1917 йылдың август айында Өфө ҡалаһында Икенсе Башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Бында Зәки Вәлиди Башҡорт үҙәк шураһы рәйесе Шәриф Манатовтың урынбаҫары итеп һайлана. Бер үк ваҡытта ул үҙәк шураның эске эштәр бүлеген етәкләй. Артабанғы айҙарҙа Зәки Вәлиди башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең ысын мәғәнәһендә лидерына әүерелә. Ул Башҡорт үҙәк шураһының мөһим, тарихи документтарын әҙерләй. 1917 йылдың 15 ноябрендә үҙенең көрәштәштәре менән Башҡортостан автономияһын иғлан итеү тураһында 2-се һанлы фарман сығара. Декабрь айында үткән Өсөнсө Башҡорт ҡоролтайына Башҡортостан автономияһын раҫлау буйынса бөтөн документтар, ҡарарҙарын әҙерләй, Башҡортостан автономияһының тәүге карталарын үҙ ҡулы менән эшләй. 3-сө ҡоролтайҙа Зәки Вәлиди Башҡорт хөкүмәтенең хәрби министры итеп һайлана. Делегаттар Зәки Вәлидигә оло хөрмәт йөҙөнән бүләктәр тапшыра. “Миңә Туҡ-Соран кантоны (хәҙерге Ырымбур өлкәһендә) башҡорттары ҡоролтай исеменән боронғо эйәр менән бәйге аты һиҙиә (бүләк) итте. Өҫтәүенә, алтын-көмөш менән биҙәлгән, ғәрәп хәрефтәре менән яҙыуҙар яҙылған көмөш сәй таҡымы, алтын ялатып яҙылған ҡул янсығы бүләк ителде. Батмусының төбөнә гүзәл шиғырҙар яҙылған был бүләктәрҙең миңә белгертмәй, алдан әҙерләнгәнлеге аңлашылды. Улар минең ғүмерем эсендә милләтем исеменән бирелгән иң самими (ҡәҙерле) бүләктәр булды”, – тип яҙа Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә.