-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июль 2020, 18:53

Өфөлә Конституция буйынса тауыш биреү акцияһы еңеүселәренә шифаханаларға 42 юллама тапшырылды

Унда республиканың 35 ойошмаһынан 240 мең хеҙмәткәр ҡатнашты.

Өфөлә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнөндә уҙған акция барышында бүләктәр уйнатыуға йомғаҡ яһалды. Унда республиканың 35 ойошмаһынан 240 мең хеҙмәткәр ҡатнашты. Предприятие хеҙмәткәрҙәре махсус номер һәм QR-код менән флаерҙар алды. Улар үҙҙәренең һайлау участкаларында акцияның махсус йәшнигенә купон төшөрҙө. Еңеүселәр 6 июлдә тура трансляция менән осраҡлы һандар генераторы ярҙамында билдәләнде. Һөҙөмтәлә Башҡортостан шифаханаларына 42 юллама һәм төп бүләк – «УАЗ Патриот» автомобиле уйнатылды. Бүләкләү «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Республиканы ас» төбәк партия проекты сиктәрендә уҙҙы.
«Был — Мәскәү тәжрибәһе буйынса билдәле практика, кешеләр, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, бағыусыларҙан бонустар ала», — тип аңлатма бирҙе «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, еңеүселәр «Яҡтыкүл» һәм «Павловка паркы» шифаханаларында ял итеү өсөн 50 мең һумлыҡ сертификаттарға лайыҡ булды.
Төп бүләк – «УАЗ Патриот» автомобиле «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Андрей Сайкинға эләкте.
«Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы өҫтәмә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды. Отошҡа мотлаҡ һалым булғас, беҙ еңеүсене борсомаҫҡа һәм автомобиль буйынса һалым йөкләмәһен үҙебеҙгә алырға булдыҡ», — тине Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов.
Фото: «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
Читайте нас в