярлыҡаусы, Һин ярлыҡауҙы яратаһың, мине ярлыҡа!» “Аллаһүммә, иннәкә-ғәфүүн, түхиббүл- ғәфүә, фәғфү ғәнни!” (Тирмизи).
Ғәлимдарҙың күберәге риүәйәттәр буйынса был Ҡәҙер кисәһен Рамаҙан шәрифенең 27- нсе кисәһенә тура килеүе ихтимал тине.
Рамаҙан айының һәр кисәһендә төрлө ғибәҙҙәт үә изгелектәргә даимсылыҡ ҡылыр кәрәктер, сөнки Ҡәҙер кисәһе был Рамаҙан айында булыр. Әгәр бер кеше Рамаҙан айында ахшам, йәстү үә тәрәүих намаҙын йәмәғәт менән уҡыһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә Ҡәҙер кисәһенең сауабын бирер.
Был Ҡәҙер кисәһендә Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең йәне әйтер үә сәләм бирер һәр мөьмин-мосолман бәндәләргә, дәхи ғәфил булмағыҙ был Ҡәҙер кисәһенең көндөҙөндә изгелектәр ҡылыуының сауабынан.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм : «Бер кеше Ҡәҙер кисәһендә ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһа, һәр рәҡәғәттә бер Фәтиха (Әлхәм) үә бер мәртәбә Ихлас сүрәләрен уҡыһа, намаҙҙан һуң 70 мәртәбә Әлхәмдүлилләһи тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең бар гонаһтарын ярлыҡар һәм урыныннан тороп өлгөргәнсе ата-әсәһенең гонаһын ярлыҡар.
Был кеше өсөн Аллаһ Тәғәлә фәрештәләр ебәрер, икенсе йылға ҡәҙәр был кешенең изгелектәрен яҙырҙар һәм ул кеше дөньянан сыҡмаҫ (үлмәҫ) йәннәттә урынын күрмәйенсә.
Ҡәҙер кисәһе шулай булыр: бик эҫе һәм бик һалҡын булмаҫ, ул кистә болот әҫәре булмаҫ, ел дә булмаҫ. Ул кис төнгө һауала йондоҙҙар атылмаҫ һәм ул кистә бар һыуҙар татлы булыр, ямғыр яумаҫ.
Рамаҙан айының бар кисәләрендә ғәмәл-ғибәҙҙәткә даимсылыҡ ҡылып, тәүбә үә истиғфарға килеп, был Ҡәҙер кисәһенә тура килһәк Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында доғаларыбыҙ ҡабул булһа, донъя үә әхирәттә бәхетле булғанлығыбыҙҙан булыр.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: Әгәр минең өммәттәрем был Рамаҙан айында ни ҡәҙәр рәхмәттәр, ни ҡәҙәр сауаптар булғанын белһә ине, «йылдың бар айҙары ла Рамаҙан айы булһасы», тип теләрҙәр ине», — тине.
«Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк, сауабы мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡ», — тип әйтелә Ҡөръән Кәримдең 97-се «Әл-Ҡәдр» сүрәһенең 3-сө аятында.
Сәхәбәләр, тәбиғиндәр һәм әүәлге ғәлимдәр Рамаҙан айының бар кисәләрендә уяу тороп, бар гонаһтарынан тәүбә ҡылып үә ғибәҙәттә булып, был Ҡәҙер кисәһенә тура килеп, Хак Сөбөхәнә үә Тәғәлә ҡаршыһында аҡ йөҙлеөбулғандар. Был мөбәрәк «Әл-Ҡәдр» сүрәҺендә Аллаһы Тәғәлә әйтә:
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр. Үә мәә әдеракә мә ләйләтүл-ҡадр. Ләйләтүл-ҡадри хайрум мин әлфи шәһр. Тәнәззәлүл- мәләәикәтү үәр-рухү фиһә би иҙни раббиһим мин күлли әмр. Сәләмүн һийә хәттә мәтләғил-фәҗр» — «Тәхҡыйҡ, Беҙ Ҡөръәнде иңдерҙек Ҡәҙер кисендә. Һиңә Ҡәҙер кисенең шәрәфәтен үә уның хикмәтен нимә белдерҙе? Ҡәҙер кисенең сауабы мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡтыр. Ҡәҙер кисендә Джабраил ғәләйһиссәләм үә башҡа фәрештәләр Раббыларының теләге илә һәр кешегә билгеләнгән бер йыллыҡ тәҡдир менән инер. Ҡәҙер кисендә намаҙ, Ҡөръән уҡып, Ураҙа тотҡан мөьэминдәргә фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән сәләм уҡырҙар, Ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап, таң атҡанса саҡлылыр».
Мең айҙан да хәйерлерәк булған был кисте ғәфләт менән уҙғарыу ҙур хата булыр ине. Шуның өсөн йылына бер мәртәбә килә торған был кисте ғибәҙәттәр, доғалар, тәүбәләр менән уҙғарырға кәрәк.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Кем, Аллаһ Тәғәләғә ышанып, сауабын Аллаһынан көтөп, Ҡәҙер кисәһен ғибәҙҙәт менән уҙғарһа, ул кешенең эшләгән гонаһтары ғәфү ителер».
Ҡәҙер кисәһендә дүрт рәкәғәт намаҙ уҡыла. Ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә. Беренсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Әл-Ҡәдр», икенсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Ихлас», өсөнсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Әл-Ҡәдр», дүртенсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Ихлас». Был намаҙға түбәндәгесә ниәт әйтелә: «Әй, Раббым! Был кисә хөрмәтенә, Бәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә, рәхмәтең хөрмәтенә минең тәүбәләремде ҡабул әйлә. Илаһи ғәфүүнә, фәизеңә һәм илаһи изгелегеңә ҡушылыусылар араһына индер!»
Аллаһ Тәғәлә гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен. Хәйерле, еңел, бәхетле тәҡдир бирһен. Һәр кемгә иман байлыҡтары биреп, һаулыҡ, сәләмәтлек, хәләл кәсеп, хәләл ризыҡ насип итһен. Шулай уҡ ғәилә бәхете, ил тыныслығы, хәйерле ғилем бирһен. Әмин.
Читайте нас: