+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июль 2020, 15:40

Башҡорт балы тураһында әкиәт (Сценарий)

Алыҫ-алыҫ ерҙәрҙә, ошо тылсымлы ҡурай үҫкән яҡта, һоҡланып туймаҫ тәбиғәтле мөғжизә бер ил бар. Ожмахҡа тиң урын ул. Улар бер ниндәй сиргә лә бирешмәй, сөнки улар бал ҡорттары ташыған шифалы бал ашап йәшәйҙәр. Батшам, ҡыҙыңа ла шул балды ашатырға кәрәк! (Сценарийҙың дауамы сайтта...)

Башҡорт балы тураһында әкиәт
Сценарий
Ҡатнашалар:
Батша
Батша хакиме
Һаҡсылары
Батша ҡыҙы һәм әхирәттәре
Юлаусы
Юлаусының улы
Табиб
Күрәҙәсе
Им-томсо ҡарсыҡ.
Сәхнәлә батша тәхете. Батшабикә һәм әхирәттәре ауырыу батша ҡыҙын индерәләр.
Батшабикә: Ни өсөн генә беҙгә Хоҙай бындай һынауҙар бирҙе инде? Ни өсөн? Нисә илгә сапҡынсылар ебәрҙек. Ҡайһы яҡтарҙан ғына ҡыҙымды һауыҡтырабыҙ тип килмәнеләр, әммә береһе лә ауырыуға дауа таба алманы... Кем ярҙам итер, кем аяғына баҫтырыр баламды?
Сәхнәгә батша һаҡсылары һәм хакиме менән инә.
Батша: Нисә йыл инде мин батша булып ултырам. Минең бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ. Ер йөҙөндә иң бай кеше – мин. Тик мин иң бәхетһеҙ бәндә. Минең берҙән-бер ҡыҙым ҡаты ауырый. Уға бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Ни эшләргә инде миңә?!
Батша хакиме инә: Батшам, алыҫ бер илдән тағы бер табиб килгән. Саҡырырғамы?
Батша: Саҡырығыҙ! (Табип инә, баш эйә һәм ҡыҙҙы ҡарай.)
Табиб: Ғәфү итегеҙ, олуғ батшам, был мин белгән сир түгел. Күпме ерҙәрҙә булдым, күпме сирлеләрҙе терелттем, әммә бындай сирҙе күргәнем юҡ.
Батша: Алып сығығыҙ! (Һаҡсы табипты сығарып ебәрә.)
Батша хакиме: Ғәли йәнәптәре, диңгеҙ аръяғынан бер им-томсо килеп еткән, индерергәме?
Батша: Индерегеҙ! (Инә, ҡыҙҙы уратып йөрөй, өшкөрә-төкөрә башлай.)
Им-томсо: Ҡасығыҙ шайтандар, ҡасығыҙ ен-пәрейҙәр, ҡасмаһағыҙ үҙем һеҙҙе утта яндырасаҡмын, һыуға батырасаҡмын! Ҡасығыҙ! ( Ҡыҙ уянмай.)
Батша хакиме: Ғәли йәнәптәре, ишек алдында тылсым эйәһе көтә.
Батша: Саҡырығыҙ! Бәлки ул ярҙам итер.
(Тылсым эйәһе инә, таяғы менән уңға-һулға һелтәй башлай.)
Күрәҙәсе: Ас күҙеңде, уян, уян! (Ҡыҙ уянмай. Күрәҙәсене сығарып ебәрәләр.)
Батша хакиме: Батшам, алыҫ бер илдән килгән күрәҙәсе-экстрасенс индереүҙе үтенә.
Батша: Индерегеҙ! (Эксрасенс инә, майшәмдәрен шатыр-шотор ялпылдатып йөрөй башлай, әммә ҡыҙ күҙҙәрен асмай. Уны ла сығарып ебәрәләр.)
Батша хакиме: Олуғ батшам, бер ябай юлаусы ла һеҙгә индереүҙе һорай.
Батша: Инһен...Тик бер ябай юлаусы балама нисек ярҙам итә алһын инде...
Юлаусы инә. (Баш эйә. Ҡыҙҙы ҡарай.)
Юлаусы: Бик оҙаҡ ята икән был бала. Мин уға ярҙам итә алам. (Ул ҡурайын алып уйнап ебәрә. Барыһы ла тынып ҡала.) Алыҫ-алыҫ ерҙәрҙә, ошо тылсымлы ҡурай үҫкән яҡта, һоҡланып туймаҫ тәбиғәтле мөғжизә бер ил бар. Ожмахҡа тиң урын ул. Бейек-бейек тауҙары, ҡалын ҡуйы урмандары, терегөмөштәй саф йылғалары, шифалы шишмәләре, татлы-баллы емеш-еләктәре, хуш еҫле сәскә тулы ялан-ҡырҙары – барыһы ла бар унда. Саф һауа һулап, таҙа ерҙә йәшәгәнгәме, кешеләр ҙә саф, изге күңелле. Ә иң мөһиме – улар бер ниндәй сиргә лә бирешмәй, сөнки улар бал ҡорттары ташыған шифалы бал ашап йәшәйҙәр. Батшам, ҡыҙыңа ла шул балды ашатырға кәрәк!
Батша: Хәҙер үк алып килегеҙ миңә шул балды! Ҡыҙыма балдың шифаһы тейһә, нимә кәрәк һиңә шуны бирәм, теләһәң ярты байлығымды ал!
Юлаусы: Юҡ, батшам, кәрәкмәй миңә һинең алтын-көмөштәрең. Минең уларҙан да ҡәҙерле тыуған ерем, тыуған илем бар.
Батша: Нимә кәрәк һуң һиңә, әйт юлаусы?
Юлаусы: Беҙҙең яҡтар бик бай. Шул байлыҡтарға ҡыҙығып ситтән килеүселәр еребеҙҙе талай башланы. Урмандар киҫелә, йылғалар ҡорой, үҫемлектәр, сәскәләр кәмей... Иң аянысы шул: бал ҡорттары һәләкәт аҫтында. Сөнки улар тик таҙа, саф тәбиғәттә генә йәшәй ала. Әгәр ҙә һин батшам, беҙең яҡтарҙы һаҡлауға, үҙеңдең ҡурсауыңа алһаң, тәбиғәтебеҙ ҙә, бал ҡорттары ла зыян күрмәҫ ине.
Батша: Мин риза! Ҡайҙа һуң ул шифалы бал?!
Юлаусы: Урал улым, индер әле бер тәпән балды. (Егет бал индерә һәм ҡыҙға ашатып ҡарайҙар.)
Юлаусы: Күҙҙәреңде ас ҡыҙым, тәмләп ҡара әле йүкә сәскәһенең балын.
Ҡыҙ: (Тәмләп ҡарай. Ҡыҙ терелеп күҙҙәрен аса.) Ниндәй тәмлекәс! Ә хуш еҫее-е-е һуң?! Бындай татлы ризыҡты ғүмеремдә беренсегә ашайым! Был нимә ул атай?
Батша: Был шифалы бал, ҡыҙым.
Ҡыҙ: Миңә хәл керҙе, атай. Әйтерһең мин бөтөнләй ауырымайым. Бындай дауаны ҡайҙан таптығыҙ?
Егет: Бик алыҫтан, Башҡортостан иленән алып килдек.
Ҡыҙ: Рәхмәт, егет! (Ҡыҙ егеткә ғашиҡ була.)
Батша: (Батша ла тәмләп ҡарай.) Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым, ниндәй тылсым бар икән Хоҙайҙың был мөғжизәле ризығында! Мин үҙемдә көс-ҡеүәт тоям!
Юлаусы: Эйе, бал ғүмерҙе оҙайта, кешегә көс-ғәйрәт өҫтәй, мең төрлө ауырыуға дауа!
Батша: Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙымды ла терелттегеҙ, үҙемә лә көс инде. Мин һүҙемдә торам. Тыңлағыҙ! Ишетегеҙ барығыҙ ҙа! Мин бойорам! Бөгөндән ошо шифалы бал сыҡҡан ерҙәрҙе һаҡ аҫтына алырға! Урмандарҙы киҫмәҫкә, йылғаларын бысратмаҫҡа, ә шифалы бал ҡорттарына һәйкәл ҡуйырға!
(Бөтәһе бергә баш эйәләр.)
Саимә ИГЛИКОВА,
Ғафури районының Башҡорт гимназия-интернаты өлкән тәрбиәсеһе.
Читайте нас: