Бөтә ғәләмде юҡтан бар итеп яратҡан һәм беҙҙе Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең өммәте, мөбәрәк “Лә иләһә илләл-лаһу Мүхәммәдүр-расүлүл-лаһ” кәлимәһен әйтеүҙе насип ҡылып, мөьмин-мосолман итеп яратҡан Аллаһ Тәғәләгә, Үҙ рәхмәте менән бүләк иткән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ рәхмәттәренә шөкөраналар ҡылып, йәнә бер йыл тәүлеген тултырып, яңы һижри йылға изге ниәттәр менән аяҡ баҫтыҡ. Мөбәрәк булһын Һижри буйынса Яңы 1442 йылдың тәүге йомаһы!
Аллаһы Тәғәлә ил-көн тыныслығы, йән-тән сәләмәтлеге, иман нуры, ғаилә бәхете, милләт-ара татыулыҡ, һаулыҡ, бәхет үә сәғәҙәт насип итһен бөтөнөбөҙгә лә! Амин.
Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәләнән мөрәжәғәт ҡылып әйтте: «Йә, Раббым, һинең алдыңда ҡайһы көн артығыраҡ торор?» — тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Әй, Әҙәм! Минең ҡаршымда көндәрҙең араһында йома көн артығыраҡтыр. Был йома көнөндә бәндәләремдең гонаһтарын ярлыҡармын,» — тине.
Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Көндәрҙең артығырағы йома көндөр. Йома — ике ғәйет көнөнән, һәм Ғәрәфә көнөнән һәм Ғәшүрә көнөнән, йәғни Мөхәррәмдең унынсы көнөнән артығыраҡтыр; Был йома көнөндә саҙаҡа бирһәң, йә иһә изге эш ҡылһаң, башҡа көндәрҙә ҡылғанға ҡарағанда артығыраҡтыр, һәм йома көнөндә ҡылынған гонаһтың язаһы артығыраҡтыр,» — тине.
"Әгәр бер кеше йома көнөндә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа сәллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә йөҙ мәртәбә салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең, йөҙ хәжәтен үтәр, тип әйт. Етмеше әхирәт хәжәттәренән, утыҙы донъя хәжәттәренән үтәлер," — тип әйт.
Әҙәм ғәләйһиссәләм тағыла һораны: «Йә, Раббым, һинең ҡаршыңда һүҙҙәрҙең ҡәҙерлерәге ҡайһыһы?»— тине. Бисмилләһи, Аллаһы Тәғәлә яуап бирҙе: «Йә, Әҙәм, — тине, — минең ҡаршымда һүҙҙәрҙең ҡәҙерлерәге, сауаплырағы ошо булыр: “Лә иләһә илләллаһү, Мөхәммәдәр рәсүлүллаһү” кәлимәһелер, — тине — Әгәр бәндәләремдән бер кеше ихлас күңелдән был һүҙҙе әйтһә, уның тәнен тамуҡ утына хәрәм ҡылырмын,» — тине.
Йәнә Әҙәм ғәләйһиссәләм һораны: «Йә, Раббым! Һинең ҡаршыңда айҙарҙың ҡайһыһы артығыраҡтыр?» — тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Әй, Әҙәм, минең ҡаршымда айҙарҙың артығырағы Рамаҙан айылыр, — тине. — Был Рамаҙан айыңда бәндәләремә рәхмәтемде арттырырмын, ризыҡтарына бәрәкәт бирермен».
Рамаҙан шәрифте ололап, һәр беребеҙгә шәриғәткә ҡаршы хилаф эштәрҙән тыйылырға тейештер.
Йә, ғәзиз Раббым, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү әйлә, Үҙеңдең рәхмәтеңә лайыҡ әйҙә, ҡайғылы күңелдәребеҙҙе шат ҡыл. Йә, Раббым, Үҙеңдең рәхмәтең менән изгеләр әһеленә ҡушһан ине. Әмин.