-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июль 2020, 13:17

Ҡорбан салыуға бәйле мәғлүмәттәр һәм ҡағиҙәләр.

Ҡорбан һүҙе ғәрәпсәнән “ҡурба” - Аллаһҡа яҡынлашыу мәғәнәһен аңлата.Ғәйет ҡорбанын быйыл 31 июлдә, йә 1, йә 2 августа иртәнсәк, ҡояш ҡалҡып бер ни тиклем ваҡыт үткәс башҡарыла.

Ҡорбан һүҙе ғәрәпсәнән “ҡурба” - Аллаһҡа яҡынлашыу мәғәнәһен аңлата.
Ғәйет ҡорбанын быйыл 31 июлдә, йә 1, йә 2 августа иртәнсәк, ҡояш ҡалҡып бер ни тиклем ваҡыт үткәс салырға кәрәк.
Ошо 3 көндә кемдең ҡорбан салырға мөмкинселеге бар (сәфәрҙә йөрөмәһә, матди хәле яҡшы булһа), шулар өсөн был ғибәҙәт – важиб, йәғни фарызға (мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл) яҡын. Кире осраҡта сәфәрҙә йөрөгән, аҡса яғы наҡыҫ булғандар өсөн был ғәмәл важиб, йәғни мотлаҡ түгел.
Бер хәҙисендә пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһис-сәлләм әйтә, һәр бер өй (ғаилә) йыл һайын ошо Ҡорбан байрамы көндәрендә бер ҡорбан салырға тейеш, тип. Йәғни күп балалы ғаилә башлығы бөтә ғаиләһе өсөн салһа ла етә.
Шундай хәҙис бар: сәхәбәләр пәйғәмбәр с.ғ.с.-дән: “Эй, Аллаһ илсеһе, беҙгә ошо салынған ҡорбандарҙан ниндәй файҙа була?” - тип һорай икән. “Салынған малдағы һәр бер ҡыл һәм ундағы мамығы өсөн дә сауап яҙыла” - тип яуаплай пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с.
Ҡорбанға пар тояҡлы мал: һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә һуйыла. Кәзә, һарыҡ 1 йәштән, һыйыр малы 2 йәштән, дөйә 5 йәштән үтергә тейеш. Уларҙың барлыҡ ағзалары теүәл, ауырымаған, сатанламаған, ҡолаҡ, ҡойроғо, мөгөҙө 3-тән бер өлөшөнән дә күберәк ҡырҡылмаған, өҙөлмәгән, һыныҡ булмаған, шулай уҡ мал һимеҙ булырға тейеш. Кәзә-һарыҡ бер кеше исеменә, һыйыр 7 кеше (ғаилә) ҡушылып салырға мөмкин. Әммә күмәкләп салғанда һәр береһенең дә ҡорбанға аныҡ ниәте булырға тейеш. Хатта берәүһе генә ит өсөн салам тиһә, йәки башҡа уй менән ниәттән тайпылһа, ҡалған 6-һының ҡорбаны ҡабул ҡылынмай. Һыйырҙы 7 һәм унан кәмерәк кеше ҡорбанлыҡ итә ала, кеше һаны 7-нән артһа - ярамай. Итен өлөштәргә киҫәкләп түгел, ә үлсәп бүләләр.
Әгәр ауылда мәсет бар икән, ҡорбанды ғәйет намаҙынан һуң салыу шарт. Юҡ икән, ундағы кешеләр ҡорбанлығын иртәрәк сала ала.
Мохтаж кешеләр ҡорбан итен ғаиләһендә бөтөнләй ҡалдырһа ла рөхсәт. Байҙар бөтә итен кешегә таратып бирһә лә, ҡунаҡ саҡырып ашатһа ла мөмкин. Ғалимдар иһә ҡорбан итен 3 өлөшкә: бер өлөшөн – ғаиләһенә, 1 өлөшөн – кешегә таратырға, 1 өлөшөнә ҡунаҡ саҡырып һыйларға тәҡдим итә. Итте кешегә күберәк таратһаң, сауабы ҙурыраҡ.
Әгәр кеше мөмкинлеге булып та ҡорбан салырға ниәтләнеп, ғәйеттең 3 көнөндә ҡорбан салмаһа, был ғәмәл уның бурысы булып ҡала. Аҙаҡ салһа, был ҡорбандың итен үҙе һәм ғаиләһе ашамай - тотошлайы менән кешегә тарата. Ә итте кешегә таратыуҙың хикмәте - ғәйет көнөндә ауыр хәлдәге кешеләрҙең хәленә инеп, уларҙы байрам иттереү, туйҙырыу, мохтаждарҙы ҡыуандырыу, кешегә ҡарата иғтибарлы булыу, үҙеңдә мәрхәмәтлелек тәрбиәләү.
Нәҙер ҡорбаны.
Әгәр кеше сирҙән имен-аман ҡотолһам, типме йә башҡа сәбәпле ҡорбан салам, тип нәҙер әйтһә, ул уны мотлаҡ үтәргә тейеш. Тик Ҡорбан ғәйете көндәрендә салырға тейеш түгел.
Ҡорбанды ирҙәр үҙ ҡулы менән салыуы хәйерле. Имам, мулла эргәлә булыуы мотлаҡ түгел. Тәһәрәтләнеп, доғаларҙы уҡып, салһа - тағы ла яҡшыраҡ. Үҙе сала алмаһа, башҡа мосолманды ярҙамға саҡырып, һуя ала. Әгәр ҡорбан салып, кеше йыйып һыйларға мөмкинлек булмаһа, был эште кисектерергә, башҡа көндәргә ҡалдырырға мөмкин. Иң мөһиме - ҡорбанды ғәйет көндәрендә һуйыу.
Читайте нас: