+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июль 2020, 17:15

Ап-аҡ туҙҙан ҡап-ҡара һағыҙ

Хуш еҫле ҡара һағыҙ ҡайната беләһеңме?

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Зәйтүнә Хатип ҡыҙы Сираева (1935 йылда тыуған) ҡара һағыҙ ҡайнатырға әсәһенән өйрәнеп ҡалған.
- Инәйем гел генә һағыҙ ҡайната торғайны. Үҙемде белгәндән, һағыҙ сәйнәп сәй эсеп, алабута үләнен икмәк урынына ашап үҫтек. Балалыҡтың ашарға булмаған аслыҡ замандарын хәтерләһәм, илағым килә. Һикелә аслыҡтан хәлһеҙ ятам, тороп булмай. Шулай булһа ла әсәйем өс баланы үлтермәй, ҡарап үҫтерҙе. Ә атайым һуғышта үлеп ҡалды.
Дарыу-фәлән булмағас, ул замандарҙа һағыҙ менән шештәрҙе лә дауалай торғайныҡ. Аяҡ кейеме лә юҡ, исмаһам, шуға ла тире гел яралана, шешә. Шул яралы урынға әсәйем һағыҙ һөртә ине.
Әсәйемдең ауыҙында бер генә теше булды. Шулай булһа ла һәр ваҡыт ауыҙында һағыҙ тылҡып ултырыр ине, мәрхүмәм. “Әсәй, ниңә шуны сәйнәйең инде?” – тиһәм, “ Эй, балам, һағыҙ сәйнәһәм, бөтөн хәсрәтем юғала,” – ти, торғайны. Йоҡлар алдынан һағыҙҙы бүрәнә ярыҡтарына ҡыҫтырып ҡуя торғас, өй бүрәнәһе ҡап-ҡара булып китә, йыуып та бөтөрөп булмай, – тип, хәтирәләре менән бүлеште Зәйтүнә инәй.
–Ҡара һағыҙҙы ҡайнатыу мәшәҡәтле генә эш. Бының өсөн ҡайын туҙы май айында, һуты ағып торған мәлдә әҙерләнә. Бер йомғаҡтай һағыҙ ҡайнатыу өсөн бер-ике тоҡ ҡайын туҙы кәрәк буласаҡ. Туҙҙың насар урындарын таҙартаһың, ә ҡағыҙҙай йоҡа ғына иң өҫкө ҡатламы һәм аҫҡы һары ҡаты ҡатламы алынмай. Ваҡ ҡына киҫәктәргә турап, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап тултыраһың.
Ут сыҡмаһын өсөн һағыҙҙы йылға буйында ҡайнаталар. Суйынды таба менән ябып, ике сәғәт тирәһе тандыр ғына ҡуҙҙа ҡайнатаһың. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы ағас таяҡ менән һаҡ ҡына болғатырға кәрәк була. Эрегән туҙ сәсрәп китеүе ихтимал, шуға һаҡ булығыҙ. Суйын ныҡ ҡыҙһа, йыш болғатып торорға тура килә. Болғаған таяҡ бысрамаһын, сүп-сар йәбешмәһен өсөн, еүеш таҙа сепрәккә йәки таҙа һыулы һауытҡа һалығыҙ. Әҙер һағыҙ ҡатыҡ шыйыҡлығында булырға тейеш. Уның әҙерлеген белеү өсөн бер аҙ май ҡушып сәйнәп ҡарарға ла була. Майҙы күп ҡушһаң, һағыҙ шыйыҡ була, тешкә йәбешеп, йонсота. Тағы ла май өҫтәп, йомшаҡмы, ҡатымы икәнлеген белеп ҡарайһың (сәйнәр алдынан һағыҙҙы һалҡын һыуға тамыҙып, һыуытырға!). Суйында һағыҙ әҙер булғас та, өҫтөнә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойоп ебәрәһең. Шулай итһәң, һағыҙ ҡаҙандан ҡубып, өҫкә йөҙөп сыға. Бауырһаҡ һымаҡ итеп, таҡтала әүәләп, өлөштәргә бүлеп, һыуытҡыста һаҡларға була. Мин үҙем, һағыҙҙы бер сәйнәм генә өлөштәргә бүлеп, һыу һалынған быяла банкала һаҡлайым. Усаҡты яҡшылап һүндереп, эшемде тамамлайым, – тип, Зәйтүнә инәй яңы ғына ҡайнап сыҡҡан ҡайын һағыҙын миңә тәмләргә һуҙҙы.
Ммм... Тәмлелеге!.. Әле булһа ҡайын төтөнө танауымды ҡытыҡлай. Ә хуш еҫле ҡара һағыҙ тәме телемдә генә һаҡлана.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА. (Автор фотолары).
Читайте нас: