+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2020, 16:32

Ислам донъяһында бөгөн ҙур тантана көнө

Кешелек донъяһына рәхмәт үә бөйөк остаз итеп ебәрелгән Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъяға килгән Мәүлит кисе.

11 рабиғүл әүүәл, шаршамбы, 29 октябрь – кешелек донъяһына рәхмәт үә бөйөк остаз итеп ебәрелгән Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъяға килгән Мәүлит кисе.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
Бөтөн ғаләмдең хужаһы, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау үә ололау, уның илсеһе Мөхәммәт бәйғәмбәргә салауат шәрифтәребеҙ, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ булһа ине.
11 рабиғүл әүүәл, шаршамбы, 28 октябрь– кешелек донъяһына рәхмәт үә бөйөк остаз итеп ебәрелгән Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъяға килгән Мәүлит кисе. Бәйғәмбәребеҙ Ҡорайыш ҡәбиләһенән булған. Атаһы – Ғабдулла ибн Ғәбделмоталлиб. Әсәһе – Әминә бин Үәһб.
Нимә ул Мәүлит? Ул “тыуған ваҡыт” мәғәнәһен аңлата. Бәйғәмбәребеҙҙең мәүлитен үткәреү мосолмандарға үҙе бер оло ҡыуаныстыр. Бәйғәмбәребеҙ тыуғас, хатта кәфер Әбү Ләһәб шатлығынан бер ҡол ҡатынды азат итә. Һәм шуның өсөн уға һәр дүшәмбе көн тамуҡта уның ғазабы еңеләйтелә (Бохари хәҙисе).
Алланың илсеһе үҙенең тыуған көнөн үҙе лә ҙурлаған һәм Аллаһҡа рәхмәтен белдереп, ул көндө ураҙа тотоп үткәргән (Мөслим хәҙисе).
Аллаһы Тәғәлә, “Әл-Әхзәб” сүрәһенең 56-сы аятында: “Аллаһ Үҙе үә фәрештәләре, Бәйғәмбәр ғәләйһис сәләмгә салауат әйтә. Әй, мөъминдәр, һеҙ ҙә Бәйғәмбәргә салауат үә сәләм еткерегеҙ”, – тип бойора.
Мәүлит – бар илдәрҙең дә дини ғалимдары һәм мосолмандары хуплаған ғәмәл. Хәҙис: “Мосолмандар яҡшы тип иҫәпләгән һәр нәмә – Аллаһ алдында ла яҡшы, мосолмандар насар тип иҫәпләгән ғәмәлдәр – Аллаһ ҡаршыһында ла насар һәм лайыҡһыҙҙыр” (Әхмәт хәҙисе).
Мәүлит ваҡытында мосолмандар Аллаһҡа зекер ҡыла, Бәйғәмбәргә салауат әйтә, тормошон өйрәнә, ғәмәлдәрен-мөғжизәләрен бәйән итеп уға оҡшарға тырыша.
Хәҙрәти Ғөмәр Әл-Фәруҡ, уға Аллаһ риза булһын: «Кем Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиден данлай, ул кеше тап Ислам динен йәнләндереп ебәргәндәй булыр», — тип әйткән.
Хәҙрәти Ғәли, Аллаһ Тәғәлә уның йөҙөн нурландырһын: «Кем дә кем Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиден данлаһа һәм дә мәүлидте уҡытырға сәбәпсе булһа, ул кеше донъянан иман менән китер һәм йәннәткә хисапһыҙ инер» — тигән.
Хәҙрәти Хәсән Әл-Басрый: «Ни ҡәҙәр теләр инем мин үҙемдә Өхөд Тауы ҙурлығындағы алтын булыуҙы: ул алтынды бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, — уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиден уҡытырға тотар инем», — тип әйткән.
Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә үҙе үк Ҡөръәндә салауат әйтергә ҡуша икән, барыбыҙ ҙа һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһис сәләмгә салауаттар әйтеп, доғалар ҡылып, нәфел намаҙҙары уҡып үткәрәйек! Амин!
Читайте нас: