-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Август 2020, 17:24

Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?

Күптәнге хыялым, уҡыуҙар тамамланып буш ваҡытым күбәйгәстә кейеҙгә буяулы йөндәрҙе энә менән сәнсеп биҙәк һалыу ине... (дауамы сайтта)

Быйыл мин йәйге каникулдарҙы айырыуса көтөп алдым. Сөнки күптәнге хыялым, уҡыуҙар тамамланып буш ваҡытым күбәйгәс тә кейеҙгә буяулы йөндәрҙе энә менән сәнсеп, биҙәк һалыу ине. Әлбиттә был эштә төп ярҙамсым һәм өйрәтеүсем әсәйем булды. Иң тәүҙә ҙур булмаған аҡ кейеҙҙе әҙерләп йыуып алғас, ситтәренә йәшел төҫлө йөндән башҡорт орнаментын баҫып сыҡтым. Ә уртаһына үҙебеҙҙең районыбыҙҙың гербындағы боланды төшөрөп баҫтым. Был инде минең өсөн ауырыраҡ булды. Яратып уҡыған баҫмамдың исемен өҫ яғына яҙып ҡуйҙым. "Аманат" журналының һәр яңы һанын көтөп алам, сөнки журналды уҡыу ғына түгел, ә төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашам. Мин үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан бик фәһемле, файҙалы журналыбыҙҙы бөтөн балалар ҙа алдырып уҡыуҙарын теләр инем.
Яңыраҡ беҙ синыфыбыҙ менән уҡытыусыбыҙ Әнисә Әкрәм ҡыҙы етәкселегендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса экскурсияға барып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең районыбыҙҙа беҙ мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуып үҫкән Иҫке Яҡуп ауылын күрҙек. Бик күп шәхси әйберҙәре, йырҙары, ҡурайҙары, сәхнә костюмдары һаҡланған музейы менән таныштыҡ. Ниндәй матур хозур тәбиғәтте, йырҙар йырлаған бейек ҡая. Таштүрыны, Фатима туғайын, Һаҡмар менән Йылайыр йылғалары ҡушылған ерҙәрҙе күреп, һоҡландыҡ. Төрлө уйындар уйнап, йылғаһында һыу төшөп, туғайында тәмле сәйҙәр эсеп, иҫтэлеккә фотоға төшөп, ҡыуанышып ҡайттыҡ. Бындай фәһемле файҙалы экскурсия бөтәбеҙгә лә ныҡ оҡшаны, беҙҙең куңелебеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайым.
Иртә яҙҙан сәскән сәскәләрем йәй буйы күҙҙен яуын алып әле лә баҡсабыҙҙы биҙәп ултыра. Һыу ҡойоп, утап уҫтергэн йәшелсәләр ҙә өлгөрҙөләр.Куплэп емеш-еләк тә беште.Әсәйемә баҡса еләген, ҡарағат, малина йыйып.һатыштым. Минең ярҙамсым, уҫкәнем, тип әсәйем ныҡ ҡыуанды,уҙеңә мәктәп кәрәк-яраҡтары алырбыҙ, тине.
Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр ауылының башҡорт гимназияһы 7а синыф уҡыусыһы Зарема Таһирова.
Читайте нас: