-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июль 2020, 15:52

Өләсәй (Хикәйә)

Әнисә әбейҙең улы күптән инде Америкала йәшәй. Бик һағына әсә улын. Тыуған еренә йәшәргә ҡайтырына өмөтөн өҙмәй. (Дауамы сайтта...)

Өләсәй
Хикәйә
Әнисә әбейҙең улы күптән инде Америкала йәшәй. Бик һағына әсә улын. Тыуған еренә йәшәргә ҡайтырына өмөтөн өҙмәй. Уның да ейәндәренә кистәрен әкиәттәр һөйләгеһе, арҡаларынан тупылдатып һөйгөһө, йылы ойоҡ- бейәләйҙәр бәйләп кейҙергеһе килә. Тыуған илендә аҡса етмәй, имеш, ә уның бай йәшәгеһе килә, шуға күрә бәхетте сит илдә эҙләй. Әсәнең быға ҡайғырыуы!..
Көндәрҙән бер көндө Әнисә әбейҙең ҡапҡа төбөнә ят ҡара машина килеп туҡтаны. Күн итек, модалы салбар, аҡ күлдәк, ҡара күҙлек кейгән оҙон буйлы ир төштө машинанан. Әнисә әбей ҡабаланып ҡапҡа алдына сыҡты ла таныш түгел кешегә аптырап ҡараны.
Теге ир, әбейҙе күреп:
– Здрасти, мама, – тип иҫәнләште.
– Атаҡ-атаҡ, бәй, Миңнуллам! Эй, Аллам! Танымай ҙа торам улымды. Һағынып, төштәремә инә башланың... – тине әбей.
– Мама, знакомься, это – Анетта, твои внуки Артур и Эдик.
Әбей килене менән ейәндәренең исемдәрен дөрөҫ кенә итеп әйтергә теле әйләнмәй йонсоно. Тиҫтә йылдан ашыу Америкала йәшәгән улының ҡайтырын төрлөсә хыялланып көткәйне бит. Әбей, алдарында өлтөрәп йөрөп, ҡунаҡсыллығын күрһәтте. Ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшмәгәс, ҡарт кеше аралашыуҙан бер ҙә кинәнес алманы. Ейәндәре лә ылығып китә алманы.
Әнисә әбей ейәндәренең ҡасандыр йүгереп килеп “Өләсәй!” тип ҡосаҡлап алыуҙары хаҡында күпме хыялланғайны...
Айгүзәл МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Читайте нас в