4 ноябрҙә Кумертау Ҡала башҡорттары ҡоролтайы үткәрәсәк Халыҡтар берҙәмлеге байрамына арнап, «Мин халҡымды яратам» онлайн-флешмоб иғлан итә. Был флешмоб “Бәйләнештә” селтәрендәге барасаҡ.
#МинХалҡымдыЯратам хештегы аҫтында төрлө халыҡ костюмдарында фотолар, йә иһә туған телдә шиғыр уҡып, йыр, бейеүҙәр видеоһын Интернет селтәренә һалырға була.
6 ноябрь Халыҡ-ара “Башкиры за пределами исторической родины: механизмы поддержки и потенциал сотрудничества” тип аталған онлайн-брифинг уҙғарыласаҡ.