+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Декабрь 2020, 12:35

Изге ЙОМА көнө мөбәрәк булһын!

Йома тураһында хәҙистәр

_"Ҡояш ҡалҡҡан көндәрҙең иң яҡшыһы - йома көнө. Был көндө Аллаһ Әҙәмде (ғәләйһиссәләм) барлыҡҡа килтерҙе. Был көндә ул Йәннәткә индерелде, был көндө унан ҡыуылды. Һуңғы Сәғәт тә (Ҡиәмәт көнө) был көндән башҡа көндә һуҡмаясаҡ."_ (Әхмәт һәм Тирмиҙи).

_"Бер йома намаҙы менән икенсе йома намаҙы араһында уҡылған көндәлек биш фарыз намаҙ ике йома араһында ҡылынған кесе гонаһтарҙың ярлыҡаныуына сәбәп булып тора, әгәр ошо арала оло гонаһтар ҡылынмаһа."_ (Мөслим).

_"Йома көндө, Ислам динен тотҡан һәм һәр саҡ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеп торған ҡолоноң доғаһын Аллаһ яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡ, бер сәғәт бар."_(Бохари һәм Мөслим).

_"Кем йома көндө (йәки йомаға ҡарата төндө) "әл-Кәһф" ("Мәмерйә") сүрәһен уҡый, шул кешене уның менән Аллаһ йорто (Ҡәғбә) араһындағы нур яҡтыртып торасаҡ."_(әд-Дәрими, әл-Бәйһәҡи,
сахих хәҙис).

"Һеҙҙең өсөн иң яҡшы көн - йома көнө. Был көндө күп итеп миңә салауаттар әйтегеҙ, сөнки улар миңә күрһәтеләсәк."_ (Әбү Дәүд).

_"Әгәр мосолман кешеһе йома көндө тулы ғөсөл алып таҙарынып, тәненә (сәсенә) өйөндә булған еҫле мисек һөртөнөп, йома намаҙына барһа, унда ултырған башҡа мосолмандарға ҡамасауламайынса, күпме кәрәк шул тиклем намаҙ уҡыһа, шунан имам һөйләгәндәрҙе тыныс ҡына ултырып тыңлаһа, уның ошо ике йома араһындағы гонаһтары ярлыҡаныр."_(Бохари).
(Белешмә Интернет селтәренән алынды)
Читайте нас: