-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июль 2020, 14:06

Башҡорт гимназияһы – миллилек үҙәге ул

Нефтекама башҡорт гимназияһы 2006 йылда асылған. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә милли үҙаңды, тел һәм мәҙәниәтте һаҡлап тотоусы үҙәк булараҡ билдәле был белем усағы. Бында әлеге ваҡытта йәмғеһе 911 уҡыусы белем ала.

Уҡытыусылар коллективы ла бик көслө бында. 52 уҡытыусының күбеһе юғары категорияға эйә. Гимназияны Әлфиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Кәримова етәкләй.
Гимназиябыҙ заман талаптарына яуап биргән инновацион белем биреү учреждениеһы булараҡ республикала танылыу яуланы. Сөнки бында ябай уҡытыу программаһы менән генә сикләнеп ҡалмайҙар. Белем усағында һәр баланың тәбиғи мөм кинлектәрен асыуға йүнәлтелгән, заман талаптарына яуап биргән ижади уҡытыу мөхите – ресурс үҙәге булдырылған. Үҙәктә шөғөлләнеү – бушлай. Дәрестәрҙән һуң бында “Һәләтле балалар”, “БДИ‑ға әҙерлек”, “Киләсәк һөнәргә юл” йүнәлештәре буйынса эш алып барыла. Юғары синыф уҡыусылары бик теләп водителдәр әҙерләү курсына йөрөй һәм мәктәпте уҡып бөтөүгә улар водитель танытмаһын ала алалар.
Ресурс үҙәгендә сығарылыш синыф уҡыусы ларын гимназия уҡытыусыларынан тыш, БДУ‑ның Нефтекама филиалынан фән кандидаттары килеп уҡыта. Бындай күсәгилешлек “мәктәп – юғары уҡыу йорто” бәйләнешен тағы ла камиллаштырырға булышлыҡ итә, сөнки уҡыусылар юғары уҡыу йортта ры уҙғарған бөтөн сараларҙа ла үҙҙәрен хәҙерҙән үк һынап ҡарай, һәм һөҙөмтәлә был ысул һөнәр һайлауҙа уларға ярҙам итә.
Гимназияла башҡорт теле дәүләт теле, шулай уҡ туған тел булараҡ та уҡытыла. Беренсе синыфҡа килеүселәр өсөн әҙерләү курстарына башҡорт теле дәрестәре лә индерелгән, шуға күрә балаларға телде өйрәнеү артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Телде бөтөнләй белмәй килеүселәрҙең дә беренсе синыфта уҡ ҙур булмаһа ла һүҙлек запасы бар, уларҙың күңе лендә телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянған була.
Дәрестән тыш, уҡыусылар эҙләнеү һәм проект эшмәкәрлегенә, ижади түңәрәктәргә йәлеп ителә. Спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Балалар һау-сәләмәт үҫһен өсөн гимназияла бөтөн шарттар булдырылған. Спорт, хоккей майҙансыҡтары, тренажер, көрәш спорт һәм бейеү залдары бар.
Белем биреү тәрбиә эшмәкәрлеге менән үрелеп барғанға, гимназияның уңыштары ла юғары. Синыф етәкселәре уҡыусылар, ата-әсәләр менән бик әүҙем эшләй – йыйылыштар ойошторола, улар менән ситтән тороп аралашыу өсөн блогтар, сайттар булдырылды.
Уҡыусыларыбыҙ ҡала, республика конкурстарында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Республика кимәлендәге “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе, “Салауат йыйыны”, “Аҡмулла вариҫтары” һәм башҡа бәйгеләрҙә көстәрен һынап ҡараған талантлы балаларыбыҙ бар. “Башҡортостан ынйылары” республика бәйгеһенең төбәк турҙа рында юғары күрһәткестәргә лайыҡ булдыҡ.
Башҡорт фольклоры түңәрәгендә иҫ киткес талантлы балаларҙы ла әҙерләй беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Гимназия эсендә “Шәжәрә байрам”дарын үткәреү ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамдарына әүерелде. Башҡорт булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбат итерҙәй документтарҙы эҙләгән ата-әсәләр табылды.
Баланы телгә өйрәтеүҙең нигеҙе – ул милли үҙаң, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү. Телен онотабашлаған, ҡала мөхитендә тик урыҫ телендә генә аралашҡан башҡорт балаһы ата-бабаларының лайыҡлы эштәрен белергә, уларға тиңләшергә тырышырға тейеш.
Гүзәл ҒАЙСИНА,
Нефтекама Башҡорт гимназияһының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
фото: Рәзил Бикбулатов
Читайте нас: