Донъяла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе – уҡытыусы һөнәре. Уҡыусыларының рәхмәт һүҙе – оло хөрмәткә лайыҡ кешеләребеҙ өсөн иң ҙур бүләк тә ул.
“Аманат” журналы йыл һайын, Уҡытыусы көнө айҡанлы, интернет-төркөмөндә “Минең уҡытыусым” исемле конкурс иғлан итә. Быйыл да ошо традициябыҙға тоғро ҡалдыҡ. Был юлы ла һеҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, әүҙем ҡатнаштығыҙ, йөрәктән сыҡҡан мөлдөрәмә хис-тойғоларығыҙҙы, түкмәй-сәсмәй, яратҡан уҡытыусыларығыҙға юлланығыҙ.
Конкурс эштәре менән “Аманат”тың октябрь һанында һәм интернет-төркөмдәребеҙҙә таныша алаһығыҙ. Быйылғы конкурста уҡыусыларҙың тотош мәктәп менән ихлас ҡатнашыуы беҙҙе ныҡ һөйөндөрҙө. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ысын күңелдән ҙур рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ!
Маҡтау билдәләренә лайыҡ булыусыларҙы ихлас күңелдән тәрбикләйбеҙ:
Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе уҡыусылары коллективы;
Ошо уҡ райондың Байназар мәктәбенән Заһиҙә Моратшина, Илүзә Айытбаева;
Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, “Аманат”тың шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе Вәсилә Хәкимова.
Артабан да “Аманат”лы, белемле, ижадлы, бәхетле еңеүселәр булһағыҙ ине, тигән теләктәрҙә ҡалабыҙ. Барығыҙға ла уҡыуығыҙҙа уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр теләйбеҙ!