Изге Мөхәррәм айының тәүге көнөндә Һижри йыл иҫәбе буйынса Яңы йыл башлана. Был дата мосолман календарының башы, ә Мөхәррәм айы мосолман календарының тәүге айы булып һанала. Кеше тәүге айҙы нисек уҙғарһа, ҡалған 12 айы ла шулай үтәсәк, тип иҫәпләнә. Бөгөн мәсеттәрҙә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең 622 йылда Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүенә арналған хәҙистәр уҡыла. Мөхәррәм айы – Аллаһ бәхәс, ҡанлы үс алыу, һуғыш һәм шуға оҡшаш ғауға-низағтарҙы айырыуса тыйған дүрт айҙың береһе.
Мөхәррәм айы тик шатлыҡлы ваҡиғалар менән үтһен ине! Илебеҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын! Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла бәрәкәтле, ырыҫлы, иманлы ғүмер юлдары насип әйләһен! Әмин!